Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей бенефисы үҙе кеүек үк шаян, күңелле һәм сағыу үтте. «Миңзәләне эҙләйбеҙ» тип аталды ул. Төрлө ҡиәфәттәрғә инеп, тамашасыларҙың иҫтәрен килтергән актриса-ханымды эҙләне сыщиктар. Тәки таптылар, ләкин ғәҙел судъя: «Сәстәре менән сәхнә иҙәндәрен һепереп, үпкәһе менән сәхнә туҙанын йотҡаны өсөн, юлһыҙ юлдарҙан һикерә-һикерә гастролдәргә йөрөгәне өсөн, һыуыҡ клубтарҙа ла сығыш
Апрель айында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға ижади сәфәргә сыға — алмаш гастролдәр, һәр ваҡыттағыса, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре: “Ҡаһым түрә” (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин инсц., режиссеры – О.Ханов) драмаһы, “Ул бит кисә ине” (А.Әхмәтғәлиева, режиссеры – А.Абушахманов) лирик комедияһы,
Театрыбыҙҙың иң популяр сәхнә әҫәренең береһе“Хыялға ҡаршы” спектакле 9 февралдә Белорет районы Инйәр ҡасабыһына юллана. Әйтергә кәрәк, был спектакль алыҫ араларҙы яҡынайтырға әүәҫләнгән. Иҫегеҙҙәме, ул 2016 йылда Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сәргә» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: «Иң яҡшы актер ансамбле» һәм «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр
31 ғинуар театрыбыҙҙа актер, йырсы, режиссер, үҙенән һуң моңло йырҙар, үҙенсәлекле сәхнә образдары, спектаклдәр ҡалдырып, арабыҙҙан иртә киткән Арыҫлан Йәнбәковтың хәтер кисәһе үтте. Кисәлә Арыҫландың сәхнәләштәре, дуҫтары, яҡындары ҡатнашты. Экранда Арыҫландың йырҙарына клиптар, «Моң булып ҡайтырман…» документаль фильмынан өҙөктәр күрһәтелде. Фильмды артистың ҡатыны Розалия Йәнбәкова әҙерләгән. Арҫлан бик ипле, тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ юморға
Сәнғәт фәндәре докторы, профессор, Шекспир ижады буйынса белгес Алексей Вадимович Бартошевичтың Өфөгә ижади командировкаһы программаһы шаҡтай тығыҙ булһа ла ул театрыбыҙҙың өс спектаклен ҡарарға өлгөрҙө. «Әлифбанан бер себеш» һәм «Антигона» хаҡында үҙ фекерен әйтте. Журналистар һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты студенттары, уҡытыусылары, театр белгестәре менән осрашты. Ҙур ихласлыҡ менән М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илдар Сәйетовты 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Илдар Ширҡәт улына ҡоростай сәләмәтлек, матур яңы ролдәр, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Театрҙың иң гүзәл, күҙ яуын алырлыҡ йыһаздар менән биҙәлгән Көҙгөлө залында уҙа тамашасы менән театрыбыҙҙың билдәле сәхнә оҫталары, күренекле шәхестәре менән осрашыуҙар. Ошо күркәм урын үҙе үк тамашасыны ижадсының сәхнә һәм тормош юлы, ролдәре, театр, сәхнә, йәшәйеш ҡиммәттәре хаҡында йәнле һөйләшеүгә этәрә, осрашыуға килгән театр һөйөүселәргә яратҡан артисы менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшергә, уға теләктәрен еткерергә,
Бөгөн илебеҙҙең баш ҡалаһынан танылған театр белгесе Алексей Бартошевич килеүе тураһында әйтеп үткәйнек инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 26 ғинуар театрҙың Бәләкәй залында «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле күрһәтеләсәк. Башлана 15 сәғәттә. Инеү ирекле. Спектаклдән һуң А.В.Бартошевич менән осрашыу үтәсәк. Кисен театр белгесе Жан Ануйҙың «Антигона» драмаһын ҡарамаҡсы. Спектаклдән һуң фекер алышыу ойошторола.
20 ғинуарҙа республикабыҙҙың театр йәмәғәтселеге, туған театры, бик күп тамашасылар Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Илсөйәр Ғәзетдинованың күркәм юбилейын билдәләне. Бөтә ғүмерен, бар һәләтен театрға бағышлаған, меңәрләгән тамашасыға йөрәк һәм зиһен емеше – бик күп төрлө образдар бүләк иткән актрисаның был көндө лә тамашасыһына әйтер һүҙе бихисап ине – ролдәре, хәтирәләре, моңло ижады
Беҙҙең театрҙың “Динамо” фитнес клубы менән берлектә үткәргән уйындың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. 18 ғинуарҙа “Ике төш” спектакле уйналған көндө – антракт ваҡытында вәғәҙә ителгән Сертификаттар уйнатылды! Нефтекама ҡалаһынан Йәнтимер Садыҡов, Өфөнән Гөлсөм Трофимова һәм Сулпан Мөхәмәтйәрова “Динамо” фитнес клубына бүләк сертификаты отто. Улар ғаиләләре менән фитнес-клубҡа бара аласаҡ. Хөрмәтле дуҫтар! Ә һеҙҙең “Динамо” фитнес
Республикабыҙ театрҙары мөһим ваҡиға алдында тора. 20 апрелдән 26-на ҡәҙәр Өфөлә Башҡорт АССР-ы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған «Театр яҙы» Республика фестивале уҙа һәм уның төп маҡсаты булып театрҙарҙың ижади инициативаһын күтәреү, ижади шәхестәр үҫешенә булышлыҡ итеү, театр сәнғәтен пропагандалауҙы әүҙемләштереү, иң яҡшы ижади эштәрҙе билдәләү тора. Фестивалдә Башҡортостандың барлыҡ профессиональ театрҙары ҡатнаша һәм улар
Алексей Вадимович Бартошевич — Рәсәйҙең күренекле театр белгесе, театр тарихсыһы, Уильям Шекспир ижады буйынса белгес. Мәшһүр актёр В.И.Качаловтың ейәне, Мәскәү художество театры Мәктәп — студияһында спектакль ҡуйылышы факультетына нигеҙ һалыусы В.В.Шверубовичтың улы. Алексей Вадимович Рәсәй театр сәнғәте академияһының (РАТИ ) сит ил театры тарихы кафедраһы мөдире, сәнғәт фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре күп