Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Осҡон- ялҡынлы шәхес

20 октябрҙә театрыбыҙҙа мәшһүр драматург Туфан Миңнуллиндың хәтер кисәһе уҙҙы. Унда Башҡортостан һәм Татарстан театрҙары әҙиптең пьесалары буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр уйнаны, уны белгән замандаштары, яҡындары хәтирәләр менән уртаҡлашты. Тамашасы кисәнән бик йылы тәьҫораттар менән таралышты.