Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

МӨҺИМ МӘҒЛҮМӘТ!

Башҡортостан республикаһында эпидемиологик хәлдең көсөргәнешле булыуына һәм Роспотребнадзор талаптарына ярашлы коронавирустың яңы инфекцияһының таралыу хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән хәүефһеҙлек сараларын көсәйтә.

27 сентябрҙән беҙҙең театрға инеү өсөн түбәндәге документтарҙы күрһәтергә кәрәк:
— вакцинация үтеүҙе раҫлаған QR-код,
— йәки һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә,
— йә иһә медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ярамауы хаҡында белешмә.

Йәмәғәт урындарында, һәм шулай уҡ театрҙарға йөрөгәндә короновирустан (COVID-19) һаҡланыу сараларын үтәү тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
• Йәмәғәт урындарында бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлеге (респиратор) менән файҙаланырға. Битлекте 2-3 сәғәт һайын алмаштырып торорға.
• Дистанцияны тоторға. Ҡул биреп күрешмәҫкә, ҡосаҡлашмаҫҡа.
• Антисептик менән ҡулды эшкәртергә, йышыраҡ ҡулды һабынлап йыуырға. Гаджеттарҙы, оргтехника һәм өҫтәлдәрҙе ваҡыты-ваҡыты менән дезинфекцияларға.
• Хәлегеҙ насарланһа — театрға килмәүегеҙ һәм яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.