Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

ВКОНТАКТЕ_БИЛЕТТАР…

✅ ВКОНТАКТЕ БАШДРАМ ТӨРКӨМӨНӘН БИЛЕТТАР ҺАТЫП АЛ  

Тулыраҡ
«БӘХЕТ ХАҠЫ» СПЕКТАКЛЕНӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

ЛЕГЕНДАР МӨХӘББӘТ ДУЭТЫ – Фидан ҒАФАРОВ һәм Нурия ИРСАЕВА! 10 СЕНТЯБРЬ 19:00 СӘҒӘТТӘ «БӘХЕТ ХАҠЫ» спектакле! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә күреп ҡалағыҙ! «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы Хәлисә Мөҙәрисованың повесы нигеҙендә ҡуйылған. Айрат Абушахмановтың был спектакле инде йөҙҙән ашыу тапҡыр сәхнәлә уйналды. Легендар мөхәббәт дуэты – Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаева – бөгөн

Тулыраҡ
ФЛЕШМОБ!

Ҡәҙерле дуҫтар! 5 СЕНТЯБРҘӘ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда ФЛЕШМОБ үтәсәк! Тулыраҡ: http://bashdram.ru/news/fleshmob.html

Тулыраҡ
Яңы миҙгелгә бағышланған пресс-конференция уҙҙы!

Бөгөн, 3 сентябрь, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 100-сө ижад миҙгеле асылыу уңайынан пресс-конференция үткәрҙе. Пландар тураһында театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм режиссерҙар Илсур Ҡаҙаҡбаев, Фирғәт Ғарипов һөйләнеләр. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 100-сө ижад миҙгелен 5 сентябрь «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән аса.

Тулыраҡ
БАШДРАМ 100-СӨ ИЖАД МИҘГЕЛЕН АСА!

5 сентябрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 100-сө ижад миҙгелен аса. Йола буйынса 17:30 сәғәттә театрҙың ижади коллективы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури һәм Мостай Кәрим һәйкәлдәренә сәскә һаласаҡ. Байрам театр алдындағы майҙанда дауам итәсәк. 18.00 сәғәттә — театр артистары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша уҙасаҡ. Программала Алһыу Бәхтиева, Юнир Ҡоланбаев,

Тулыраҡ
ТИҘҘӘН ТЕАТР ОЛИМПИАДАҺЫНА

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы октябрь аҙағында Санкт-Петербург тамашасылары менән осрашыуға юлланасаҡ. Санкт-Петербург ҡалаһында уҙасаҡ Халыҡ-ара Театр Олимпиадаһына Рәсәйҙең иң көслө театрҙары саҡырылған. Унда беҙҙең театр 27-се һәм 28-се октябрҙә Г.Товстоногов исемендәге Ҙур драма театрында «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц., реж. — А.Абушахманов) спектакле менән сығыш яһаясаҡ. Шул сәфәр

Тулыраҡ
«ЮДИФЬ» СПЕКТАКЛЕ ТУРАҺЫНДА

Эстонияның R.A.A.A.M. театрында режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «ЮДИФЬ» спектакле тураһында театр тәнҡитсеһе Татьяна Джурова яҙа. _______________________________________ Продолжаем отчитываться. 27.08 «Юдифь» Айрат Абушахманов в таллинском R.A.A.A.M. R.A.A.A.M. не в первый раз приглашает на постановку режиссера из национальных республик России. Здесь уже ставили Сергей Потапов и Дамир Салимзянов. Видимо, сопряжение и конфликт разных национальных кодов эффективны в

Тулыраҡ
ЩЕПКИНДАР ФЛЭШМОБҠА ҠУШЫЛДЫ

Беҙҙең студенттар — М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында (институт) уҡып йөрөгән Башҡорт студияһы тәрбиәләнеүселәре данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҠОРОЛТАЙ/ КУРУЛТАЙ тарафынан иғлан ителгән флэшмобҡа ҡушылды! #Шайморатов #Шаймуратов #Курултай #башдрам #башдрамдыяратам #башдрамвлицах #щепкинцы

Тулыраҡ
БАШҠОРТ СТУДИЯҺЫ ЩЕПКИНДАРЫ

Бөгөн беҙҙең студенттар — М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында (институт) уҡып йөрөгән Башҡорт студияһы тәрбиәләнеүселәре Мәскәүгә юлға сыҡты. Уларҙың кураторҙары — филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фирүзә Исҡужина. Юлға сығыр алдынан улар менән театр директоры Иршат Фәйзуллин осрашты. Һүҙ уларҙың уҡыуҙары һәм алдағы пландары хаҡында барҙы. “3 курс студенттары булыуығыҙ менән һеҙҙе ихлас

Тулыраҡ
ШАЙМОРАТОВ — ФЛЭШМОБ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән флэшмобҡа ҡушыла! #Шайморатов #Шаймуратов #Курултай #башдрам #башдрамдыяратам #башдрамвлицах

Тулыраҡ
БАШДРАМ «ҠЫҘЫЛ КЕЛӘМДӘ»

24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбҙат» халыҡ-ара кинофестивале уҙа. Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ҡыҙыл келәмдән үттеләр.

Тулыраҡ
ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛ_БЕҮӘ

Татарстан республикаһының Беүә дәүләт драма театрында Рәсәйҙең күренекле театр эшмәкәрҙәре Түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Улар араһында беҙҙең театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов та бар.

Тулыраҡ