Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

ЖУРНАЛИСТАР ИҒТИБАРЫНА! «ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕНӘ АККРЕДИТАЦИЯ БАШЛАНДЫ

Хөрмәтле киң матбуғат саралары вәкилдәре! Төрки телле театрҙарҙың VII Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестиваленә аккредитация башланды. Бының өсөн һеҙгә үҙегеҙ тураһында түбәндәге мәғлүмәт менән  gafury_lit@mail.ru электрон почтаһына хат яҙып ебәрергә кәрәк: Тулы исем-фамилияғыҙ; Мәғлүмәт сараһының атамаһы; Бәйләнеш өсөн телефон номеры һәм электрон почта адресы. Фестиваль сараларына кереү аккредитация бейджиктары буйынса. Белешмәләр өсөн тел.: (347)272-39-30, 8-962-539-2008, Ангелина Лукманова.

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ»: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (Башҡортостан)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль. Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән танышыубыҙҙы башлайбыҙ.   МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ  «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектаклен күрһәтә. М.Ғафури ис.

Тулыраҡ
«Беүә: аралашыу киңлеге» Халыҡ-ара фестиваленә!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Джут» (Һуңғы йәйләү) спектакле 11 майҙан 20 майға тиклем Татарстанда «Беүә: аралашыу киңлеге» Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша. «Джут» (О.Жанайдаров, реж. А.Абушахманов) спектакле иртәгә, 15 майҙа 15:00 сәғәттә, сығыш яһай. «Джут. Һуңғы йәйләү» драмаһы «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премияһының «Маска плюс» программаһында ҡатнашты (2016 й.), «Театр кешеһе»

Тулыраҡ
99-СЫ СЕЗОНДЫҢ ХАЛЫҠ АРТИСЫ

17 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 99-сы ижад миҙгелен башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал Батыр» спектакле менән яба! Йола буйынса, миҙгел һөҙөмтәләренә ҡарап, иң яҡшы ижадсылар төрлө номинацияларҙа билдәләнәсәк. Иң абруйлы «Тамашасы һөйөүе» номинацияһын тамашасылар билдәләйәсәк. Театрҙың 99-сы ижад миҙгелендә кемдең ижад эше һеҙҙең күңелдә онотолмаҫ тәъҫораттар ҡалдырҙы? Вконтакте тигән беҙҙең группала актерҙың исемен,

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ЭКСПЕРТ СОВЕТЫ

23-30 майҙа, Өфөлә –  Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале. Быйыл тәүге тапҡыр жюри һәм тәнҡитселәр коллегияһы дөйөм эксперт советына берләштерелә, уларҙы һеҙгә тәҡдим итәбеҙ:   ФЕСТИВАЛДЕҢ ПРЕЗИДЕНТЫ М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт ИСРАФИЛОВ.

Тулыраҡ
99-СЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯБАБЫҘ, ЙӘЙГЕ МИҘГЕЛЕН АСАБЫҘ

17 май –  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 99-сы ижад миҙгелен яба. Быйыл да коллектив матур йолаға тоғро ҡаласаҡ: 17:30 сәғәттә ябыу тантанаһы алдынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ. 18:10 сәғәттә театр алды майҙанында концерт утәсәк. Концерт программаһында — Башҡорт академия

Тулыраҡ
«Туғанлыҡ» фестиваленә саҡырабыҙ!

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль. Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үтәсәк «Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция,  Театраль Йыйын һәм ижади осрашыуҙар үтәсәк. «Туғанлыҡ»

Тулыраҡ
Башдрамтеатр «Үлемһеҙ полк»ҡа ҡушылды (ФОТОРЕПОРТАЖ)

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Бөйөк Ватан һуғышының еңеү көнөнә арналған «Үлемһеҙ полк»ҡа ҡушылды.

Тулыраҡ
Башҡорт академия драма театры Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

9 май – Бөйөк Ватан һуғышының еңеү көнө (1941-45 йй.). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрәкәттәге армияға Өфө театрҙары һәм филармония артистарынан торған 17 бригада ебәрелә. Улар 1789 тапҡыр сығыш яһай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының артистарының һәм хеҙмәткәрҙәренең исемлектәрен баҫтырып сығарабыҙ: Назар Абдрахманов Ғәлимйән Баязитов Хәмәҙи

Тулыраҡ
Радий Хәбиров Өфөлә «Туғанлыҡ» фестивален үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивален үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика ойоштороу комитеты составы, шулай уҡ ҙур театр форумына әҙерлек һәм уны уҙғарыу планы раҫланды. 23-30 майҙа республиканың баш ҡалаһына Башҡортостандан, Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан төп

Тулыраҡ
БӨЙӨК ЕҢЕҮ КӨНӨНӘ АРНАП…

8 майҙа Бөйөк Еңеү көнөнә арнап Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры музейында күргәҙмә ойошторола. Тамашасыларға актерҙарҙың, театр хеҙмәткәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-олатайҙары тураһындағы хәтирәләрҙән торған экспозиция тәҡдим ителә. Күргәҙмә менән спектаклгә тиклем танышырға мөмкин. Спектаклгә тиклем театр фойеһында оркестр байрам концерты ойоштора. Композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендәге оркестр спектаклдәрҙән, шулай уҡ Еңеү көнөнә

Тулыраҡ