Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Нурлы ҡояш, тулған ай һәм ун бер йондоҙ…

19 декабрҙә йылдың һуңғы премьераһы! «Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли, Ю.Сафиуллин нсценировкаһы, режиссеры – Олег Ханов) — бөйөк фекер эйәһе Ҡол Ғәлиҙең «Йософ китабы» буйынса спектаклдең донъя күреүе республикабыҙҙың сәнғәт һәм әҙәбиәт һөйөүселәренә затлы, мәртәбәле Яңы йыл бүләге буласаҡ.
Быуаттар аша беҙгә килеп еткән «Йософ ҡиссаһы»ның сәхнәбеҙҙә рийәүәт итеп һөйләнеүе, улай ғына ла түгел төп идеяның музыка, йырҙар аша, көнсығыш ритмдарына һалынған бейеүҙәр менән байытылып (композиторы — Урал Иҙелбаев, хореографы – Сулпан Асҡарова), заманса сәхнә алымдары, таң ҡалырлыҡ, зиннәтле костюмдар ҡулланып бирелеүе (рәссамы – Альберт Нестеров, рәссам-яҡтыртыусы – Илшат Саяхов) иң талапсан тамашасының да зауығын ҡәнәғәтләндерер кимәлдә уйланылған. Боронғо мөхәббәт поэмаһындағы төп фекер, бөйөк Ҡол Ғәли һүҙе тамашасыға аңлайышлы һәм ул йөрәктәргә үтеп инә.

Юсуф и Зулейха