Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Мастер һәм Маргарита» аншлаг менән!

М.Горький исемендәге Астана Рус дәүләт академия драма театры гастролдәре уңышлы башланды.

23 апрелдә Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Астана (Ҡаҙағстан Республикаһы) ҡалаһынан М.Горький исемендәге Рус дәүләт академия драма театры гастролдәре башланды. Был театр Ҡаҙағстанда иң олпат һәм абруйлы театрҙарҙың береһе. Театрға 1899 йылда нигеҙ һалынған һәм бына инде икенсе быуат ул халыҡҡа хеҙмәт итә, ваҡыт һәм заман һынауҙары аша үтеп, кешелекте йәшәткән мәңгелек ҡанундарға дан йырлай, юғары идеяларҙы алға һөрә. Театр төрлө йылдарҙа Санкт- Петербургта, Мәскәүҙә, Пекинда (Ҡытай), Гранадала (Испания), Будапештта (Венгрия) Махачкалала һәм башҡа бик күп респбуликаларҙа сығыш яһаған.

Исеме донъяға билдәле М.Горький исемендәге Астана Рус дәүләт академия драма театры Башҡортостанда тәүге тапҡыр һәм был бик тулҡынландырғыс күренеш, тине, туғандаш республика театры гастролдәрен асыу тантанаһында М. Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов. Гастроль репертуары бик етди, улар, нигеҙҙә, донъя классик әҫәрҙәренән төҙөлгән.

Гастроль М. Булгаковтың киң билдәле «Мастер һәм Маргарита» романы буйынса спектакль (эклектика жанрында) менән башланды. Әйтергә кәрәк, был спектакль Төнъяҡ Кавказ, Ҡара диңгеҙ һәм Каспий регионы республикалары театрҙарының lll Халыҡ – ара фестивале лауреаты (2011й.).

«Мастер һәм Маргарита» спектаклендә тарихи күренешәр заманса шоу элементтары менән үрелеп бара, заманса сәхнә алымдары менән бик мауыҡтырғыс ҡуйылған. Спектаклгә роман менән таныш, әҙерлекле тамашасы килгәйне һәм ул спектаклде бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. Спектакль тулы залда, әҫәрҙең йөкмәткеһе һәм фәлсәфәһе рухында, юғары кимәлдә үтте.

Артабан-

24 апрель — «Трамвай «Желание» драмаһы (Т.Уильямс),

25 апрель — «Ромео һәм Джульетта» (У.Шекспир) — трагедия түгел.

Афиша_с_фото_01 (Копировать)