Яңылыҡтар

«Мин башҡорт телен яратам!» — Халыҡ-ара туған тел көнө

21 февралдә Башҡортостан Президенты янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә театрыбыҙ артистары ҡатнашлығында «Мин башҡорт телен яратам!» тигән мәҙәни форумы була. Форум программаһында башҡорт мәҙәниәте һәм театры, башҡорт теле темаһына студенттар менән әңгәмә алып барыласаҡ. Был сарала Башҡорт академия драма театры артистары: Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбангәлиева, Гөлмирә Исмәғилева, Артур Ҡунакбаев ҡатнаша.

Башҡортостан Президенты янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, 503 бүлмә.

14.00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.