Яңылыҡтар

Кескәйҙәргә Яңы йыл хазинаһы — «Диңгеҙ. Утрау. Хазина»

Яңы йыл алдынан балалар һәр йылды театрыбыҙҙан ниндәй ҙә булһа яңылыҡ көтә, сөнки коллектив һәр йыл балаларға ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк әҙерләй - махсус рәүештә спектакль ҡуя. Әлбиттә, шыршы тирәләй шаян әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҙа ҡыҙыҡһындыра бәләкәстәрҙе. Театр был юлы ла Яңы йыл байрамы менән ҡотлап балаларға ысын мәғәнәһендә ҙур шатлыҡ бүләк

Тулыраҡ
Гөлли Мөбәрәкованың күңел тантанаһы

9 декабрь – Рәсәй һәм Башҡортостан сәхнә мәҙәниәте, республикабыҙ йәмәғәтселеге, күп һанлы тамашасылар, туған театры СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре, педагог, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкованы 80 йәшлек ҙур юбилейы менән ҡотланы. Был көндө тамаша залына мәшһүр актрисаның - данлы Мөбәрәков фамилияһы вариҫы, бөгөнгө тетрыбыҙҙың «тере тарихы» -

Тулыраҡ
«Зөләйха күҙҙәрен аса» романының премьераһы Башҡорт театрында үтәсәгенә шатмын, —

тине романдың авторы Гүзәл Яхина театр менән осрашыуында. 3 декабрҙә театрҙа бөтә ил әҙәбиәтен шаулатҡан «Зөлйхә күҙҙәрен аса» романының авторы Гүзәл Яхина менән осрашыу булды. «Зөләйха күҙҙәрен аса» - китаптың исемен уҡығас та Зөләйха исемле бик һылыу, ебәк сәсле, алһыу йөҙлө, фәрештәләй ҡыҙҙың татлы йоҡонан уянып оҙон керпектәрен ҡағыуын, тирә- яҡта уға хур ҡыҙҙарының ҡанат

Тулыраҡ
Театрҙың сайтында билеттарҙы online-һатыу асылды

Хөрмәтле тамашасылар! Һөйөнөслө хәбәр! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сайтында билеттарҙы online-һатыу асылды! Хәҙер һеҙгә билет алыр өсөн театр кассаһына килеп тә йөрөмәҫкә була. Үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта театрҙың сайтына http://bash.bashdram.ru/repertoire  "Репертуар" рубрикаһына инеп, оҡшаған спектаклегеҙҙе һайларға, теләгән урындарҙы билдәләргә һәм банк карточкаһы менән һатыуҙы түләргә генә ҡала. 97-се ижад миҙгелен бергә үткәрәйек, дуҫтар!

Тулыраҡ
Билдәле Рәсәй драматургы Олег Богаев «Хылға ҡаршы» спектаклен ҡараны

Билдәле Рәсәй драматургы, Екатеринбург дәүләт театр институты доценты, "Урал" нәфис әҙәбиәт журналы баш мөхәррире Олег Богаев спектаклде ҡарағандан һуң актерҙар менән осрашты һәм тыуған уй-фекерҙәре менән бүлеште: "Спектакль, һис шикһеҙ, уңышлы килеп сыҡҡан. Мин уйлап ултырҙым: бындай спектаклдәрҙе фестивалдәргә йөрөтөргә кәрәк. Рус телендә булмаһа ла, тәржемә менән. "Коляда-plays" фестиваленә инглиз, ҡаҙаҡ телендәге спектаклдерҙе алып киләләр

Тулыраҡ
«Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы Гүзәл Яхина театрға килә

Быйылғы миҙгелдә режиссер Айрат Абушахмановтың әҙәбиәт һөйөүселәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған "Зөләйха күҙҙәрен аса" романы буйынса спектакль ҡуясағы тураһында әйтеп үткәйнек инде. 3 декабрҙә автор - Гүзәл Яхина Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артситары менән осрашыуға килә. Әҙәби тәнҡитселәр араһында байтаҡ бәхәстәр тыуҙырған был әҫәр нимә тураһында? Башҡорт театрында Зөләйханы кем уйнаясаҡ? Әлегәсә

Тулыраҡ
“Тамашасылар китабы”нан фекерҙәр…

2016 йыл тарихта үҙенең эҙҙәрен ҡалдырып, тамамланыуға табан бара. Театрҙың йәшен миҙгелдәр менән һанаһаҡ та, әммә календарь йылына ла иғтибар бирәйек, хөрмәтле дуҫтар! Быйыл театрға килгән тамашасылар спектаклдәр, артистар хаҡында ниндәй фекерҙә икән? “Тамашасылар китабы”на күҙ һалырға тәҡдим итәбеҙ. Тәүге битендә һәм артабан да артистарға, спектаклде ҡуйыусыларға рәхмәт һүҙҙәре теҙелеп киткән, шулай уҡ сәләм дә

Тулыраҡ
Һорауҙарға яуаптарҙы театрҙа табам

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының бер төркөм артистары Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының  (педагогия, социаль гуманитар факультеттары) студенттары менән осрашты. Һөйләшеү темаһы Сыңғыҙ Айтматов әҫәре буйынса ҡуйылған "Аҡ пароход" спектаклен ҡарағандан һуң тыуған уйҙар, тип билдәләнһә лә, диалог ижад, әҙәбиәт, театр тураһында ғына түгел, хатта әхлаҡи, тәрбиәүи  проблемаларҙы ла ҡуҙғатты. "Мин

Тулыраҡ
Һүҙ оҫталары беҙҙә!

Ҡотлайбыҙ! Йыл да Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы профессиональ театр актерҙары араһынан иң маһир һүҙ оҫтаһын һайлай.  Быйылғы бәйге 21 ноябрҙә Б.Йосопова исемендәге Актерҙар йортона унынсы тапҡыр үтте. Һүҙ оҫталары ярышында беҙҙең театрҙан йәш артистар - Айһылыу Йомағолова һәм Фәнис Рәхмәтов ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, Назар Нәжмиҙең “Күлдәк” поэмаһы өсөн Айһылыу Йомағолова I урынға лайыҡ булды!

Тулыраҡ
«Нәркәс»кә яңы һулыш

Театр тарихында быға оҡшаш ваҡиғалар осрап тора, был күренеш, бигерәк тә классик һәм художество йәһәтенән ваҡыт һынауын үткән, заманалар үҙгәреү менән актуаллеген юғалтмаған пьесалар буйынса спектаклдәр яҙмышына бәйле: тиҫтә йылдар өҙлөкһөҙ сәхнәлә барып та, темаһы, идеяһы, тәрбиәүи йәһәттән репертуарҙа артабан да ҡалыуына ихтыяж ҙур икән, был спектакль башҡарыусылары алыштырылып (сер түгел, быуындар алмашынып тора), күп

Тулыраҡ
«Джут» Мәскәүгә юллана!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Джут. Һуңғы йәйләү" спектакле "Алтын битлек" Бөтә Рәсәй милли театраль премияһының "Маска плюс" программаһына инде. 2017 йылдың яҙында театр коллективы Мәскәүгә юлланасаҡ. Фестивалдең был конкурстан тыш күрһәтелгән спектаклдәр программаһы 2009 йылдан бирле эшләп килә. Был программаға билдәле театр белгестәре, Фестивалдең эксперт комиссияһы ағзалары иң яҡшы тип тапҡан спектаклдәр индерелә,

Тулыраҡ
Хоҙай, ахыры, һине һоҡланһындар өсөн яратҡан…

Хоҙай, ахыры, һине шулай Һоҡланһындар өсөн яратҡан. Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан, - күренекле шағир, актрисаның ғүмер юлдашы Рафаэль Сафин ҡатыны, мәшһүр актриса Гөлли Мөбәрәковаға бағышлаған был шиғри юлдар күптәргә таныш. 9 декабрҙә сәхнәбеҙҙә СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре Гөлли Арыҫлан ҡыҙының 80 йәшенә арналған юбилей кисәһе була. Республикабыҙҙың театр йәмәғәтселеге,

Тулыраҡ