Яңылыҡтар

БАШДРАМ ЯРОСЛАВЛДӘ!

Бөгөн, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ярославль ҡалаһына Волков исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә юлланды. Ә инде иртәгә, 21 сентябрҙә Волков исемендәге академия драма театры сәхнәһендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина рамоны буйынса, Я.Пулинович инсц.) спектаклен күрһәтәсәкбеҙ, режиссеры Айрат Абушахманов.   // Башҡорт театры Рәсәйҙең театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте

Тулыраҡ
«ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА» СПЕКТАКЛЕ ВОЛКОВ ФЕСТИВАЛЕНДӘ

Кисә Федор Волков исемендәге Ярославль драма театры сәхнәһендә XIX Халыҡ-ара Волков фестивале асылды. Сара сиктәрендә Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте Премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл абруйлы премия лауреаттары иҫәбендә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры. Премияны тапшырыу тантанаһында Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов һәм театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин ҡатнашты. Башҡорт театры

Тулыраҡ
БАШДРАМ ГАСТРОЛГӘ СЫҒА!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролгә сыға. Тамашасы иғтибарына Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” спектакле һәм балалар өсөн сағыу, мажаралы “Mouse story” музыкаль әкиәтен тәҡдим итә. 25 сентябрь - Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылы, 26 сентябрь - Балтас районының Иҫке Балтас ауылы, 27 сентябрь - Мишкә районының Мишкә ауылы. СПЕКТАКЛДӘР балалар

Тулыраҡ
«ТЕАТРҘАР ТӨНӨ-2018» ГӨРЛӘП УҘҘЫ!

12 сентябрҙә театрыбыҙҙа уҙған “Театрҙар төнө” акцияһы тамашасы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әйләнде. Йәше лә, ҡарты ла был көндө театрға ашыҡты. 18.30 cәғәттә театр майҙаны төрлө спектаклдәрҙән сағыу кейемдәрҙә ҡыҙыҡлы уйындар уҙғарған әкиәт геройҙары менән йәмләнде. Театрҙың беренсе ҡатында тамашасыларҙы композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендә театр оркестры ҡаршы алды, улар спектаклдәрҙән төрлө композициялар уйнап, халыҡтың

Тулыраҡ
ТЕАТР БУФЕТЫ

Театр гардеробтан башлана, тиһәләр ҙә... “Театр төнө”ндә һеҙҙе буфетта “ҡунаҡ ашы”на көтәбеҙ. 12 сентябрҙә “Театр төнө-2018” акцияһы сиктәрендә үҙ тамашасылары өсөн буфет үҙенсәлекле меню әҙерләгән: унда “Ғафаровса котлеттар”, “Ирсаеванан турама”, “Ҡоҙасаның йыуасаһы” булкаһы, Әбейүшк@ дучмагы, “Бәхет хаҡы” бәлеше, Прометей бауыры, “щепкинсылар” компоты, “Бөҙрәбаш Хайсаров” тортын һәм башҡа театраль исемгә бәйле аш-һыу һәм десерттар һатып ала

Тулыраҡ
«ТЕАТР ТӨНӨ»НӘ ПРОГРАММА

ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР! Иң ҡыҙыҡлы "ТЕАТРҘАР ТӨНӨ-2018" Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында! Кастинг, мастер-класс, күргәҙмә, ҡунаҡ ашы, викторина, театрлаштырылған тамаша, читка һәм спектакль. Быларҙың барыһын да күреп, ҡатнашып, күңел асырға теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ! Һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!  

Тулыраҡ
ТЕАТР АЛДЫ МАЙҘАНЫ // ТЕАТРҘАР ТӨНӨ-2018!

Ҡәҙерле дуҫтар! 12 сентябрҙә «Театр төнө-2018» акцияһы сиктәрендә театр алды майҙанында кескәй тамашасыларыбыҙға һәм уларҙың ата-әсәләренә ҡыҙыҡлы һәм дә төрлө-төрлө уйындар тәҡдим итәсәкбеҙ. Был көндө әкиәт геройҙары ҡатнашлығында сәмле ярыштар, спектаклдәрҙәге төрлө әкиәт геройҙары менән ҡыҙыҡлы уйындар үткәреләсәк. Тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, сюрприздар көтә! Шулай уҡ был көндө М.Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә

Тулыраҡ
ЭҘЛӘНЕМ, БӘҒЕРЕМ, ҺИНЕ… // ТЕАТРҘАР ТӨНӨ-2018!

12 сентябрҙә «Театр төнө-2018» акцияһы сиктәрендә һеҙҙе театрҙың Бәләкәй залында, 22.00 сәғәттә Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса режиссер Азат Нәҙерғолов сәхнәгә сығарған «Эҙләнем, бәғерем, һине... » спектаклен ҡарарға саҡырабыҙ. //«Эҙләнем, бәғерем, һине... » спектакле «Беүә: аралашыу киңлеге» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты.

Тулыраҡ
«БАЛЛЫ, ТИРӘКЛЕ БАЛТИРӘК» ЙӘНӘ ФЕСТИВАЛГӘ ЮЛЛАНА

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәнә Екатеринбург ҡалаһына юллана. Был юлы Ангиза Ишбулдинаның пьесаһы буйынса «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «КОЛЯДА-PLAYS» ХII Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашасаҡ. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Фестиваль ноябрҙең 5-нән 15-нә тиклем Екатеринбург ҡалаһында уҙғарыла. Быйылғы фестиваль афишаһында - утыҙ ете сәхнә әҫәре. Беҙҙең спектакль Екатеринбургтың «Щелкунчик»

Тулыраҡ
КҮРГӘҘМӘ

12 сентябрҙә «Театр төнө-2018» акцияһы сиктәрендә театрыбыҙҙа оҙаҡ йылдар рәссам-бутафор булып эшләгән талант эйәһе Анатолий Жучковтың мауыҡтырғыс күргәҙмәһен ҡарай алаһығыҙ. А.Жучков шиғри тәбиғәтле, ижади шәхес, театрҙа спектаклдәр өсөн, ғәжәйеп бай фантазияһын һәм йөрәк йылыһын ҡушып, үҙ ҡулдары менән ике тиҫтәгә яҡын бутафор әйберҙәре: һуғыш ҡоралдары, тимерҙән һалдат шлемдары, ҡылыстар, һандыҡтар һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары эшләй.

Тулыраҡ
«САМРАУ» БАЛАЛАР СТУДИЯҺЫ ЙӘШ ТАЛАНТТАРҘЫ КӨТӘ!

Ҡәҙерле дуҫтар һәм атай-әсәйҙәр! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә, уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы үҙ эшен дауам итә! Әгәр ҙә һеҙ ҡыйыу, ирекле, аралашыусан булырға теләһәгегеҙ, беҙгә килегеҙ! 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы саҡырабыҙ. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр: дүшәмбе һәм кесе аҙна сәғәт 16.00 - 19.00 тиклем барасаҡ. Быйылғы

Тулыраҡ
VEDRO CHALLENGE

Ҡәҙерле дуҫтар! Ә һеҙ «Vedro Challenge» тураһында ишеткәнегеҙ булдымы? Әгәр юҡ икән, 12 сентябрҙә «Театр төнө-2018» акцияһы сиктәрендә үткәсәк «Салауат Юлаев» хоккей клубы фанаттары - актерҙар Айҙар Шәмсетдинов һәм Илдар Ғүмәров һеҙҙе «Театрса хоккей»ҙа («Vedro Challenge») көтөп ҡала. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 2018 йылдың 23 ғинуарында «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленең актерҙары «Салауат Юлаев» - «Йокерит» хоккей

Тулыраҡ