Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ 101-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН АСА!

24 сентябрҙә, оҙайлы дауам иткән тәнәфестән һуң, театр йәнә тамашасылары өсөн ишектәрен аса. Ремонт эштәре ҙур залда тулыһынса тамамланмаған, шуға күрә сентябрь һәм октябрь айҙарында спектаклдәр театрҙың Бәләкәй залында барасаҡ.

Беҙ һеҙҙең һағындыҡ, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ, һеҙҙең менән осрашыуҙар көтәбеҙ:
24 сентябрь – миҙгелде асыу көнөндә – Т.Миңнуллин пьесаһы буйынса “Һөйәркә” спектакле (М.Ғафури исемендәге БАДТ-ның Бәләкәй залында),
25 сентябрь – А.Әхмәтғәлиева пьесаһы буйынса “Ул бит кисә ине” комедияһы (М.Ғафури исемендәге БАДТ-ның Бәләкәй залында),
28 сентябрь – Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсценировкаһында “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле (“Башҡортостан” дәүләт концерт залында),
29 сентябрь – Т.Миңнуллин пьесаһы буйынса “Эҙләнем, бәғерем, һине…” спектакле (М.Ғафури исемендәге БАДТ-ның Бәләкәй залында),
30 сентябрь – С.Әбүзәр пьесаһы буйынса “Бомба” комедияһы (М.Ғафури исемендәге БАДТ-ның Бәләкәй залында).

Спектаклдәр 19 сәғәттә башлана.

Спектаклдәргә билеттарҙы онлайн һатып алырға мөмкин. Билеттар театр сайтында, касса.ру аша һәм театр кассаһында һатыла.
Спектакль барышында Роспотребнадзорҙың бөтә талаптары үтәләсәк, шулай уҡ тамашасылар араһында социаль дистанция һаҡланасаҡ, шуға күрә тамаша залына һатылған билеттар һаны сикле. Билеттар алырға өлгөрөп ҡалығыҙ!