Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

МИҘГЕЛ ЙОМҒАҠТАРЫ БУЙЫНСА НОМИНАЦИЯЛАР

Миҙгел дауамында ижади уңыштарға ирешкән сәхнә оҫталарын һәм төрлө бүлек, цехтарҙың иң егәрле хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү үҙе бер күркәм, күңелле тамашаға әйләнә.

Ә еңеүселәр — түбәндәгеләр:

  1. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында — «Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектаклендә башҡарған Догуланг роле өсөн актриса Илгизә ҒИЛМАНОВА һәм Зилиә ХӘЛИЛОВА;
  2. «Иң яҡшы ир — егет роле» номинацияһында — «Мин – Марат» спектаклендә башҡарған Марат роле өсөн Илсур БАЙЫМОВ,   «Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектаклендә башҡарған Сыңғыҙхан роле өсөн  Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ;
  3. «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында — «Мин – Марат» спектаклендә башҡарған Эльвира роле өсөн Гөлназ ХАЙСАРОВА;
  4. «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында — «Урал Батыр» спектаклендә башҡарған Зарҡум роле өсөн Артур КӘБИРОВ;
  5. «Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» номинацияһында — Олег ХАНОВ;
  6. «Иң яҡшы эпизод» номинацияһында еңеүсе  — «Урал Батыр» спектаклендә башҡарған Шаман роле өсөн Шәүрә ДИЛМӨХӘМӘТОВА һәм Ҡоҙғон роле өсөн Урал ӘМИНОВ;
  7. «За сценическое воплощение эпических героев» номинацияһында еңеүселәр – «Урал Батыр» спектаклендә башҡарған Урал роле өсөн Ринат БАЙМЫРҘИН һәм Шүлгән роле өсөн Руслан ХАЙСАРОВ;
  8. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында – «Мин – Марат» спектаклендә башҡарған Кучуков роле өсөн Морат РАФИҠОВ.

Һәм дә бөгөн театрыбыҙың иң йәш артистарыбыҙ: «Урал Батыр» спектаклендә башҡарған йәш Шүлгән роле өсөн 10 йәшлек Ислам Суфиянов һәм йәш Урал роле өсөн 12 йәшлек Илназар Әхмәтйәнов, Рәхмәт һаты менән бүләкләнделәр.

МИҘГЕЛ ЯБЫУ ТАНТАНАҺЫ