Яңылыҡтар

«АҒИҘЕЛ ҠЫҘЫ» КИТАП-АЛЬБОМЫНЫҢ ИСЕМ ТУЙЫ

«Мостай Кәримдең әйткәне булыр: «Яҡшы аттар менән затлы ҡатындарҙың бер рухтан яралыуы тураһында мин ғүмер буйы тылҡыным. Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы үҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмай, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына». Актриса Илсөйәр Ғәзетдинованың илаһи тәбиғәтенә

Тулыраҡ
МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНӘ БАҒЫШЛАП

«Башҡорт театры менән беҙ бер йылда тыуғанбыҙ – 1919-ҙа... яҙмышыбыҙ ҙа беҙҙең уртаҡ... », - тип яҙған Мостай Кәрим үҙенең иҫтәлектәрендә. Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо, бөйөк аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың яратҡан улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арнап, 20 октябрҙә  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаждемия драма театры сәхнәһендә «Ай тотолған төндә» спектакле күрһәтеләсәк (режиссеры

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты хөрмәтле коллегабыҙ ИРСАЕВА НУРИЯ ИСХАҠ ҡыҙын 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек, яңынан- яңы ролдәр, ижад үрҙәре алҡыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Аҡ бәхеттәр менән атһын таңдарығыҙ, Ҡояш көлһөн һәр саҡ Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә. Уңыштар, оҙон ғүмер, һаулыҡ

Тулыраҡ
ЯҢЫ ПЬЕСА УҠЫЙБЫҘ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрының ижади төркөмө яңы пьеса өҫтөндә эш башланы. Бөгөн театрҙың көрән залында Алехандро Касонаның "Ағастар баҫып үлә" пьесаһын уҡыйбыҙ. "Испан драматургының әҫәре беҙҙең театрыбыҙҙың ҡан йөрөшөнә тап килә. Был - мелодрама. Башҡортсаға Фаҡил Мырҙаҡаев тәржемә итте. Алдан уҡ әйтеп ҡуям: пьесалағы бөтә ролдәр ҙә шәп", - тип артистарҙың кәйефтәрен күтәрҙе

Тулыраҡ
13-СӨ ЙОМА КИС: ТЕАТР ТУРАҺЫНДА ӘҢГӘМӘ

"ТЕАТР+" проекты сиктәрендә 13 октябрҙә "Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" спектакле тураһында фекер алышырбыҙ. Спектаклде Ярослава Пулинович пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов сәхнәгә сығарған. Бала сағынан уҡ донъяның асы-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы замана ҡатын-ҡыҙына әүерелдерә. Йәше күптән инде 50-гә яҡынлашҡан ханым үҙенән күпкә йәш кеше менән йәшәй, уның өсөн

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!!! Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты хөрмәтле коллегабыҙ Ғафаров Фидан Сафа улын 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Милли театрға, туған сәхнәбеҙгә бөтә тормошон, бар һәләтен арнаған йор күңелле, талантлы ижадташыбыҙға теләктәрҙең иң изгеһе: ижади уңыштар, рухи күтәренкелек, ғаилә бәхете һәм сәләмәтлек, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс

Тулыраҡ
ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

Шамонино ауылында балалар өсөн махсус Башҡорт театр студияһы асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Унда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, йәш талантлы артист Фәнис Рәхмәтов балаларҙы театр серҙәренә өйрәтә. Бөгөн студияла тәрбиәләнеүселәрҙең бер төркөмө театрға спектакль ҡарарға килде. Ул ғына ла түгел, тәүҙә театрҙың музейында экскурсия, һуңынан

Тулыраҡ
РЕСПУБЛИКАБЫҘҘЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ МЕНӘН!

11 октябрь Башҡортостандың төп байрамы - БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ КӨНӨ билдәләнә. Башҡортостан ! Һинең гүзәллеккә Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән ? Аҡҡош кеүек ап – аҡ Ағиҙелкәй Ҡайһы илдә генә бар икән ? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры барлыҡ театр һөйөүселәрен яҡынлашып килгән байрам - Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында

Тулыраҡ
«ӘЛИФБАНАН БЕР СЕБЕШ»: УЙЛАНДЫРА ТОРҒАН СПЕКТАКЛЬ

Кесе зал. Өс мәктәп таҡтаһы. Бер артист. "Әлифбанан бер себеш" спектакле тәүге йыл уйналмаһа ла, тамашасыларҙы һаман да үҙенә йыя. Бөгөнгө спектакль дә бер тында үтте. Йола буйынса актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров спектаклдән һуң тамашасылар менән әңгәмәләште. Тамашасылар спектакль тураһында үҙҙәренең уй-фекерҙәре, хистәре менән бүлеште, борсоған һорауҙарын бирҙе. Аҙаҡтан күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төштө.

Тулыраҡ
«ТЕАТР+»: ТЕАТР ТУРАҺЫНДА ЙӘНЛЕ ӘҢГӘМӘ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ойошторған "ТЕАТР+" проекты көҙгө миҙгелен асты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элек спектаклдәрҙе ҡарағандан һуң фекер алышыуҙан ғына ғибәрәт булған был проект быйыл иһә яңы форматта эшләй башланы. Әйтергә кәрәк, октябрҙә үк спектаклдәр тураһында фекер алышыуҙан тыш З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт тарихы һәм белем кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, театр белгесе

Тулыраҡ
ҠӘҘЕРЛЕ ТЕАТР ҺӨЙӨҮСЕЛӘР! КОНКУРС!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «ТЕАТР+» проекты сиктәрендә рецензиялар конкурсы башланыуы тураһында иғлан итә. Дедлайн: 2017 йылдың 10 декабренә тиклем. Конкурста һәр бер теләгән кеше ҡатнаша ала. Рецензияларҙы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарында барған спектаклдәргә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яҙырға кәрәк. Рецензияла спектаклдән һуң тыуған уйҙар, актерҙар уйыны,

Тулыраҡ
ҺАУМЫ, ЯҢЫ 98-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕ!

Бөгөн, 2017-се йылдың 28 сентябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 98-се ижад миҙгелен «НӘРКӘС» (И.Йомағолов, реж. И.Ғиләжев) спектакле менән асты. Йола буйынса яңы ижад миҙгелен асыу мәлендә театрҙың ижади коллективы үткәндәрҙе иҫкә алып, киләсәккә уй-теләктәр барлап Мәжит Ғафури, Арҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскә һалдылар. Байрам театр алдындағы майҙанда дауам итте. Быйыл беҙҙең

Тулыраҡ