Яңылыҡтар

ЯРОСЛАВЛЬ ҠАЛАҺЫНА! ФЕСТИВАЛГӘ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектакле менән Волков исемендәге Халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһаясаҡ. Фестиваль 14-се сентябрҙән 23-сө сентябргә тиклем Ярославль ҡалаһында уҙасаҡ. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, беҙҙең театр был юғары премияға театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡ булғайны. 17 сентябрҙә театр етәкселеге Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте

Тулыраҡ
ТӘРИХИ МӘЛДЕ БЕЛМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

12 сентябрҙә «Театр төнө-2018» акцияһы сиктәрендә үткән ысын кастингта ҡатнашырға һеҙҙе саҡырабыҙ. Кастингты беҙҙең проект партнеры - «Башҡортостан» киностудияһы үткәрә! Ҡыҙыҡлы тарихи костюмдар кейеп, грим һалып кинокамера алдына сығыу – былар барыһы ла «Театр төнө»ндә һеҙҙе көтә. Театрҙың 2-се ҡатында, фойела «кинобудка» һәм павильондар эшләйәсәк. Һәр бер теләүсе кастингта ҡатнашып, үҙен киноактер ролендә һынап ҡарай

Тулыраҡ
«ТЕАТРҘАР ТӨНӨ»НӘ ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ

12 сентябрҙә үтәсәк "ТЕАТРҘАР ТӨНӨ"нә әҙерлек башланды. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова актерҙар менән осрашып, ошо төндә уҡыласаҡ Шәүрә Шәкүрованың "Зәңгәр томандар артында" пьесаһы тураһында әңгәмә ҡорҙо.  

Тулыраҡ
ТАМАШАСЫЛАР ҺОРАУЫ БУЙЫНСА — ӨҪТӘМӘ СПЕКТАКЛЬ!

ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР! 15 СЕНТЯБРЬ Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Г.Яхина романы, Я.Пулинович инсц. буйынса "ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА" спектакле. БАШЛАНА: 18.00 сәғәттә Билеттар театр кассаһында һәм сайтында. РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Тулыраҡ
ИЗГЕ ҒӘМӘЛ — КҮРКӘМ ЙОЛА!

31 август көнө театрыбыҙҙа күркәм йолаға әйләнгән изге ғәмәл башҡарылды: был эш театр коллективының Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән, сәхнәбеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәре, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән исемдәре театр тарихына уйылып ҡалған сәхнә эшмәкәрҙәре ҡәберенә барып, уларҙың яҡты рухы алдында баш эйеү, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереүҙән ғибәрәт. «Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел», - тиҙәр беҙҙең халыҡта.

Тулыраҡ
ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР, ВАКАНСИЯ!

Театрыбыҙҙа тамашасылар менән эшләү буйынса контролер вазифаһына конкурс иғлан ителә. Театрҙы яратҡан, тамашасыларға иғтибар күрһәтеп ихлас эшләргә ҙур теләге һәм дәрте булған, башҡорт һәм рус телдәрен яҡшы белгән, күркәм йөҙ-ҡиәфәтле, асыҡ, мөләйем йәштәрҙе 31 август көнө 16.30 сәғәттә театр янында (служебный вход) осрашыуҙа көтөп ҡалабыҙ. ☎☎☎ Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-497-50-73 (Лилиә Сәғит ҡыҙы)

Тулыраҡ
ТИҘҘӘН «ТЕАТРҘАР ТӨНӨ-2018!

12 сентябрь һеҙҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙасаҡ “Театрҙар төнө”нә саҡырабыҙ! Проект етәксеһе - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев. Тамашасылар байрам атмосфераһын тупһанан уҡ тоясаҡ: театр алды майҙанында 18.30 сәғәттә Руслан Хайсаров үҙ командаһы менән тамашасыларыбыҙға ҡыҙыҡлы һәм дә төрлө-төрлө уйындар тәҡдим итәсәк. Төп саралар

Тулыраҡ
ТЕАТРҘА ҠӨРЪӘН АШЫ!

Театрыбыҙҙың матур йолаларының береһе - Ҡорбан ғәйетен үткәреү. Бөгөн дә ошо изге байрам уңайынан коллектив ағзалары Ҡөръән ашына йыйылды. Сара яңы ижад миҙгеле алдынан шәхестәребеҙҙең изге рухынан фатиха алыу булып та ҡабул ителә. Ноғай ауылы мәсете имам-хатибы Ришат хәҙрәт Мөхәмәтуллин барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп, үлгәндәрҙең рухына бағышлап аят уҡып, доға ҡылды. Театрҙың художество етәксеһе Олег

Тулыраҡ
ЯҠУТ ҠУНАҠТАРЫ БӨРЙӘНДӘ!

Беҙҙең ҡунаҡтар - тиҙҙән донъя күрәсәк "Урал батыр" спектакленең рәссамдары - Михаил Егоров менән Саардана Федотова бөгөн Бөрйән районына “Бөрйән балы - башҡорт даны!” халыҡ-ара этнофестиваленә барҙы. Шулай уҡ улар бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһендә булды. Улар менән бергә сәйәхәт итеүсе актер Айҙар Шәмсетдинов әйтеүенсә, яҡут дуҫтарыбыҙ был сәйәхәттән бик илһамланып, көс алып ҡайтҡан һәм

Тулыраҡ
АНДРЕЙ БОРИСОВ БАШДРАМ АРТИСТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ

14 август көнө Өфөгә яҡут режиссеры Андрей Борисов килде, ә инде бөгөн Башдрам артистары менән осрашыу булды. Андрей Саввич «Урал батыр» эпосы буйынса спектакль ҡуясаҡ. Проект 2018 йылда Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды. Шулай уҡ, режиссер менән бергә уның ярҙамсыһы Докторова Мария, рәссам Михаил Егоров (әйткәндәй, ул беҙҙә "Wanted Кармен" спектакленең рәссамы булды) һәм костюмдар

Тулыраҡ