Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2014 — Мәҙәниәт йылын асыу

22 февраль көнө сираттағы премьераһы - Игорь Герман пьесаһы буйынса «Ғәфү ит мине!» спектакле менән Башҡорт дәүләт академия драма театры рәсми рәүештә 2014 - Мәҙәниәт йылын аса. Спектаклдең режиссеры Олег Ханов, рәссамы -Альберт Нестеров, композиторы – Ләйсән Шәрипова. Спектаклдә Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Алһыу Ғәлина - Ғафарова, Ирек Булатов, Милена Сираева, Зилиә Хәлилова, Лилиә Ғәлина ҡатнаша.

Мәҙәниәт йылын ошо спектакль менән асыу символик мәғәнәгә лә эйә: мелодрама йәмғиәттә кешеләрҙең үҙ-ара аралашыуы, бер-береһе менән, иң мөһиме, яҡындары, балалары, һөйгән йәрҙәре менән аралашыу мәҙәниәте, тимәк, йәшәү мәҙәниәте, тормош матурлығы, ғүмер асылы хаҡында.

Мәҙәниәт йылында театрҙа бик күп саралар үтәсәк. Туған телгә, сәнғәткә һөйөү, күңелдә рух тәрбиәләгән, театр сәнғәтен пропагандалауға, тамашасылар һанынарттырыуға йүнәлтелгән бай йөмәткеле саралар төрлө быуын тамашасылары өсөн буласаҡ.

Спектакллдәр уйнау менән бер рәттән, фестивалдәрҙә ҡатнашыу, гастроллдәр ойоштороу, «Самрау» Балалар студияһының эш һөҙөмтәләрен күрһәтеү, мәктәп, уҡытыу-тәрбиә учреждениелары менән берлектә эштәр алып барыу, район, ауыл һәм ҡалаларҙа ижади осрашыуҙар - барыһы ла буласаҡ Мәҙәниәт йылында.

Кемдәрҙеңдер шаярыу ҡатыш: « Театрҙың 95 йыллыҡ юбилей йылында Мәҙәниәт йылы иғлан ителгәнме, әллә Мәҙәниәт йылында театрҙың 95 йыллығы билдәләнәме?» тигән һорауына: был бәхетле тап килеү, тип яуапларға ғына ҡала. Ә бәхетленең ҡунағы бер көндә, тиҙәр... Шулай итеп, Мәҙәниәт йылы – ваҡиғалары театрҙың юбилей байрамына әҙерлек менән дә үрелеп барасаҡ һәм театрҙың декабрь айындағы юбилей тантанаһы - Мәҙәниәт йылының иң сағыу ваҡиғаһы булып тарихта ҡаласаҡ.

прости меня