Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Мөхәббәтле ғүмер

Театрҙың ҙур залында күренекле актриса, драматург, шағир һәм тәржемәсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған Башҡорт АССР-ының халыҡ артисткаһы Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатованың тыуына 100 йылға бағышлап матур кисә үтте.
Фойела актрисаның ижады һәм тормошона арналған күргәҙмә ойошторолғайны. Сәхнәлә — актрисаның тыуған яғын ҡалдырып, һалда Өфөгә табан юлланыуынан алып, сәнғәт училищеһына уҡырға инеүе, буласаҡ тормош иптәше Мөбәрәк менән танышыуы кеүек тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы театр артистары сәхнәләштерҙе. Һәм, әлбиттә, ролдәр. Видеоэкранда – спектаклдәрҙән фотоһүрәттәр, Рәғиҙә апайҙың тауышы яҙылған яҙмалар. Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртлановтар менән уйнаған спектаклдәрҙе тыңлап тамашасылар хәтер ҡанаттарында үткән быуатҡа әйләнеп ҡайтты.
Кисә йыр-моңға бай булды. Нескә күңелле актрисаның шиғырҙары үҙҙәре үк моңһоу йыр булып ҡолаҡта сыңланы.
Кисәлә актрисаның яҡташтары Кушнаренко районы халҡы Рәғиҙә Янбулатованың ҡыҙы, СССР-ҙың халыҡ артискаһы Гөлли Мөбәрәковаға данлыҡлы яҡташының матур ролдәре, милли театр сәнғәтенә индергән оло өлөшөн билдәләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.