Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

БЫЛ АҘНАЛАҒЫ СПЕКТАКЛДӘР

Был аҙнала М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә 4 спектакль үтәсәк: 7 май 19:00 сәғ. (Бәләкәй сәхнә) – «ЭҘЛӘНЕМ, БӘҒЕРЕМ, ҺИНЕ…» («Я СОТВОРИЛ ТЕБЯ», Т.Миңнуллин). Режиссеры Азат Нәҙерғолов. 8 май 19:00 сәғ. – «ҺӨЙӘҺЕҢМЕ — ҺӨЙМӘЙҺЕҢМЕ…» («ЛЮБИШЬ  –  НЕ ЛЮБИШЬ…», Ф. Бүләков). Режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев. 11 май 18:00 сәғ.  – «УЛ БИТ КИСӘ ИНЕ»

Тулыраҡ
«Һөйәһеңме – һөймәһеңме…» спектакле Әбйәлил районында

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Әбйәлил районында гастролдә. Бөгөн, 6 майҙа, Асҡар ауылының Йәштәр Йортонда 19:00 сәғәттә Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме – һөймәһеңме…» спектакле күрһәтеләсәк,режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев. Төп ролдәрҙә – Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары, Башҡортостандың халыҡ артистары Олег Ханов һәм Эльвира Юнысова, һәм театрыбыҙың йәш артистары – Артур Ҡунаҡбаев, Азат Вәлитов, Юлиә Асҡарова. Кисә

Тулыраҡ
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

Ҡәҙерле дуҫтар! Рамаҙан айы мөбәрәк булһын! Тотҡан ураҙаларығыҙ насип булһын! Изге ай сауаплы килһен! 

Тулыраҡ
Оло ҡайғы…

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Мәскәүҙәге Шереметьево аэропортындағы Sukhoi Superjet 100 самолетында һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша. Уларға рух ныҡлығы һәм түҙемлек теләйбеҙ.

Тулыраҡ
«Туғанлыҡ» фестивале сиктәрендә Театраль йыйын үтәсәк

28 майҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге Театраль йыйын үтәсәк. Йыйын һабантуй форматында ойошторола. Йола булараҡ ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы таланттары йыр һәм бейеү менән ҡаршы ала, республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуы менән һыйлана. Ҡунаҡтар төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша ала: мәргән уҡсы, арҡан тартыу, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү,

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

28-29 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы үткәргән «Актер оҫталығы пластика телендә» республика конкурсы үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Урал Әминов III урын яуланы.  Жюри рәйесе — Филиппова Ирина Николаевна — билдәле хореограф, уҡытыусы. Ҡуйыусы балетмейстер булараҡ ул 60-тан ашыу спектаклдәр ижад итеүҙә ҡатнашҡан. Режиссерҙар һәм пластика буйынса педагогтар Гильдияһы ағзаһы.  Әйткәндәй, Ирина Филиппова – республикабыҙҙың иң

Тулыраҡ
Башҡорт академия драма театры дөйөм республика өмәһенә ҡушылды

27 апрелдә Башҡортостанда «Йәшел Башҡортостан» экологик өмәләре ойошторолды. Өмәгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы ҡушылды. Әйткәндәй, беренсе республика өмәһе 6 апрелдә уҙҙы, төбәктә 320 мең самаһы кеше тәүге яҙғы өмәгә сыҡты, шул иҫәптә Башҡорт академия драма театрының хеҙмәткәрҙәре. Тулыраҡ мәғлүмәт: бында.

Тулыраҡ
Һуңғы тапҡыр быйылғы миҙгелдә – «МИН – МАРАТ» спектакле

30 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бәләкәй сәхнәһендә  Урал Ғәлиев әҫәрҙәре буйынса «МИН – МАРАТ» спектакле быйылғы миҙгелдә һуңғы тапҡыр уйнала. «МИН – МАРАТ»  –  Айрат Абушахмановтың быйылғы ижад миҙгелендә сыҡҡан премьера. Күреп ҡалығыҙ! Башлана 19:00 сәғәттә. Билет алыу театр кассаһында (8(347)272-35-33) һәм сайт аша http://bash.bashdram.ru/repertoire. 1980-се йылдар. Телевизорҙа – Брежнев, илдә

Тулыраҡ
Урал аръяғындағы гастролдәр тамамланды!

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының иң моңло, иң һағышлы, иң тетрәндергес, иң популяр спектаклдәренең береһе — «Бәхет хаҡы» («Цена счастья», Х.Мөҙәрисова, реж. А.Абушахманов) мелодрамаһы һәм «Mouse story» («Сысҡан мажаралары», Д.Урбан, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) әкиәте Сибай һәм Баймаҡ тамашасына тәҡдим ителде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, театрыбыҙҙың гастролдәре 24-се апрелдән 26-сы апрелгә тиклем үтте. Әйткәндәй, Сибай һәм Баймаҡ

Тулыраҡ
Театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин Волга буйы театр форумында ҡатнаша

Быйыл Бөтә Рәсәй театр марафоны башланды. Владивостоктан Калининградҡаса барған Бөтә Рәсәй театр марафоны илдең 85 төбәгендә үтә. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ла был сарала ҡатнашасаҡ. Делегация составына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ республиканың Дәүләт театрҙары етәкселәре, шул иҫәптән М.Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин инә. Тулыраҡ мәғлүмәт: бында.

Тулыраҡ
Оло юғалтыу…

Бөгөн 81-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Почёт, Дуҫлыҡ, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы, Башҡортостан Республикаһы гимны авторҙарының береһе Бикбаев Рауил Төхфәт улының йөрәге туҡтаны. Беҙ, Башҡорт театры коллективы, Рауил ағай Бикбаевтың

Тулыраҡ