Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

«БОМБА» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ ҮТТЕ!

Бөгөн, 26 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса «БОМБА» исемле спектаклдең премьераһы үтте.  Комедия-фарс жанрындағы спектаклдең режиссеры Фирғәт Ғарипов сәхнәлештерҙе. Әйткәндәй, режиссер булараҡ был уның тәүге эше. «Шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙең пьесаһында миңә тәү сиратта, тема оҡшаны. Беҙ уның менән тексты бик күп тапҡырҙар мөхәрриләнек, хатта яңы геройҙар

Тулыраҡ
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин арабыҙҙан китте…

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин 73-сө йәшендә арабыҙҙан китте. Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Сибай эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Сибай ҡалаһы) 1946 йылдың 8 декабрендә тыуған. 1992 йылдан — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы рәйесе. 1994—1996 йылдарҙа — Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Юғары координация үҙәге, 1996 йылдан

Тулыраҡ
«БЫНДАЙ ҺӨҘӨМТӘЛӘР БУЛҒАНЫ ЮҠ ИНЕ» – Айрат Абушахманов Псков тамашасыларының куңелен яуланы

Кисә, 24 июндә, Псков академия драма театрының «Яҙыусылар тураһында театр» лабораторияһында еңеү яуланы. Айрат Әхтәм улы «Пленные духи» спектакленән өҙөк сәхнәләштерҙе.Быйылғы лаборатория А.С.Пушкин, И.А.Крылов һәм А.И.Солженицындың юбилейҙарына бағышланды. Өҙөккә эксперт советы – Нияз Иғламов (Ҡазан), Жанна Зарецкая (Санкт-Петербург), Оксана Кушляева (Санкт-Петербург) – «5» балл ҡуйҙылар. Ә тамашасылар – «4,80» балл. Әйткәндәй, лабораторияның ҡағиҙәһе буйынса,еңеүсе —

Тулыраҡ
«БОМБА»ҒА ИКЕ КӨН ҠАЛДЫ!

Әле генә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың юбилей кисәһе үтте. Ә инде ике көндәң һуң сәхнәлә Азамат Ғафаров «Бомба»  исемле яңы спектаклдә төп ролде башҡара. Спектакль авторҙары: режиссеры – Фирғәт Ғарипов, рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Вәсил Ғафаров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер – Роман Пожидаев.

Тулыраҡ
Айрат Абушахманов – «Яҙыусылар тураһында театр» лабораторияһының ҡатнашыусы

Яңыраҡ ҡына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Айрат Абушахманов Эстонияла спектакль ҡуйҙы. Ул танылған продюсер һәм «R.A.A.A.M.» театры етәксеһе Мярт Меос саҡырыуы буйынса Антон Таммсаареның «Юдифь» пьесаһын сәхнәләштерҙе. Ә һәҙҙер Айрат Әхтәм улы – «Яҙыусылар тураһында театр» лабораторияһының ҡатнашыусы. Лаборатория Псков академия драма театрында уҙҙа. Тулыраҡ: http://bashdram.ru/news/ajrat-abushaxmanov-uchastnik-rezhisserskoj-laboratorii-v-pskove.html

Тулыраҡ
Бөгөн – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

Бөгөн, 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Был көндө 78 йыл элек немец фашистары илде бомбаға тота башлағас та, сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша. Немец тарихсылары яҙыуынса, һөжүм итеүселәр фанатик рәүештә алышҡан совет һалдаттары тарафынан ныҡ ҡырыла. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә

Тулыраҡ
Йырла, Азамат! Уйна, Азамат! – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың бенефисы үтте

Кисә, 21 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡорт театрының ғорурлығы, башҡорт һәм татар эстрадаһының яҡты йондоҙо, республикабыҙҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Азамат Ғафаров үҙенең 45 йәшенә арналған бенефисын үткәрҙе. «Бөгөн мин шул тиклем тулҡынланам… Уйлап ҡарағыҙ – улымдың бенефисы! Шуға ла ошо залды тултырып килеүегеҙгә – оло рәхмәт! –  юбилярҙың атаһы,

Тулыраҡ
Режиссер Фирғәт Ғарипов «Бомба» премьераһы тураһында…

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Һеҙҙе шәп тамаша көтә. Бөгөн матбуғат конференцияһында режиссер Фирғәт Ғарипов «Бомба» исемле яңы премьера тураһында һөйләне. Тулыраҡ бында уҡығыҙ: http://bashdram.ru/news/rezhisser-firgat-garipov-o-premere-bomba.html . «Бомба» спектакленең авторҙары: рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Вәсил Ғафаров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер – Роман Пожидаев. Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың

Тулыраҡ
Иртәгә – Азамат Ғафаровтың юбилей кисәһе!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 99-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Ошо уңайҙан ойошторолған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Конференцияла Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров сығыш яһаны. Ул үҙенең бенефис тураһында һөйләне (тулыраҡ мәғлүмәт бында: http://bashdram.ru/news/azamat-gafarov-na-svoem-yubilejnom-vechere-podarit-zritelyam-premery-pesen.html). Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Азамат Ғафаровтың юбилей кисәһе иртәгә, 21 июндә, үтәсәк. Сара 19:00 сәғәттә башлана.

Тулыраҡ
Башҡорт академия драма театры 99-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 99-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Ошо уңайҙан ойошторолған матбуғат конференцияһында театрҙың директоры вазифаһын башҡарыусы Иршат Фәйзуллин йәйге миҙгел саралары менән таныштырҙы (тулыраҡ мәғлүмәт: http://bashdram.ru/news/bashkirskij-dramteatr-imeni-mazhita-gafuri-podvel-itogi-99-go-sezona-i-podelilsya-planami-na-svoe-100-letie.html). Театр менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән журналистарҙы билдәләп үтте.

Тулыраҡ
ХӨРМӘТЛЕ МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 99-сы ижад миҙгеленең йомғаҡтары, шулай уҡ йәйге миҙгел саралары менән таныштырыу уңайынан 20 июнь ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ уҙғара. Ҡатнашалар: Иршат Фәйзуллин, театрҙың директоры вазифаһын башҡарыусы Фирғәт Ғарипов, режиссер Азамат Ғафаров, Башҡортостандың халыҡ артисы БАШЛАНА: 15.00 сәғәттә. Театрҙың 2 ҡатында (фойе) үтәсәк. Барығыҙҙы ла сараға саҡырабыҙ Белешмә өсөн телефон: (347)272-39-30 (әҙәбиәт

Тулыраҡ
БЫЛ АҘНАЛАҒЫ СПЕКТАКЛДӘР

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ЙӘЙГЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН дауам итә. Был аҙнала театрыбыҙҙың сәхнәһендә: 18 июндә 19:00 сәғәттә – «ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА» (Г. Яхина, Я.Пулинович инсц.), режиссеры – Айрат Абушахманов; 19 июндә 19:00 сәғәттә – «ӘБЕЙҮШКӘ@ЭТ ТУЩКА.RU» (Р.Кинйәбаев), режиссеры – Илнур Муллабаев; 21 июндә 19:00 сәғәттә – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Гафаровтың ижад

Тулыраҡ