Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Йырла, Азамат! Уйна, Азамат! – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың бенефисы үтте
22.06.2019

Кисә, 21 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡорт театрының ғорурлығы, башҡорт һәм татар эстрадаһының яҡты йондоҙо, республикабыҙҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Азамат Ғафаров үҙенең 45 йәшенә арналған бенефисын үткәрҙе. «Бөгөн мин шул тиклем тулҡынланам… Уйлап ҡарағыҙ – улымдың бенефисы! Шуға ла ошо залды тултырып килеүегеҙгә – оло рәхмәт! –  юбилярҙың атаһы,

тулыраҡ
Режиссер Фирғәт Ғарипов «Бомба» премьераһы тураһында…
20.06.2019

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Һеҙҙе шәп тамаша көтә. Бөгөн матбуғат конференцияһында режиссер Фирғәт Ғарипов «Бомба» исемле яңы премьера тураһында һөйләне. Тулыраҡ бында уҡығыҙ: http://bashdram.ru/news/rezhisser-firgat-garipov-o-premere-bomba.html . «Бомба» спектакленең авторҙары: рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Вәсил Ғафаров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер – Роман Пожидаев. Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың

тулыраҡ
Иртәгә – Азамат Ғафаровтың юбилей кисәһе!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 99-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Ошо уңайҙан ойошторолған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Конференцияла Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров сығыш яһаны. Ул үҙенең бенефис тураһында һөйләне (тулыраҡ мәғлүмәт бында: http://bashdram.ru/news/azamat-gafarov-na-svoem-yubilejnom-vechere-podarit-zritelyam-premery-pesen.html). Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Азамат Ғафаровтың юбилей кисәһе иртәгә, 21 июндә, үтәсәк. Сара 19:00 сәғәттә башлана.

тулыраҡ
Башҡорт академия драма театры 99-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 99-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Ошо уңайҙан ойошторолған матбуғат конференцияһында театрҙың директоры вазифаһын башҡарыусы Иршат Фәйзуллин йәйге миҙгел саралары менән таныштырҙы (тулыраҡ мәғлүмәт: http://bashdram.ru/news/bashkirskij-dramteatr-imeni-mazhita-gafuri-podvel-itogi-99-go-sezona-i-podelilsya-planami-na-svoe-100-letie.html). Театр менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән журналистарҙы билдәләп үтте.

тулыраҡ
ХӨРМӘТЛЕ МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ!
19.06.2019

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 99-сы ижад миҙгеленең йомғаҡтары, шулай уҡ йәйге миҙгел саралары менән таныштырыу уңайынан 20 июнь ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ уҙғара. Ҡатнашалар: Иршат Фәйзуллин, театрҙың директоры вазифаһын башҡарыусы Фирғәт Ғарипов, режиссер Азамат Ғафаров, Башҡортостандың халыҡ артисы БАШЛАНА: 15.00 сәғәттә. Театрҙың 2 ҡатында (фойе) үтәсәк. Барығыҙҙы ла сараға саҡырабыҙ Белешмә өсөн телефон: (347)272-39-30 (әҙәбиәт

тулыраҡ
БЫЛ АҘНАЛАҒЫ СПЕКТАКЛДӘР
18.06.2019

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ЙӘЙГЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН дауам итә. Был аҙнала театрыбыҙҙың сәхнәһендә: 18 июндә 19:00 сәғәттә – «ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА» (Г. Яхина, Я.Пулинович инсц.), режиссеры – Айрат Абушахманов; 19 июндә 19:00 сәғәттә – «ӘБЕЙҮШКӘ@ЭТ ТУЩКА.RU» (Р.Кинйәбаев), режиссеры – Илнур Муллабаев; 21 июндә 19:00 сәғәттә – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Гафаровтың ижад

тулыраҡ
ПРЕМЬЕРА! «БОМБА»!
17.06.2019

«— Иғтибар, хәүеф янай! Тиҙ арала йорттан сығыуығыҙ һорала! Был яңылыҡ йәшен тиҙлегендә тарала һәм иҫке, онотолған ҡала ихатаһы ваҡиғалар үҙәгенә әйләнә — әйтерһең, бөтә ер шары ошо йорт тирәләй әйләнә башлай. Бомба – ошо йортта йәшәүселәр өсөн ҡайғылы хәбәрме, әллә… яңы тормошҡа өмөт микән?!»  – был һорауҙарға һеҙ, беҙҙең кәҙерле тамашасыларыбыҙ, «Бомба» исемле яңы

тулыраҡ
«Гостиный двор» фестивале. Өйгә ҡайтыу
15.06.2019

Кисә, 14 июндә, «Гостиный двор» халыҡ-ара театр фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен күрһәттеләр. Ырымбур тамашасы ныҡ йылы театрыбыҙҙың ижади коллективын ҡаршы алды. Ә бөгөн артистарыбыҙ өйгә юлланы. Беҙҙең йәйге спектаклдәргә рәхим итегеҙ, дуҫтар!              

тулыраҡ
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен күрһәтергә әҙербеҙ!
14.06.2019

«Гостиный двор» фестивале сиктәрендә спектаклде күрһәтергә әҙербеҙ. Әлеге ваҡытта «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленең декорациялары ҡуйыла. Кисен Ырымбур халҡын тамашала көтәбеҙ!

тулыраҡ
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле Ырымбур ҡалаһына юлланды
13.06.2019

11-се июндән 20-се июнгә (2019 й.)  тиклем Ырымбур ҡалаһында «Гостиный двор» XI Халыҡ-ара театр фестивале уҙасаҡ. Бөгөн М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры коллективы фестивалгә юлланды. Ә иртәгә, 14 июндә, 18:30 сәғәттә М.Горький Ырымбур дәүләт драма театры сәхнәһендә артистарыбыҙ «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., режиссеры – А.Абушахманов) спектаклен тәҡдим итәсәк. Фестивалдең художество етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ

тулыраҡ
Театрыбыҙҙың коллективы Милли кейем байрамында ҡатнашты
12.06.2019

Бөгөн, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Милли кейем байрамында ҡатнашты.

тулыраҡ