Яңылыҡтар

Мостай Кәримдең улы, яҙыусы, тәржемәсе Илгиз Кәримов вафат булған

Мәскәүҙә оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы — яҙыусы, тәржемәсе, СССР-ҙың яҙыусылар союзы ағзаһы Илгиз Кәримов яҡты донъя менән хушлашты.

Кәримов Илгиз Мостафа улы 1942 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. 1967 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. Илгиз Кәримов атаһы Мостафа Сафа улының «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (1977), «Ауыл адвокаттары» (1989), «Ғүмер миҙгелдәре» (2004) һәм башҡа әҫәрҙәрен, Әхиәр Хәкимдең «Думбыра сыңы» романын (1988), Таһир Таһировтың «Буранлы көндәр» китабына ингән повестарҙы һәм хикәйәләрҙе, шулай уҡ балҡан, татар, сыуаш яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша.