Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВҠА ИҪТӘЛЕКЛЕ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ

Бөгөн, 2018 йылдың 16 ғинуарында С.Перовская урамы 19/2 йортонда күренекле актер, драматург, педагог, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Хәлил улы Йомағоловҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Был сарала Илшат Хәлил улы Йомағоловтың туғандары, яҡындары, уның талантын һөйөүселәр, коллегалары һәм яҡташтары ҡатнашты. Илшат Йомағолов тураһында хәтирәләре, матур һүҙҙәре менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов,

Тулыраҡ
«ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА» СПЕКТАКЛЕН ҠАРАРҒА ИНСЦЕНИРОВКА АВТОРЫ ЯРОСЛАВА ПУЛИНОВИЧ КИЛӘ

30 ғинуар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уҙасаҡ "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен ҡарарға Екатеринбург ҡалаһынан билдәле Рәсәй драматургы Ярослава Пулинович киләсәк. Ул Гүзәл Яхина романының инсценировкаһы авторы. Ярослава Пулинович – драматург Николай Коляданың уҡыусыһы, Рәсәй Театр сәнғәте эшмәкәрҙәре союзы стипендиаты. Уның пьесалары Европа һәм Рәсәй илдәренең күп кенә сәхнәләрендә бара. Быға

Тулыраҡ
ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВҠА МЕМОРИАЛЬ ТАҠТАТАШ АСЫЛАСАҠ

16 ғинуар 12.00 сәғәттә С.Перовская урамы 19/2 йортонда актер, драматург, педагог, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Хәлил улы Йомағоловҡа мемориаль таҡтаташ асыласаҡ. Илшат Хәлил улы Йомағоловтың башҡорт милли сәнғәтен, драматургияһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күңелен, рухи донъяһын сәхнә тормошона арнап, сәнғәт күгендә сағыу шәхес булып танылған драматург һәм актер Илшат Йомағолов үткер ҡәләме

Тулыраҡ
ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВТОҢ ИЖАДИ ХӘТЕР КИСӘҺЕ

“Һәр көн иртә ҡояш сыға... ҺИҢӘ ЛӘ... Һәр көн иртә елдәр иҫә...“ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 19 ғинуарҙа актер, драматург һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына – 85 йыл тулыуға арналған ижади хәтер кисәһе үтәсәк. Илшат Хәлил улы Йомағоловтың башҡорт милли сәнғәтен, драматургияһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күңелен, рухи донъяһын сәхнә

Тулыраҡ
«АЯҠТАРЫМДЫ ЮҒАЛТТЫМ, ӘММӘ ҮҘЕМДЕ ЮҒАЛТМАНЫМ»

«Эҙләнем, бәғерем һине...» спектаклен Паралимпия уйындары спортсмены Рөстәм Нәбиев килеп ҡараны. Аҙаҡ ул үҙенең фекерҙәре менән бүлеште. «Ҡайһы бер урындарында күҙҙәрем йәшләнеп китте. Сөнки һөйләнелгән тарих миңә үтә лә яҡын. Мәҫәлән героиняға ярҙам ҡулы һуҙғанда ул ҡырҡа ҡаршы килә. Мин дә үҙ ваҡытында атайымдың «Барыһы ла яҡшы буласаҡ», тип йыуатыуын кире ҡаға инем. Йыш илай

Тулыраҡ
«САМРАУ» БАЛАЛАР СТУДИЯҺЫ ЙӘШ ТАЛАНТТАРҘЫ КӨТӘ!

Ҡәҙерле дуҫтар һәм атай-әсәйҙәр! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә, уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы үҙ эшен дауам итә! Әгәр ҙә һеҙ ҡыйыу, ирекле, аралашыусан булырға теләһәгегеҙ, беҙгә килегеҙ! Һеҙҙе: 1. Актерлыҡ оҫталығы 2. Вокал 3. Сәхнә телмәре 4. Бейеүҙәр көтә. 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы саҡырабыҙ. Дәрестәр аҙнаһына ике

Тулыраҡ
ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН, ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР!

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Тулыраҡ
ҺАУ БУЛ, 2017! ХУШ КИЛӘҺЕҢ, 2018!

2017 йыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры өсөн айырыуса матур сараларға, ижади уңыштарға, ғаилә байрамдарына бай булды. Йола булараҡ, үткән йыл менән хушлашҡанда, йомғаҡтар яһайҙар. Театрҙың ижади йылы миҙгелдәр менән билдәләнһә лә, беҙ ҙә матур ғәҙәтте һаҡлап, 2017 йылда үткән мөһим ваҡиғаларға байҡау яһайбыҙ. Премьералар. 2017 йылдың тәүге премьераһы - Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»

Тулыраҡ
КОНКУРСТА ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ҠОТЛАЙБЫҘ!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Театр+» проекты сиктәрендә рецензиялар конкурсы иғлан иткәйне. Беҙгә килгән байтаҡ хаттарҙан үҙенең бай теле, тулы ҡанлы эстәлеге, спектаклдең темаһы, идеяһы, режиссер, актер, рәссам, композитор эше тураһында матур итеп фекерләүе менән айырылып торған 4 эште билдәләнек. Улар: Гөлдәр Ғафарова, Роза Йәнбирҙина, Ләйсән Шакирова һәм Айгөл Юнысоваларҙың рецензиялары. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ
«САМРАУ» БАЛАЛАР СТУДИЯҺЫ ТЕАТР МИҘГЕЛЕНӘ ЙОМҒАҠ ЯҺАНЫ

25 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Самрау” балалар студияһы ижади отчет менән ата-әсәләр һәм тамашасылар алдында сығыш яһаны. Дүрт ай эсендә балалар хореография, вокал, сәхнә теле һәм сәхнә хәрәкәттәре буйынса шөғөлләнде. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Урал Әминов, Гөлфиә Рафиҡова һәм вокал буйынса уҡытыусы  Екатерина Емельянова студияға йөрөүсе балалар менән эшләне. Студияға барлығы

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Театрыбыҙҙың легендар артистарына республикабыҙҙың юғары наградалары тапшырылды! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Нурия Ирсаеваны Халыҡтар дуҫлығы ордены, Фидан Ғафаровты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне! Яратҡан артистарыбыҙға ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, бәхет теләйбеҙ! Фото: ИА "Башинформ"

Тулыраҡ
2018 ЙЫЛ ТЕАТР ӨСӨН ЯУАПЛЫ ЙЫЛ

-тине пресс-конференцияла театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов. Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт ТРК-ның "Рәсәй" медиаүҙәгендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 2017 йыл йомғаҡтарына бағышланған пресс-конференцияһы үтте. Унда театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева, режиссерҙар Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Айрат Абушахманов, театрҙың музыка бүлеге етәксеһе, композитор Урал

Тулыраҡ