Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

НӘРКӘС

Спектакль 2 сәғ. 15 мин. бара

Әҙәм балаһы ергә үҙ пары менән килә, тиҙәр. Яҙмыш юрауҙарын үтеп, тәҡдиренә яҙылғанын кисереп, ул үҙ яртыһын юллай, йә таба, йә юҡ… Таба икән — был ғәләм алдында үҙе бер бөйөклөк, таба алмай икән — яҙғаны шул. Ошо бөйөклөктө һаҡлау, ваҡ низағтарҙан ҡурсалау, йә бар итеү, йә юҡ итеү – бәндәнең үҙ ҡулында. Нәркәс һәм Тимерхандың мөхәббәте лә яҙмыш һынауына дусар ителә: дошман ырыуҙың иң һылыу ҡыҙы Нәркәскә Тимерхан, бер күреүҙә ғашиҡ булып, үҙ төйәгенә алып ҡайта, ҡыҙ ҙа Тимерханды хыялындағы егет икәненә инана. Бер — береһенә сикһеҙ ғашиҡ ике йәш йөрәк өсөн уҫаллыҡ, дошманлашыу, бер-береңдән үс алыу, барымта — ҡарымталар, әйтерһең, бөтөнләй юҡҡа сыға. Әммә бер иртәлә ҡыҙ күңеле ҡапыл һиҫкәнеп йондоҙҙарҙан ергә төшә: үҙен тәрбиәләп үҫтергән ырыуҙаштарынан һорамай киткән дәбаһа ул! Дошман тирмәһендә ултыра. «Ирҙән ашмаҡ бар, илдән ашмаҡ юҡ!», — тип, Нәркәс илен һайлай. Ә Тимерхан? Ҡыҙ артынан дошман ырыуына ҡабат барырға көсө етерме егеттең?