Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

98-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕ ЯБЫЛЫУҒА АРНАЛҒАН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ!

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 98-се ижад миҙгеле ябылыуға арналған пресс-конференцияһы үтте. Унда театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев,

Тулыраҡ
98-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕ ЯБЫҠ, ЙӘЙГЕ МИҘГЕЛ АСЫҠ

Иртәгә, 18 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен яба. 19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн барлыҡ коллектив ҡатнашлығында ҙур театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Миҙгел ябыу тантанаһы Ғаилә йылына арнала, тамашала бик бәләкәй генә (хатта бер йәше лә тулмаған!) артистар ҙа ҡатнашасаҡ. Популяр, моңло йырҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр, бейеү, юмор – был көндө сәхнәлә

Тулыраҡ
ГӨРЛӘП ЮБИЛЕЙ ҮТТЕ!

Бөгөн, 16 май көнө тамаша залында баҫып торор урын булманы – Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, тамашасыларыбыҙҙың яратҡан артисы АЛМАС ӘМИРОВтың Юбилей бенефисы уҙҙы. Был матур көндө Алмас Хәҙис улы үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршыланы. Матур гөлләмәләр, иң изге теләктәр, ҡайнар хистәр, төрлө тарафтарҙан ҡотлау сәләмдәре,

Тулыраҡ
ХӨРМӘТЛЕ МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры  2018 йылдың 17 майында үҙенең 98-се  ижад миҙгелен ябыуға бағышланған  ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ уҙғара.   ✒ ҡайҙа: театрҙың 2-се ҡатында. ✒ ҡасан:  2018 йылдың 17 майында. ✒ башлана: 15.00 сәғәттә. Рәхим итегеҙ! Белешмә өсөн телефон: (347)272-39-30, Эльвира Дәүләтберҙина — Әҙәби-драматик бүлек етәксеһе (347) 272-39-30, 8-9174911077, факс: (347)272-73-10, сайт: www.bashdram.ru, е-mail: gafury_lit@mail.ru

Тулыраҡ
ТАМАШАСЫ ҺӨЙӨҮЕН КЕМ ЯУЛАР?

Һәр йылдағыса театр миҙгеле ябылыу тантанаһында ижад емештәрен барлайбыҙ: маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, шулай уҡ иң яҡшы тип табылған актер эштәрен дә билдәләп үтәбеҙ. Беҙҙең яратҡан тамашасыларыбыҙҙың да тауыштарын иҫәпкә алып, йыл да тамашасы һөйөүенә лайыҡ булған актерҙы таныйбыҙ. Быйыл да был матур йоланы дауам итәбеҙ. Шулай итеп, быйылғы премьераларҙа уйнаған артистар өсөн тауыш биреү

Тулыраҡ
АКЦИЯ ДАУАМ ИТӘ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры МАЙ БАЙРАМДАРЫ УҢАЙЫНАН үткәрелгән АКЦИЯны дауам итә! 11 МАЙ Ангиза Ишбулдинаның «БАЛЛЫ, ТИРӘКЛЕ БАЛТИРӘК» спектакленә барлыҡ урындарға ла билет хаҡы ни бары 200 һум. 12 МАЙ Флорид Бүләковтың «ҺӨЙӘҺЕҢМЕ, ҺӨЙМӘЙҺЕҢМЕ…»  спектакленә барлыҡ урындарға ла билет хаҡы  100 һум.

Тулыраҡ
АКЦИЯ!!!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры МАЙ БАЙРАМДАРЫ УҢАЙЫНАН АКЦИЯ ойоштора! 10 МАЙ Ярослава Пулиновичтың “ЙӘНЕМ, ИРТӘГӘ ЯҢЫ КӨН ТЫУЫР” спектакленә барлыҡ урындарға ла билет хаҡы ни бары 100 һум тора. Ашығығыҙ!   Бала сағынан уҡ донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы замана ҡатын-ҡыҙына әүерелдерә. Йәше күптән

Тулыраҡ
ТИҘҘӘН АЛМАС ӘМИРОВтың ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

16 май — М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты АЛМАС ӘМИРОВтың Юбилей бенефисы. ЮБИЛЯР ХАҠЫНДА ҠЫҪҠАСА БЕЛЕШМӘ: Алмас Әмиров 1968 йылдың 6 майында Учалы районы Ахун ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын (Баян класы) һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Актерҙар бүлеге) тамамлаған. 1991 йылдан М.Ғафури исемендәге Башҡорт

Тулыраҡ
16 МАЙ — АЛМАС АМИРОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

Театр сәнғәте яңылыҡтарын, артистарыбыҙ ижадын күҙәтеп барыусы тамашасыларыбыҙҙы 2018 йылдың 16 майында Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты АЛМАС ӘМИРОВтың ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕнә саҡырабыҙ.

Тулыраҡ
ПРОМЕТЕЙ — ПРЕМЬЕРА ГӨРЛӘП УҘҘЫ

Бөгөн, 20 апрель, театрыбыҙ сәхнәһендә  тағы ла бер премьера гөрләп уҙҙы. Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса «Прометей» спектакле. Спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев. Тамашасылар был премьераны түҙемһеҙлек менән көтөп алды һәм ысын күңелдән ҡабул итте. Артистар бер нисә тапҡыр сығып баш эйҙеләр, залдағы бар халыҡ аяғүрә баҫып бик оҙаҡ ҡул саптылар,  алҡыштарын бер ҙә

Тулыраҡ