Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин арабыҙҙан китте…

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин 73-сө йәшендә арабыҙҙан китте. Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Сибай эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Сибай ҡалаһы) 1946 йылдың 8 декабрендә тыуған.

1992 йылдан — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы рәйесе. 1994—1996 йылдарҙа — Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Юғары координация үҙәге, 1996 йылдан — Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ағзаһы. Р. Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсәне ойоштороусыларҙың береһе.

Ул Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ордены менән бүләкләнгән.Дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Беҙ, Башҡорт театры коллективы, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың туғандары, яҡындары, дуҫтарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.