Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Олег Хановҡа төп театр премияһы – К.С.Станиславский исемендәге премия тапшырылды

Мәскәүҙә Станиславский исемендәге халыҡ-ара театр премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы һәм художество етәксеһе Олег Ханов был премияға «Актер оҫталығы. Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында лайыҡ булды. Был номинацияла шулай уҡ йәш театр һәм кино актеры Данила Козловский билдәләнде. Йәмғеһе 11 номинацияла 12 театр әһеле, шул иҫәптән Бөйөк

Тулыраҡ
Рухланды бөтә республика , гөрләп торҙо бар Өфө!

19 декабрь юбилей кисәһе көндө театр хеҙмәткәрҙәрен ҡотлауҙар көндөҙ үк башланғайны. «Бөгөн республиканың театр сәнғәтендә генә түгел, тотош илебеҙ мәҙәниәтендә тарихи ваҡиға. Рәсәйҙәге иң олпат һәм абруйлы милли коллектив, халҡыбыҙҙың төп театры , рухи терәге, илһам сығанағы булған бай тарихлы Мәжит Ғафури исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 95 йыллыҡ

Тулыраҡ
«Иҫтә, һаман да иҫтә…» Фоторәсемдәр күргәҙмәһе

Башҡорт академия драма театры ижадының иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы этаптарының береһе — 1970-1980 йылдарға арнала аҡлы- ҡаралы фоторәсемдәрҙән торған мауыҡтырғыс Күргәҙмә. Тап ошо осор режиссерҙар Вәли Ғәлимовтың, Шәүрә Мортазинаның, Лек Вәлиевтың, Рифҡәт Исрафиловтың, Вәзих Сәйфуллиндың художество йәһәтенән иң әһәмиәтле спектаклдәре донъя күрә, Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Вәлитов, Олег Ханов, Әхтәм Абушахманов, Нурия Ирсаева, Фидан

Тулыраҡ
Биш бесәйҙең биш башына емерелмәһен өй башы

Бишәүме, алтаумы улар әкиәттә (Ш.Перро «Итекле бесәй»), кем һанаған, әммә күмәк улар, урам бесәйҙәре. Ә йырҙары, ай — һай, ҡолағың ғына түҙһен! Мыраубайҙарҙың яратҡан урыны ул ҡыйыҡ башы. Бында яҡты, йылы, йәнде ҡояш иркәләй, иң мөһиме, кемде кем рәнйетә – барыһы ла ус төбөндәгеләй күренә. Ә бесәйҙәр бер кемде бер кемгә рәнйетергә юл ҡуймаҫ! Бына

Тулыраҡ
Юбилей тантанаһы алдынан матбуғат конференцияһы

15 декабрҙә театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, баш рәссам Альберт Нестеров, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Хисамова, театр белгесе Айһылыу Сәғитова, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев театрҙа ойошторолған юбилей алды матбуғат конференцияһында «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Ҡыҙыл таң» «Башкортостандың мәҙәни донъяһы», «Тамаша», «Башинформ», «Аргументы и факты», «Действие», «Панорама Башкортостана» һәм башҡа бик күп газета һәм журнал редакциялары, радио һәм

Тулыраҡ
Артистар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр

Йәйәүләп «своим ходом» Элегерәк, бигерәк тә 80-се йылдар урталарында спектаклдәр менән театр Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә — «Химик», йә Машина төҙөүселәр Мәҙәниәт һарайҙарында сығыш яһай. Спектакль башланыуға күпмелер ваҡыт ҡалғас театр автобусы, артистарҙы туҡталыштарҙан юл буйлап йыйып, ултыртып ала. Бер мәл Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Сәғитова спектаклгә үҙ яйы менән — « Өфө универмагы»нан ултырып йәмәғәт

Тулыраҡ
80 йәшең менән, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы!

27 декабрҙә — барса ғәләм яңы йылға аяҡ баҫырға әҙерләнгәндә театрҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, өлкән сәхнә оҫтаһы, халыҡсан ижады, йөҙәрләгән ролдәре менән нисәмә быуын тамашасыһын илһамландырып йәшәгән Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Сөйәрғоловтың ҙур юбилейы билдәләнә. 80 йәшкә ҡәҙәр сәхнәлә ролдәр уйнаған ҡайһы артисты хәтерләйбеҙ икән? Театр тарихында бармаҡ менән генә һанарлыҡ улар иҫәбе…. Муллаян Сөйәрғолов

Тулыраҡ
Мәҙәниәт йылы тамам

  5 декабрь көнө Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын ябыу тантанаһында мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында мәҙәниәт йылы сиктәрендә уҙғарылған төрлө саралар һәм ваҡиғаларға йомғаҡ яһалды. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры әүҙем ҡатнашҡан был ваҡиға ошо көн үҙ ишектәрен асҡан «Башҡортостан» дәүләт Концерт залында булды. «Беҙ бөгөнгө ваҡиғаны көтөп алдыҡ, бөгөн беҙ республикабыҙҙың төп концерт залын

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ! Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте!

Актриса Фирүзә Аллаярованы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы», музыка бүлеге мөдире, композитор Урал Иҙелбаевты «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме бирелеү менән бөтә йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә яңынан – яңы ижади уңыштар, сәләмәтлек, илһамлы тормош теләйбеҙ! Театр коллективы  

Тулыраҡ
Хөрмәтле дуҫтар!

Бөгөн — 4 декабрь -Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына -95 йыл! Барығыҙҙы ла Театрыбыҙҙың ҙур юбилейы — тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Театр киләсәк йылдарҙа ла туған халҡы менән бергә бөгөнгөләй гөрләп йәшәһен, сәхнәһендә яңынан-яңы заманса спекталдәр тыуып торһон! Барығыҙға ла илһамлы тормош, ижади үрҙәр, сәләмәтлек теләйбеҙ!

Тулыраҡ
Сәхнәлә — «…Ҡыҙҙар моңо…»

10 декабрҙә Театрыбыҙ сәхнәһендә — «…Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың» тигән ҙур поэтик – музыкаль тамаша көтөлә. Театр һөйөүселәрҙең хәтерендәлер, моғайын, йәмле яҙ көндәренең береһендә булғайны был ижади проекттың премьераһы. Унда билдәле шағирәләр, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәре һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырап,

Тулыраҡ