Яңылыҡтар

Оҙон сәхнә ғүмере һиңә, «Әбейүшкә…»!

31 октябрҙә Театрыбыҙ сәхнәһендә Рәлиф Кинйәбаев пьесаһы буйынса «Әбейүшкә@эт.тущка.ru» заманса комедияның премьераһы булды. Был комедия өлкәндәр һәм балалар мөнәсәбәте, ололарға хөрмәт, ихтирам күрһәтә белеү, бөгөнгө көндә өлкәндәр тормошо хаҡында. Спектаклдең режиссеры - Илнур Муллабаев, рәссамы - Альберт Нестеров, композиторы - Илшат Яхин, балетмейстеры - Сулпан Асҡарова.

Исеменән үк күренеүенсә, режиссер Илнур Муллабаев Рәлиф Кинйәбев пьесаһын заманса сәхнәләштергән. Бөгөнгө көн сәхнә алымдары, художестволы һәм музыкаль биҙәлеш бик тә мауыҡтырғыс. Спектаклдең премьераһы аншлаг менән үтте. Был кондө тамаша залында алма төшөр урын булманы. «Әбейүшкә@эт.тущка.ru» 14, 30 ноябрҙә лә уйналасаҡ.