Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Башҡорт театры 97-се ижад миҙгелен асты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 97-се ижад миҙгелен асыҡ һауала ҙур концерт һәм Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакле менән асты Йола буйынса яңы ижад миҙгелен асыр алдынан театрҙың ижади коллективы Мәжит Ғафури һәм Арҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскә һала. Быйыл да бөйөк ағайҙарыбыҙ һындары алдында йыйылып, үткәндәрҙе иҫкә алып, киләсәккә уй-теләктәр барлап

Тулыраҡ
Башдрамда театр төнөндә меңдән ашыу кеше ҡатнашты

27 сентябрҙә театр төнөндә 1253 тамашасы ҡатнашты! Тамашасыларҙы 18 сәғәттә театр майҙанында репертуарҙа барған балалар өсөн спектаклдәрҙән геройҙар ҡаршы алды: Буратино, Мальвина, батша, батша ҡыҙы, итекле бесәй, Айболит һәм башҡа геройҙар халыҡты байрамға саҡырып, йырланылар, бейенеләр һәм театр һөйөүселәр менән флешмоб үткәрҙеләр. Был көндө театр төнөнә килеүселәргә бай йөкмәткеле сара тәҡдим ителде. “Ҡара йөҙҙәр”, “Йүгер,

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Дилмөхәмәтова Шәүрә Ишмулла ҡыҙын күркәм юбилейы менән бөтә йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡатын – ҡыҙҙың иң гүзәл, һоҡланғыс мәле, дәртле, илһамлы сағы — үтелгән юл да бар, ә иң ҙур шатлыҡ, изге хыялдар – барыһы ла алда кеүек! Киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек, яңынан- яңы ролдәр, ижад үрҙәре алҡыштар, ғаилә бәхете, ейәндәр шатлығы теләйбеҙ!

Тулыраҡ
Яңы ижад миҙгелен ҡаршылап

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы ижад миҙгелен ҡаршылап, журналистар менән осрашыу  үтте. Яңы миҙгелгә әҙерлек һәм  киләсәккә пландар тураһында  театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм йәш актрисалар Гөлмирә Исмәғилева, Лилиә Ғәлина, Гөлназ Хайсаровалар һөйләне.  Әлбиттә, журналистарҙы  Бүрәт Республикаһында  үткән “Алтан Сэргэ” Халыҡ-ара  театр фестивале ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡор театры был фестивалдә ике

Тулыраҡ
«Хыялға ҡаршы» ике премия яуланы!

Илсур  Ҡаҙаҡбаевтың «Хыялға ҡаршы» героик булмаған повесы Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сэргэ» (бүрәтсә, сэргэ — ҡунаҡ атын бәйләп ҡуйыр семәрле бағана, алтан — алтын) Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: «Иң яҡшы актер ансамбле» һәм «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн».  Ҡотлайбыҙ!!!

Тулыраҡ
Антигона — Креон: ялҡынлы бәхәс дауам итә

«Антигона» (Ж.Ануй) драмаһы өҫтөндә репетицияларҙың тамамланыуға барған яуаплы мәл театрҙа. Был классик әҫәр үлемһеҙлегенә, фекер тәрәнлегенә көндән — көн нығыраҡ инандыра, уйландыра, һоҡландыра. Кем ул Антигона, ни сәбәптән үлемесле аҙымға бара ул? Ниңә батша һынлы батшаны бер ни күрмәй, язаланыуҙан ҡурҡмай? Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры — Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың Ғ.Тукай исемендәге

Тулыраҡ
«Мөбәрәковтар: ижадта ҙур бәхет юлдары»

27 сентябрь театрҙың күргәҙмә залында Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың 80 йәшенә арналған «Мөбәрәковтар: ижадта ҙур бәхет юлдары» күргәҙмәһе асыла. Мөбәрәковтар… Икенсе быуат инде был фамилия күңелдәрҙә юғары кисерештәр һәм һоҡланыу уята: Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Гөлли Мөбәрәкова. Уларҙың сәхнә яҙмыштары бер — береһенеке менән бәйле һәм Башҡорт театр йылъяҙмаһының иң сағыу биттәрен тәшкил итә. Мөбәрәковтар

Тулыраҡ
Әйҙә, театрға төнгө сәйәхәткә!

Төнөн театрға кем йөрөй? Көндөҙ ваҡыты етмәгән, йә иһә билеттарҙы алып өлгөрмәгәндәр, тип яуапларһығыҙ. Бәлки дөрөҫтөр. Шулай ҙа Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан уҙғарылған «Театр төнө» мәҙәни акцияһына тик ҡыҙыҡһыныусан, өлгөр һәм, әлбиттә, театрҙы яратҡандар йөрөй. Быйылғы «Театр төнө» 27 сентябрҙә үтәсәк, Башҡорт театры ла тамашасылары өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле программа әҙерләне. Кескәйҙәрҙе театр

Тулыраҡ
Ҡорбан байрам мөбәрәк булһын!

Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе бѳтә донъя мосолмандар берләшмәһенең изге байрамы — Ҡорбан ғәйете менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Мосолмандарҙың фатиха алған ошо кѳнѳндә, миллионлаған ғибәҙәт ҡылыусылар изге Арафат тауында Аллаһы Тәғәләгә маҡтау йырлап, ғибәҙәт ҡылғанда бөтә йөрәктән барлыҡ мосолмандарға Ислам дине нигеҙҙәрен һәм иман байлыҡтарын үҫтереүҙә тыныс һәм ижади хеҙмәт теләйбеҙ. Ҡорбан килтереү байрамы исламдың күп

Тулыраҡ
Театрға тоғро булығыҙ…

Театрға тоғро булығыҙ, — был һүҙҙәрҙе тулҡынланып, айырыуса йәштәргә төбәп әйтте СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова оло юбилейы менән үҙен ҙурлап, тантаналы, рухи күтәренкелектә тәбрикләгән туған коллективына ҡарап. Эйе, туған театры был көндө актрисаны 80 йәше менән ҡотлап уға шиғырҙар ҙа, йырҙар ҙа арнаны, сөнки Актрисаға булған ихтирам һәм һоҡланыу хистәре ябай һүҙҙәргә генә һыймай…

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙын ҙур, данлы юбилейы менән бөтә йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Сәнғәтебеҙ ғорурлығы, халҡыбыҙ даны – Һеҙгә, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, йәшлек дәрте, бәхет-ҡыуаныстар тулы илһамлы тормош, ейәндәр шатлығы теләйбеҙ! Театр коллективы

Тулыраҡ