Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

ПРЕМЬЕРА! «БОМБА»!

«— Иғтибар, хәүеф янай! Тиҙ арала йорттан сығыуығыҙ һорала! Был яңылыҡ йәшен тиҙлегендә тарала һәм иҫке, онотолған ҡала ихатаһы ваҡиғалар үҙәгенә әйләнә — әйтерһең, бөтә ер шары ошо йорт тирәләй әйләнә башлай. Бомба – ошо йортта йәшәүселәр өсөн ҡайғылы хәбәрме, әллә… яңы тормошҡа өмөт микән?!»  – был һорауҙарға һеҙ, беҙҙең кәҙерле тамашасыларыбыҙ, «Бомба» исемле яңы

Тулыраҡ
«Гостиный двор» фестивале. Өйгә ҡайтыу

Кисә, 14 июндә, «Гостиный двор» халыҡ-ара театр фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен күрһәттеләр. Ырымбур тамашасы ныҡ йылы театрыбыҙҙың ижади коллективын ҡаршы алды. Ә бөгөн артистарыбыҙ өйгә юлланы. Беҙҙең йәйге спектаклдәргә рәхим итегеҙ, дуҫтар!              

Тулыраҡ
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен күрһәтергә әҙербеҙ!

«Гостиный двор» фестивале сиктәрендә спектаклде күрһәтергә әҙербеҙ. Әлеге ваҡытта «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленең декорациялары ҡуйыла. Кисен Ырымбур халҡын тамашала көтәбеҙ!

Тулыраҡ
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле Ырынбур ҡалаһына юлланды

2019 йылдын 11-нән 20-һе июнгә тиклем Ырынбур ҡалаһында «Гостиный двор» XI Халыҡ-ара театр фестивале уҙҙа. Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы фестивалгә юлланды. Ә иртәгә, 14 июндә сәғәт 18:30, М.Горький Ырынбур дәүләт драма театры сәхнәһендә артистарыббыҙ «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., режиссеры – А.Абушахманов) спектаклен тәҡдим итәсәк. Фестивалдең художество етәксеһе – Рәсәйҙең

Тулыраҡ
Театрыбыҙҙың коллективы Милли кейем байрамында ҡатнашты

Бөгөн, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Милли кейем байрамында ҡатнашты.

Тулыраҡ
Башҡорт академия драма театры коллективы халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

12-15 июндә баш ҡалабыҙҙа «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙасаҡ. Ошо дүрт көн эсендә Өфөнөң  Конгресс-холл  амфитеатрында төрлө мәҙәни сараларҙы ҡарарға һәм унда ҡатнашырға  мөмкин. 12 июнь Милли кейеме көнөнә бағышлана. Был сара барышында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Милли кейем байрамында ҡатнашалар. Ҡатнашыусылыр 18:00 сәғәттә Башҡорт драма театры янына йыйыла һәм

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовты яҡташтары ололаны — уға «Ҡыйғы районының Почетлы гражданины» тигән маҡтаулы исем бирҙеләр! Артисҡа оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ! Фотола: Ҡыйғы районы советы рәйесе Азат Нотфуллин диплом һәм танытма тапшыра һәм Рәүис Хәбир улы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова менән Ҡыйғы районы һабантуйында. 

Тулыраҡ
«ХАХАЧУ» студияһы – беҙҙең театрҙың ҡунаҡтары

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Константин Хабенский ойошторолған «ХАХАЧУ» студияһының тәрбиәләнеүселәре килеп сыҡтылар. Улар музей, цехтар менән таныштылар.

Тулыраҡ
АҘНА СПЕКТАКЛЕ: «ҠАРА ЙӨҘҘӘР»

Ырымбур ҡалаһында уҙған XI Халыҡ-ара «Гостиный двор» театр фестивале алдынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы бөгөн кис «Ҡара йөҙҙәр» («Черноликие», М.Ғафури) спектакле уйналасаҡ. Режиссеры – Айрат Абушахманов. 11 июндә 19:00 сәғәттә башлана. Театр кассаһы: 8(347)272-35-33. Электрон билет алыу – http://bash.bashdram.ru/repertoire Мәғлүмәт өсөн: Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылды «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия

Тулыраҡ
БЕҘҘЕҢ РЕЖИССЕР ЕВРОПАНЫ ЯУЛАЙ!..

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Айрат Абушахманов Эстонияла спектакль ҡуя! Ул танылған продюсер һәм «R.A.A.A.M.» театры етәксеһе Мярт Меос саҡырыуы буйынса Антон Таммсаареның «Юдифь» пьесаһын сәхнәләштерә.

Тулыраҡ