Яңылыҡтар

Иртәгә — Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилей бенефисы!

28-се февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилей бенефисы! Актрисаның юбилейы уңайынан «Иң бәхетле төн» (А.Касона) мелодрамаһы күрһәтеләсәк. Юбилярҙың ижадын яратыусыларҙы, дуҫтарын, яҡындарын, студенттарын, тоғро тамашасыларыбыҙҙы Суфия Шәрәфулла ҡыҙының байрам кисендә көтөп ҡалабыҙ! 19:00 сәғ. башлана.

Тулыраҡ
Апрелдә – Ҡазанға!..

Апрель башында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға ижади сәфәргә сыға — алмаш гастролдәр, һәр ваҡыттағыса, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре: 3 апрель — Үлемһеҙлек тураһында ҡобайыр – «УРАЛ БАТЫР» (Башҡорт халыҡ эпосы буйынса), ҡуйыусы режиссер: Андрей Борисов.  4 апрель

Тулыраҡ
Беҙҙең Музей ҡунаҡтары…

Бөгөн беҙҙең театр музейында «Рәсәй Почтаһы» ветерандары булды. Театрыбыҙҙың ҡунаҡтары бик ҡыҙыҡһынып музей экспонаттары менән таныштылар, улар иҫәбендә – һирәк осрай торған фотолар, беренсе афишалар, танылған башҡорт режиссерҙарының көндәлектәре, иҫтәлектәр яҙылған дәфтәрҙәре, сәхнә кейемдәре, беренсе тарихи шәхестәрҙең портреттары һәм башҡалар бар. Театр тарихын туплаған музей һәр быуын тамашасыһына ҡыҙыҡлы булып ҡала, бында һәр бер әйбер,

Тулыраҡ
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған акция!

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған акция! 23 февраль – театр сәхнәһендә «Ҡаһым түрә» спектакле. Был тарихи драмаға бер билетты һатып алһаң, икенсеһе — БҮЛӘККӘ!  Касса: 272-35-33.

Тулыраҡ
Бөгөн Гөлли Мөбәрәкова менән хушлаштыҡ

Бөгөн РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины ГӨЛЛИ АРЫҪЛАН ҠЫҘЫ МӨБӘРӘКОВА менән хушлаштыҡ. Траур митингыһын Мәҙәниәт министры Әминә Шәфиҡова алып барҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ телмәрендә Гөлли Арыҫлан ҡыҙының ижадына ҡарата тәрән ихтирамын белдерҙе.    Бөгөн хушлашыу һүҙҙәрен шулай уҡ Өфө ҡала

Тулыраҡ
«Сыңғыҙхандың аҡ болото» исемле спектаклдең премьераһы үтте

Кисә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы сәхнә әҫәре — «Сыңғыҙхандың аҡ болото» исемле спектаклдең премьераһы үтте!  Спектакль алдынан театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов һүҙ алды.  «Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ, хәйерле кис. Бөгөн беҙҙең «Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектакленең премьераһы утә. Беҙҙең спектаклде бөгөн Рәсәйҙә Монголия вәкиллегенең беренсе секретары  Жигжидсурэн Баярхуу ҡарай. Ләкин һеҙҙең алдығыҙға минең сығыуымдың

Тулыраҡ
Гөлли Мөбәрәкова менән хушлашыу

РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, профессор Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова менән хушлашыу 22 февралдә 11.00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында (Өфө, З.Вәлиди урамы, 34) үтәсәк.

Тулыраҡ
Ауыр юғалтыу — Гөлли Мөбәрәкова донъянан китте…

Башҡортостан һәм Рәсәй мәҙәниәте, театр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Арабыҙҙан 83-се йәшендә күренекле актрисабыҙ, СССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова китеп барҙы… Гөлли Мөбәрәкова — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ның Б.Йосопова исемендәге Театр эшмәкәрҙәре союзы премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, З.Исмәғилев исменедәге Өфө дәүләт

Тулыраҡ
Иртәнән һуң – «Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектакленең премьераһы!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы сәхнә әҫәре — «Сыңғыҙхандың аҡ болото» исемле спектаклдең премьераһы 21-се һәм 22-се февралдә үтәсәк. Сыңғыҙ Айытматовтың шул исемле әҫәрен режиссер Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерә. Яҙыусының «Быуаттан да оҙон көн» романының тәүге вариантына инмәй ҡалған, һуңынан ғына өҫтәлеп киткән «Сыңғыҙхандың аҡ болото» исемле бүлек буйынса сәхнә версияһын Елена Баранчикова яҙған.

Тулыраҡ
Заһир Вәлитов менән хушлашыу

Актер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ЗАҺИР СУФИЯН УЛЫ ВӘЛИТОВ менән хушлашыу 19 февралдә 10.00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында (Өфө, З.Вәлиди урамы, 34) үтәсәк. Ижадташыбыҙ, рухташыбыҙ, һоҡланғыс кеше, фекер эйәһе, алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ Заһир Вәлитовтың донъя ҡуйыуы — беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының, күп

Тулыраҡ