Яңылыҡтар

Миҙгел ябыу тантанаһы

23 май – “ Яңғыҙҙар ташы” (Ә.Ғаязов, реж. О.Ханов) драмаһы менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 94-се ижад йылын тамамланы. Миҙгелде премьера спектакле менән ябыу кеүек күркәм традицияны театр быйыл да дауам итте. Миҙгел тамамланыу тантанаһының тағы бер үҙенсәлеге – был көндө театр коллективы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың, бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалынды.