Яңылыҡтар

Миҙгел ябыу – премьера менән.

23 май - «Яңғыҙҙар ташы» (Ә.Ғаязов, режиссеры – О.Ханов)

Театрҙың һәр ижад миҙгелен премьера спектакле менән ябыу һуңғы йылдарҙың күркәм традицияһына әүерелде. Быйыл да юбилей алды миҙгелен театр 23 майҙа премьера спектакле менән яба - тамашасыға Әлфис Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы» психологик драмаһы буйынса спектакль тәҡдим итә.

Күптәрҙең хәтерендәлер, моғайын, коллектив пьеса менән уҙған йыл 12 сентябрҙә «Театрҙар төнө» акцияһы сиктәрендә асыҡ репетицияла, йәғни «Театр төнө»ндә ҡатнашҡан һәм ошо репетицияла ултырырға теләгән тамашасылар менән берлектә танышты. Артистарҙың асыҡ репетицияһында йәштәр, студенттар, өлкән быуын тамашасылары был әҫәрҙе мауығып, иғтибар менән тыңланы, мәғариф министрының күп яҡлы талант эйәһе булыуына тағы бер ҡат инанды.

«Яңғыҙҙар ташы» авторҙың тормош, бөгөнгө йәшәйеш хаҡындағы тәрән уйланыуҙары һәм күңел һыҙланыуҙары нигеҙендә тыуған . Киләсәк быуындар именлеге, йәмғиәттә бер-берең өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, тыныс тормош өсөн көрәш темалары күтәрелә пьесала.

Ауыл ҡарсығы - Ғилминур инәйҙең кәртә артында ғына ҙур бер таш ята. Һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да һалдаттарҙы гел шул таш эргәһенән оҙаталар. Күп һалдаттар кире әйләнеп ҡайтмай. Кемдеңдер ғәзиз улы, атаһы, йә берҙән- бере, һөйгән йәре улар. Күпме ҡорбан, ҡарғыш, күҙ йәше... Һалдаттарҙың ата- әсәләрен, балаларын, туғандарын, һөйгән йәрҙәрен яңғыҙ ҡалдырып кире ҡайтмауҙарына ошо таш ҡына ғәйепле (ме)!? Халыҡ таш ятҡан урынды урап үтә башлай. Шулай итеп, тәбиғәт бүләгеме, йыһан ҡунағымы, тарих ҡомартҡыһымы, таш, тиҫтә йылдар буйы халыҡта төрлө ғөрәфәттәр, ышаныуҙар һәм юрауҙар тыуҙырып, ята бирә.

Спектаклдең режиссеры - театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, рәссамы – Радик Сафин, композиторы – Урал Иҙелбаев. Ролдәрҙе Гөлли Мөбәрәкова, Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Алмас Әмиров, Сара Буранбаева, Илдар Сәйетов, Фирғәт Ғарипов һәм башҡа күренекле артистар башҡара.