Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Малай, Инә болан һәм Аҡ пароход

28 октябрь — сәхнәлә «Аҡ пароход»!
«… Спектаклдең художестволы биҙәлеше лә заманса, бер стилгә ҡоролған, төрлө алымдар ҡулланылған. Мәҫәлән, ҡом графикаһы, ҡурсаҡтар…
Драматик сюжетты театр оркестрының “тере” яңғырашы төрлө көй һәм тауыштар менән оҙата бара. Хикәйәсе (Ф. Ғарипов, А. Ҡунаҡбаев) үҙе үк бер-бер артлы киләсәк ваҡиғаларҙы бәйән итә. Шулай итеп, оркестр янында ултырған был хикәйәсе тотош сәхнәләге ваҡиғаларҙың дирижерына әүерелә һәм, боронғо грек театрындағы хор кеүек, драмаға, персонаждарҙың ҡылыҡ-фиғеленә һиҙҙермәй генә юғары мәҙәни йә әхлаҡи күҙлектән баһа бирә килә.
Режиссер Линас Зайкаускас “Аҡ пароход”тың фәлсәфәүи юғарылығын, авторҙың эпик фекерен беҙгә ихлас еткерә ». «Башҡортостан» гәзите, 3 апрель, 2015 й.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, повестың инсценировка авторҙары — Линас Зайкаускас һәм Олег Ханов, рәссамдары -Альберт Нестеров, Маргарита Мисюкова, композиторы -Урал Иҙелбаев.