Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Өфө -Ҡазан хәстәре – йөрәктең саф хистәре

Ут күршебеҙ Татарстан Республикаһына гастролдәр башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театры сәхнәһендә сығыш яһау, беҙҙе һәр саҡ ихлас ҡаршы алып, ҙур ихтирам менән оҙатып ҡалған Ҡазан тамашасылары менән осрашыу беҙҙең өсөн һәр ваҡыт тулҡынландырғыс ваҡиға. Һәр ваҡыттағыса, ( алмаш гастролдәр ике йылға бер уҙа) был юлы ла гастроль репертуарыбыҙҙа премьера спектаклдәре, иң уңышлы әҫәрҙәр. Һәм, шуны ла әйтергә кәрәк, был юлы спектаклдәр һаны байтаҡҡа күберәк һәм улар төрлө.
Гастролдәр 3 апрелдә башланып бер аҙна дауамында бара. Шулай итеп, осрашыу майҙаны – Камал театры. Тәбиғәттең иң сағыу, серле һәм ҡояшлы көндәрендә ижадташ дуҫтар осрашыуы, тамашасылар менән күрешеү – йөрәктәргә дәрт, күңелдәргә илһам биреп, дүҫлыҡ, туғанлыҡ ептәрен тағы ла нығытыр, моғайын.