Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Олимпиада символы — Алмас Әмировта!

Олимпиада уты Рәсәй буйлап сәйәхәтен дауам итә... 19 декабрь баш ҡалабыҙ Олимпиада уйындарының төп символын – факелды ҡабул итте.

Факел менән тантаналы йүгереү 21 декабрь 09.00 – 09.40 сәғ. башлана. Олимпиаданың Эстафета утының маршруты Өфөләге Сельская Богородская — Интернациональ — Вологодская — Орджоникидзе — Первомай урамдары буйлап үтәсәк.

Театрыбыҙҙың актеры - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров - Эстафета утын алып барыуға лайыҡ булды. Уның участогы № 013 – Вологодская-Орджоникидзе урамдарында үтәсәк, башлана 9 сәғ. 30 мин.

Сыраҡ тотоп йүгереүселәр араһында булыуы Алмас Әмиров ғәйәт лайыҡ! Олимпиада факелын күтәреп барыуы уның өсөн Прометей утын тотҡанға тиңдер... Кеше күңелендә мәңге ялҡып торған ғәзиз ут, сәнғәттә юғары маҡсаттарға ынтылыуҙың һүнмәҫ символы ул – Прометей уты, Олимпиада уты...