Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Беҙҙең репертуарҙа тәүге тапҡыр!

Мәктәпкәсә йәштәге — бер йәштән өлкән — тамашасылар өсөн уникаль проект өҫтөндә Татарстандан режиссер Алмаз Саҙрыев эш башланы. “Беби-театр” жанрындағы спектакль ноябрь айында сәхнәгә сығасаҡ. Спектаклдең режиссеры һәм рәссам-ҡуйыусы Павла Никитина спектаклдең техник яҡтан йыһазландырыу буйынса һөйләшеү алып барҙылар һәм актерҙар араһында кастинг үткәрҙеләр.

Тулыраҡ
БЫЛ АҘНАЛАҒЫ СПЕКТАКЛДӘР

Был аҙнала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бәләкәй сәхнәһендә: 19 октябрь, 18:00 сәғ. – МИН ҺИНЕҢ ҠӘЙНӘҢ БУЛАМ || комедия || 12+ 20 октябрь, 18:00 сәғ. – ӘБЕЙҮШКӘ@ТУЩКА.RU || заманса комедия || 12+ +7 (347) 272-35-33 (БАДТ) +7 (347) 272-77-12 (БГТОиБ) Билеттар онлайн: http://bashdram.ru/repertoire

Тулыраҡ
«Щепкинистар» менән осрашыу

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының директоры Иршат Фәйзуллин беҙҙең студенттар — М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында (институт) уҡып йөрөгән Башҡорт студияһы тәрбиәләнеүселәре менән осраштылар. Художество етәксеһе – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Д.Г. Кознов (1925-2019). Уларҙың кураторҙары — филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре

Тулыраҡ
Флешмобта ҡатнаштыҡ!

11 октябрҙә, Республика көнөндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы флешмобта ҡатнашты! Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын йырланыҡ!

Тулыраҡ
ПРЕМЬЕРА МЕНӘН!

Кисә, 8 октябрь, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур сәхнәһендә Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһы буйынса спектаклдең премьераһы уҙҙы. Спектакль 100-сө ижад миҙгеленең тәүге премьераһы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Тамашасылар был премьераны түҙемһеҙлек менән көтөп алды һәм ысын күңелдән ҡабул итте. Хатта билеттар алдан һатылып бөтөлгән ине.

Тулыраҡ
АКЦИЯ!

«ҠАҺЫМ ТҮРӘ» спектакленә бөтә билеттар 150 һумға! Спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Бәләкәй сәхнәһендә 10 октябрҙә 19:00 сәғәттә үтәсәк. Билеттар телефон аша: +7 (347) 272-35-33 (БАДТ), +7 (347) 272-77-12 (БГТОиБ),  һәм беҙҙең сайтта: http://bashdram.ru/repertoire

Тулыраҡ
БЫЛ АҘНАЛАҒЫ СПЕКТАКЛДӘР

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Ҙур сәхнәһендә 8 октябрь в 19:00 сәғ. – «ҠЫҘ УРЛАУ» спектакленең премьераһы, 12+ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Бәләкәй  сәхнәһендә 9 октябрь в 19:00 сәғ.  – «ШӘҮРӘКӘЙ» музыкаль комедияһы, 12+ 10 октябрь в 19:00 сәғ.  – «ҠАҺЫМ ТҮРӘ» драмаһы, 12+ 11 октябрь в 18:00 сәғ.  –  «ҠОҘАСА» музыкаль

Тулыраҡ
Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ!

4 октябрҙән алып, капиталь ремонт башланыу сәбәпле, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры спектаклдәрен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Бәләкәй сәхнәһендә күрһәтә башланы. КАССА ☎ +7 (347) 272-35-33 (БАДТ)☎ ☎ +7 (347) 272-77-12 (БГТОиБ)☎

Тулыраҡ
Бер күрешеү — бер ғүмер!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Ололар көнөнә арнап театр ветерандары менән осрашыу үткәрҙе. Бер күрешеү — бер ғүмер, тиҙәр. Оло йәштәгеләр ҙә хәтирәләре менән бүлешеп, аралашыуҙан илһамланып таралаштылар.

Тулыраҡ
«Һөйәркә» спектакленә репетициялар башланды

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Туфан Миңнуллиндың «Һөйәркә» спектакленә репетициялар башланы. Ҡуйыусы төркөмдә: режиссеры Айрат Абушахманов, рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Урал Иҙелбаев. Азамат Ғафаров, Алсу Ғәлина, Нурия Ирсаева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Ирек Булатов, Милена Сираева, Юнир Ҡоланбаев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хәсәнов, Әлфирә Зәһиҙуллина. Беренсе тамашалар 24, 25 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм

Тулыраҡ
БЫЛ АҘНАЛАҒЫ СПЕКТАКЛДӘР

1 октябрь 19:00 сәғ. – «Зөләйха күҙҙәрен аса» («Зулейха открывает глаза») 2 октябрь 19:00 сәғ. – «Ай тотолған төндә» («Затмение») 4 октябрь 19:00 сәғ. – «Хыялый», Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә КАССЫ +7 (347) 272-35-33 (БАДТ) +7 (347) 272-77-12 (БГТОиБ)

Тулыраҡ