Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Изге ғәмәлдәр

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы, инде матур йолаға әйләнгән күркәм традицияны дауам итеп, Өфөнөң «Мосолман ҡәберлегенә» зыярат ҡылды. Ғүмерҙәрен театрға бағышлаған ижади шәхестәребеҙҙе иҫкә алып, уларҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе, ҡый үләндәренән таҙартты, сәскәләр һалды. «Мосолман зыяраты» эсендә нур бөркөп ултырған изге йорт – «Ғофран» мәсетенә инеп вәғәз тыңланы. Мәрхүмдәр

Тулыраҡ
Юбилей миҙгелен «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» башлай!

   1 октябрҙә театр «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова, реж. О.Ханов) мюзиклы менән 95- се ижад миҙгелен аса. Театрҙың сираттағы миҙгеле ябай түгел, ә юбилей йылы. Был көндө Башҡорт академия драма театрына килгән барлыҡ тамашасы байрам кәйефе кисерһен, театр майҙанында ла, сәхнәлә лә күтәренке рух тантана итһен ине, тигән теләктә театр етәкселеге лә, коллектив

Тулыраҡ
«Әлифбанан бер себеш» — был юлы Карелияға

8 сентябрҙән 14 сентябргә тиклем Карелия Республикаһының баш ҡалаһы Петрозаводскийҙа «Лифт Карелия 14+» исеме аҫтында театраль-эксперименталь проект старт ала

Тулыраҡ
Фестиваль шаңдауы

Ырымбур тарафтарында сығып килгән һәм халыҡҡа бушлай таратылған сағыу һәм бай йөкмәткеле «Культура и искусство Оренбуржья» журналының (ойоштороусыһы — Ырымбур өлкәһе мәҙәниәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы) 4-се һанында быйылғы йылдың 10-16 июнендә Ырымбурҙа уҙған Беренсе Волга буйы фестивале хаҡында мауыҡтырғыс мәҡәлә баҫылды. Уның авторы Надежда Романова. Фестивалдең «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булған М.Ғафури исемендәге Башҡорт

Тулыраҡ
Труппаның йәйге ялы тамам

11 августта театр труппаһы йәйге ялдан һуң эш башланы. Театрҙың 95 йыллыҡ юбилей миҙгеленең ваҡиғаларға бай булыуы, алда торған ижади пландарҙың күплеге, эштәрҙең мөһимлеге коллективтың быйылғы миҙгелдәге тәүге йыйылышында уҡ айырым асыҡ билдәләнде. Репетициялар, яңы спектаклдәр өҫтөндә эш тәүге көндән үк башланды. Йәйге ялдан һуң яңы дәрт һәм илһам менән башланған ижад йылы тамашасылар өсөн

Тулыраҡ
Баш ҡалала — юбилей гастролдәре

8-12 октябрҙә Башҡорт академия драма театры 95 йыллыҡ юбилейы айҡанлы баш ҡалабыҙ Мәскәүгә гастролгә бара. Сығыштар «Сатирикон» театрының Ҙур сәхнәһендә була. Мәскәү – донъя театр мәҙәниәте үҙәге. Бында ҙур ижади проекттар ярала, тормошҡа ашырыла, сәхнә сәнғәтенең заманса алымдары табыла. Театр донъяһында яңы фекер тыуа Мәскәүҙә. Театрҙың баш ҡала театр сәнғәте әһелдәре һәм тамашасылары менән даими

Тулыраҡ
Аһ, Ырымбур шәлдәре! ..

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәи Ҡара юрға» (Т.Ғарипова) мюзиклы Ырымбурҙа үткән Беренсе Волга буйы региональ театр фестиваленең «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булғайны. Театр был номинацияла еңеүсе тип Ырымбур дәүләт университеты студенттарының социология лабораторияһы эше һөҙөмтәһе менән танышҡас билдәләнде, йәғни студенттар тамашасы фекерен һорашып белеште, тауыш бирҙе һ.б. Фестиваль дирекцияһы ошо еңеүе менән Башҡорт академия

Тулыраҡ
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова Башҡортостан делегацияһы составында Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын уҙғарыуҙағы иң яҡшы тәжрибәне асыҡлау һәм таратыу буйынса региональ конференцияла ҡатнашты

Башҡортостан делегацияһы составында Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын уҙғарыуҙағы иң яҡшы тәжрибәне асыҡлау һәм таратыу буйынса региональ конференцияла ҡатнашты

Тулыраҡ
Хөрмәтле театр һөйөүселәр!

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитовтың юбилей тантаналары дауам итә.

Тулыраҡ
Йәйге гастролдәр

2014 — Мәҙәниәт йылына бағышланған һәм театрҙың 95 йыллығы уңайынан ойошторолған сираттағы гастролдәр уңышлы үтте һәм 11 июндә Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында тамамланды.

Тулыраҡ
Ҡазанда «Нәүрүз» театр — белем биреү Форумы тамамланды

Ошо көндәрҙә III “Нәүрүз” театр — белем биреү фестиваль-форумы тамамланды.

Тулыраҡ