Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Олжас Жанайдаров менән осрашыу

15 ноябрҙә сәхнәлә «Джут» (Һуңғы йәйләү ) спектакле барҙы. Премьеранан һуң өсөнсө спектаклгә Мәскәүҙән пьесаның авторы Олжас Жанайдаров килгәйне. Ҡыҙыҡһыныусан, аралашырға яратҡан, әүәҫ әңмәсе — утыҙ биш йәшлек Олжас баш ҡалабыҙ Өфөлә бер көн булып, ике төн уҙғарҙы. Пьсесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Джут» спектаклен ҡараны, спектакль хаҡында фекерҙәре менән, донъяға ҡарашы, шәхесе хаҡында үҙен сәләмләргә килгән журналистар һәм драматургтар менән асыҡтан -асыҡ бүлеште. Уның һәр фекере бик ҡыҙыҡлы. Экономист һөнәренә эйә булған Олжас ни сәбәптән драматургияға тартыла, бөгөнгө көндә авторҙы нимә борсой – һүҙ осрашыуҙа ошо хаҡта барҙы. «Һөҙөмтә артынан ҡыуырға түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса яҙырға, пьеса тыуғанда ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү – бына был оло бәхет, ти инде алты пьеса авторы Олжас Жанайдаров.
Донъяға позитив, киң ҡарашлы Олжас Башҡорт академия драма театрының «Джут» («Һуңғы йәйләү») премьераһын бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. Спектаклдән һуң артистар, театр белгестәре һәм тамашасылар менән осрашты.