Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

«Башҡортостандың театр тормошо йөҙ йылда» исемле күргәҙмә асылды

Бөгөн, 2019-сы йылдың 7 июнендә, Башҡортостан Республикаһының Милли архивында «Башҡортостандың театр тормошо йөҙ йылда» исемле күргәҙмә асылды. Күргәҙмә Рәсәй театрҙарының йөҙ йыллығына бағышланған. Тантананы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салават Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов һәм Башҡортостан Республикаһының Милли  архивы директоры Ғәлей Хәйретдинов асты. Күргәҙмәлә Башҡортостан театрҙарына бағышланған уникаль материалдар бар, улар араһында:

Тулыраҡ
БЫЛ АҘНАЛАҒЫ СПЕКТАКЛДӘР

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ЙӘЙГЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН асты. Был аҙнала театрыбыҙҙың сәхнәһендә 3 спектакль үтәсәк: 6 июндә 19:00 сәғәттә – «БӘХЕТ ХАҠЫ» (Х. Мөҙәрисова), режиссеры – Айрат Абушахманов. 7 июндә 19:00 сәғәттә – «УЛ БИТ КИСӘ ИНЕ» (А.Әхмәтғәлиева), режиссеры – Айрат Абушахманов. 8 июндә 18:00 сәғәттә – «ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА» (Г.Яхина, Я.Пулинович),

Тулыраҡ
АЗАМАТ ҒАФАРОВ ҮҘЕНЕҢ ЮБИЛЕЙ КОНЦЕРТЫНА САҠЫРА

Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров үҙенең юбилей концертына саҡыра! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә 21 июндә 19.00 сәғәттә башлана. Билеттар театр кассаһында 8(347)272-35-33  һәм сайтында http://bashdram.ru/repertoire

Тулыраҡ
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле «Нәүрүз»дә аншлаг менән уҙҙы

1 – 8 июндә Ҡазанда Төрки халыҡтарҙың «Нәүрүз» Халыҡ-ара театр фестивале үтә. Бөгөн, 2 июндә, фестивалде тантаналы асҡандан һуң беҙҙең театрыбыҙҙың иң популяр спектаклдәренең береһе, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр фестиваль-премияһына дәғүә итеүсе «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле күрһәтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры спектакле аншлаг менән уҙҙы — тамашасылар өҫтәмә ултырғыстарҙа, иҙән

Тулыраҡ
«Нәүрүз»гә бағышланған матбуғат конференция үтте

Бөгөн беҙҙең театр төрки халыҡтарының «Нәүрүз» Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., режиссеры А.Абушахманов) спектаклен күрһәтә. Быйылғы фестиваль башҡорт театр сәнғәтенә бағышланған. Беҙҙең республиканан баш театрҙан башҡа шулай уҡ яңы ғына гөрләп үткән «Туғанлыҡ» фестивалендә еңеүсе Стәрлетамаҡ театрының «Өс таған» спектакле, Салауат, «Нур», Милли йәштәр һәм ҡурсаҡ театры ла ҡатнаша. Бөгөн иртән

Тулыраҡ
Гүзәл Яхинаны тыуған көнөн менән ҡотлайбыҙ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы исеменән «Зөләйха күҙҙәрен аса» романының авторы Гүзәл Яхинаны тыуған көнөн менән ҡотлайбыҙ!  

Тулыраҡ
ФЕСТИВАЛГӘ! «НӘҮРҮЗ»ГӘ!

Бөгөн, 2 майҙа, театр ут күршебеҙ Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазанда 1 июндә башланған Төрки халыктарының XIV «Нәүрүз» Халык-ара театр фестиваленә юлланды. Фестивалдә театрыбыҙ «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., режиссеры Айрат Абушахманов) спектакле менән 2 июндә Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә сығыш яһай. «Нәүрүз» фестивале 8 июнгә ҡәҙәр бара. Унда Үзбәкстан,

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕН ЯБЫУ ТАНТАНАҺЫ

VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале — барлыҡ театрҙарҙы берләштергән Өфөләге ҙур мәҙәни сара тамаланды. Еңеүселәр 14 номинацияла билдәләнде, шуға өҫтәп фестивалдең махсус приздары һәм дипломдары тапшырылды. Еңеүселәргә приздар түбәндәгесә бүленде: «ИҢ ЯҠШЫ СПЕКТАКЛЬ» — Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе «ӨС ТАҒАН» (М.Кәрим, реж.А.Федоров) спектакле. «ФЕСТИВАЛДЕҢ ПРЕЗИДЕНТЫ ПРИЗЫ» — ВИКТОР КОКОВ (Александр Топанов исемендәге Хакас милли драма

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 8-СЕ КӨН

30 майҙа «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестиваленең һуңғы көнө. Иртән фестивалдең эксперт советы А.М.Топанов исемендәге Хакас милли драма театры (Хакасия) «Ҡарт һәм диңгеҙ» спектакле һәм Бакен Кыдыкеева исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт йәш тамашасылар театры (Ҡырғыҙстан) «Ҡорон» (Тунджер Джудженоглу) спектакле тураһында фекер алышты. 12:30 Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған матбуғат конференцияһы үтте. Конференцияла спикерҙар – фестивалдең президенты,

Тулыраҡ
«Туғанлыҡ» фестиваленә бағышланған матбуғат конференцияһы үтте

Бөгөн, 30 майҙа, Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған матбуғат конференцияһы үтте. Конференцияла спикерҙар – фестивалдең президенты, М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт ИСРАФИЛОВ, Эксперт советтың рәйесе, Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе, режиссер, театр педагогы,

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 7-СЕ КӨН

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестиваленең алтынсы көнө. Бөгөн иртән «Башҡортостан» дәүләт концерт залының конференц-залында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа «Туғанлыҡ» фестиваленең президенты М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов, фестивалдең художество

Тулыраҡ