Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Киләһе яҙ «Алтын битлек»кә

Театрҙың «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури. А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсценировкаһы, режиссёры — Айрат Абушахманов, рәссамы — А.Нестеров, композиторы — И.Яхин, пластика — С.Асҡарова, Р.Абушахманов, рәссам-яҡтыртыусы — И.Саяхов, хормейстер — А.Хәсбиуллина, халыҡ йолалары буйынса консультант — А.Ғәйнуллина) «Алтын битлек-2016 » (Золотая маска) фестиваль — Милли премияһында ҡатнашасаҡ театрҙар исемлегенә ингән (Мәскәү). Был юлы Рәсәйҙең иң абруйлы театр фестивалендә илдең

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

Республикабыҙҙың күренекле сәхнә оҫтаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовҡа – 75 йәш! Юбилейың менән, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы! Ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, илһамлы тормош, ейәндәр шатлығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Заһир Суфиян улы 1940 йылдың 1 ноябрендә Күгәрсен районы Вәлит ауылында тыуған. Йомағужа урта мәктәбенән һуң, 1960 йылда Өфө сәнғәт

Тулыраҡ
Ҡанатлы күңел

29 октябрҙә театрҙа шағирә Гөлфиә Юнысованың ижад кисәһе булды. «Ғүмер үҙе – серле, моңло…» тип аталған кисәлә шағирәнең тормош асылы, йәшәү сере тирәләй уйланыуҙары нигеҙендә тыуған шиғырҙары, йырҙары яңғыраны. Театр артистары уҡыуында шағирәнең әһәмиәтле, уйландырғыс шиғырҙыры уғата зауыҡлы яңғыраны. Гөлфиә Юнысованың сәхнәгә һәр сығыуынан замана ҡатын — ҡыҙы рухы, тормошто, кешеләрҙе яратыу хистәре, йәшлек дәрте

Тулыраҡ
Ғүмер үҙе – серле, моңло, –

ти Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияhы лауреаты, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған шағирә Гөлфиә Юнысова. Шағирәнең үҙ уҡыусылары менән күҙгә-күҙ осрашып, улар алдында ижад емештәре менән уртаҡлашып, шиғыр һәм йыр байрамдары үткәреү ике яҡҡа ла файҙалы һәм фәһемле матур бер йолаға әүерелде. Шағирәнең ижад юлына тағы ла бер ҡат

Тулыраҡ
Малай, Инә болан һәм Аҡ пароход

28 октябрь — сәхнәлә «Аҡ пароход»! «… Спектаклдең художестволы биҙәлеше лә заманса, бер стилгә ҡоролған, төрлө алымдар ҡулланылған. Мәҫәлән, ҡом графикаһы, ҡурсаҡтар… Драматик сюжетты театр оркестрының “тере” яңғырашы төрлө көй һәм тауыштар менән оҙата бара. Хикәйәсе (Ф. Ғарипов, А. Ҡунаҡбаев) үҙе үк бер-бер артлы киләсәк ваҡиғаларҙы бәйән итә. Шулай итеп, оркестр янында ултырған был хикәйәсе

Тулыраҡ
Осҡон- ялҡынлы шәхес

20 октябрҙә театрыбыҙҙа мәшһүр драматург Туфан Миңнуллиндың хәтер кисәһе уҙҙы. Унда Башҡортостан һәм Татарстан театрҙары әҙиптең пьесалары буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр уйнаны, уны белгән замандаштары, яҡындары хәтирәләр менән уртаҡлашты. Тамашасы кисәнән бик йылы тәьҫораттар менән таралышты.

Тулыраҡ
Театр менән уртаҡ яҙмыш…

20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 96 йыл тулыр ине. Ошоға арнап 21 октябрҙә  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Ай тотолған төндә» трагедияһы күрһәтеләсәк. — Беҙ театр менән бер йылда тыуғанбыҙ – 1919 йыл – яҙмышыбыҙ ҙа уртаҡ беҙҙең, — тип яҙа Мостай Кәрим. Драматург булараҡ Мостай Кәрим тап

Тулыраҡ
Рухлы, ихлас үтте хәтер кисәһе

19 октябрҙә театрыбыҙҙа Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуыа 65 йыл тулыуға арналған матур кисә уҙҙы. Уны щепкинсылар (Мәскәүҙең М.С.Шепкин ис.Юғары театр училищеһын 2007 йылда тамамлаусылар, кураторҙары-Р.М.Ураҡсина) ойошторҙо. Кисә тулы мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, шағирә, ғалимә, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина рухында барҙы: етди, йөкмәткеле, шул уҡ ваҡытта ябай һәм ихлас та. Рәсимә Минлебулат ҡыҙы был кисәнән, моғайын, үҙе

Тулыраҡ
Егет кенә булһаң китһен даның Ҡазандар ҙа менән Өфөгә

Быйылғы октябрь айы ике туғандаш республика — Татарстан һәм Башҡортостан әҙәбиәте һәм театр сәнғәте йылъяҙмаһына мәшһүр драматург Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы киң билдәләгән миҙгел булып уйылып ҡаласаҡ. Ике республика театр йәмәғәтселеге 20 октябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан әҙиптең хәтер кисәһенә йыйыла. Ә быға саҡлы 5-11 октябрҙә Ҡазанда

Тулыраҡ
Йәйләүҙәрҙең һуңғыһы булмаһын…

16-17 октябрҙә ҡыҙыҡһынып көткән «Джут» (Һуңғы йәйләү) (О.Жанайдаров, реж.А.Абушахманов) драмаһының премьераһы үтте. «Мин дан-шөһрәт ҡаҙаныр, йә ҡоро фекер еткерер өсөн түгел, ә яҙмай булдыра алмағаным өсөн яҙам. Эҙләнеүҙәре, өмөттәре, файҙаһыҙлығы һәм әрнеүҙәре, мөхәббәте һәм көсһөҙлөгө менән миңә кешеләр тормошо бик мауыҡтырғыс. Халҡыбыҙ тормошондағы әлегә асылмаған, төрлө-төрлө «тере» ысынбарлыҡ арбай мине. Бөгөнгө әҙәбиәттә аслыҡ темаһына әҫәрҙәр

Тулыраҡ
Cәхнәлә «Джут» (Һуңғы йәйләү)

16, 17 октябрҙә — Рәсәйҙең билдәле йәш драматургы (сығышы менән Ҡаҙағстандан) Олжас Жанайдаровтың шул исемле документаль пьесаһы буйынса драманың премьераһы була. Пьесаны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, ҡуйыусы- рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре — Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат Яхин, хореограф- Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова. Ролдәрҙә:

Тулыраҡ
Туған халҡының лайыҡлы ҡыҙы

19 октябрь — билдәле шағирә, тәржемәсе, уҡытыусы, актив йәмәғәтсе Рәсимә Ураҡсинаның тыуған көнө, уға быйыл 65 йәш тулған булыр ине. Театрҙа ошо уңайҙан Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының хәтер кисәһе әҙерләнә. Рәсимә Ураҡсина 2002 йылда театрыбыҙ өсөн Мәскәүгә М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡытырға ебәрелгән махсус курстың етәксеһе ине. Студенттар менән 5 йыл буйы баш ҡалала

Тулыраҡ