Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

«Яңғыҙҙар ташы» миҙгел яба
15.05.2014

Театрҙың һәр ижад миҙгелен премьера спектакле менән ябыу һуңғы йылдарҙың күркәм традицияһына әүерелде. Быйыл да юбилей алды 94 -се ижад миҙгелен коллектив 23 майҙа премьера спектакле менән тамамлай — тамашасыға Әлфис Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы» мистик -психологик драмаһы буйынса спектакль тәҡдим итә. (Премьера көнө- 22 май) Республикабыҙҙа уҙған йыл 12 сентябрҙә тәү тапҡыр уҙғарылған «Театрҙар төнө»

тулыраҡ
Хөрмәтле журналистар иғтибарына!
14.05.2014

21 май 16.00 сәғ. М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театрының 94-се ижад миҙгелен ябыуға һәм «Яңғыҙҙар ташы» (Ә.Ғаязов) премьера спектакленә бағышланған пресс-конференция була. «Яңғыҙҙар ташы» спектаклен алдан ҡарау – 17.00 сәғәттә (Режиссеры – Олег Ханов, рәссамы – Радик Сафин, композиторы – Урал Иҙелбаев). Ролдәрҙе Гөлли Мөбәрәкова, Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Алмас Әмиров, Сара Буранбаева,

тулыраҡ
Гүзәллек һәм таланттар конкурсы — «Гүзәлкәй»
07.05.2014

30 апрель көнө М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «Гүзәлкәй» — сәләмәтлектәре сикләнгән балалары булған әсәләр араһында өсөнсө тапҡыр уҙғарылған асыҡ Республика гүзәллек һәм таланттар конкурсының 2-се туры үтте. Был конкурс әсәләрҙең ижади мөмкинлектәрен өйрәнеү, таланттарын асыу һәм үҫтереү, сәләмәтлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ҡатындарҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын киңәйтеү маҡсатында, шулай уҡ уларҙың рухи, интеллектуаль, ижади

тулыраҡ
Театрҙа Ҡазан ҡунаҡтары. Туфан рухы – йәшәү йыры, бишек моңо

5 май — Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһы буйынса «Мин – ҡатын- ҡыҙ» (режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев) премьера спектакленә Татарстандан драматург Туфан Ғабдулла улының ғаиләһе: тормош юлдашы -Татарстан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисткаһы, Татарстандың Ғ.Туҡай ис. дәүләт премияһы лауреаты Нәжибә Ғимаделислам ҡыҙы Ихсанова һәм драматургтың һөйөклө ҡыҙы Әлфиә Туфан ҡыҙы килде. Йәш режиссерҙың

тулыраҡ
Юбилей тантаналары артистың тыуған яғында
06.05.2014

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитовтың юбилей байрамы тыуған яғында дауам итә. Быйыл сәнғәт һөйөүселәр милли театрыбыҙҙың сағыу вәкиле, халыҡсан ижады менән бер нисә быуын тамашасыһын илһамландырып, уйландырып, йырлатып, йылмайтып йәшәгән егәрле замандашыбыҙ, билдәле сәхнә оҫтаһы Рәүис Хәбир улы Заһитовтың 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Төп юбилей кисәһе Рәүис Заһитовтың туған театрында – М.Ғафури ис.

тулыраҡ
«Ғәфү ит мине!» — Белорет һәм Учалы райондарында

Спектаклдең режиссеры — Олег Ханов, рәссамы -Альберт Нестеров, композиторы — Ләйсән Шәрипова.

тулыраҡ
Бәләкәй сәхнәлә – «Аяуһыҙ уйындар». А.Арбузов.

6 Май — Театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә — З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры өсөн уҡытылған махсус курсы студенттарының «Аяуһыҙ уйындар» (А.Арбузов) спектакле була. Курстың художество етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, педагог — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

тулыраҡ
М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры — Бөйөк Еңеүгә
30.04.2014

8 май — М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында — «Ер менән күк араһында» (Т. Ғиниәтуллин, Р. Кинйәбаев инсц.) спектакле мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә уйнала. Театр бөтә халыҡ байрамы – Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы айҡанлы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм барлыҡ тамашасыларҙы ихлас ҡотлап, 8 май көндө «Ер менән күк араһында» (реж. Г. Ильясова, өндәге күрәҙәлек)

тулыраҡ
Миҙгел ябыу – премьера менән.
29.04.2014

23 май — «Яңғыҙҙар ташы» (Ә.Ғаязов, режиссеры – О.Ханов)

тулыраҡ
Шиғриәт һәм театр: тойғоларҙың асмандарға ашҡан мәле!
28.04.2014

27 апрель көнө театр сәхнәһендә «…Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың» тигән ҙур поэтик – музыкаль тамаша уҙҙы

тулыраҡ
«…Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың»
25.04.2014

27 апрель поэтик – музыкаль тамаша көтөлә. Проект авторы – Хөрмәтулла Үтәшев

тулыраҡ