Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТТЫ ОЛЕГ ХАНОВ УҠЫЯСАҠ

21 апрель сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт университеты региональ диктант яҙыу ойоштора. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С. Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Закир улы Ханов уҡыясаҡ. Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу Башҡорт дәүләт

Тулыраҡ
АЛТЫН БИТЛЕК ПРЕМИЯҺЫНЫҢ ТАНТАНАЛЫ ТАПШЫРЫУЫ ҮТТЕ

Кисә, 15 апрель, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Антигона» спектакле «Алтын битлек» Рәсәй милли театраль премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Тантана Мәскәүҙең Ҙур Театрында уҙҙы. 774 спектакль араһынан беҙҙең театр хатта ете номинация дәғүә итә ине. Хәтергә төшөрәйек — «Алтын битлек» 1993 йылда Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан булдырыла. Быйылғы Алтын битлек афишаһын

Тулыраҡ
ТИҘҘӘН ПРЕМЬЕРА — ПРОМЕТЕЙ!

20 һәм 21 апрель М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” пьесаһы буйынса “Прометей” спектакле. Спектаклдә «Салауат» трагедияһы, «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесы, «Диктаторға ат бирегеҙ!» комедияһы һәм «Мин был донъяла аҙаштым, буғай!» шиғырынан өҙөктәр ҡулланыла. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев. «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы — «Ай тотолған төндә», «Салауат» трагедиялары

Тулыраҡ
ТЕАТРҘЫҢ ФОЙЕҺЫНДА РӘМИЛ МИҺРАНОВТЫҢ КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛА

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының күргәҙмә залында Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Рәмил Миһрановтың күргәҙмәһе асыла. Өфө тамашасыһына рәссамдың төрлө жанрҙарҙа яҙылған 22 эше тәҡдим ителәсәк. Күргәҙмәлә рәссамдың төрлө эштәре күрһәтеләсәк. Күргәҙмә сентябргә тиклем дауам итәсәк. Р.З Миһрановтың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Тобольск художество музейында, Орск картиналар галереяһында,

Тулыраҡ
АБИТУРИЕНТТАР ИҒТИБАРЫНА!

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында граждандарҙы түбәндәге бакалавриат, магистратура, ассистентура программалары буйынса  маҡсатлы йүнәлештә ҡабул итеү ойошторола башланды: Бакалавриат Программалары: 52.03.01 Хореографическое искусство (очная и заочная форма) 52.03.01 Театроведение (очная форма) 52.03.01 Музыкальное  искусство эстрады (очная форма) Инструменты эстрадного оркестра 52.03.02 Музыкально- инструментальное искусство Оркестровые духовые и ударные инструменты (очная форма) Инструменты эстрадного

Тулыраҡ
РӘМЗИӘ ХИСАМОВАНЫҢ МОҢЛО КИСӘҺЕ

М.Ғафури исменедәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһе үтте. Актрисаның матур ғүмер байрамына арналған кисә тамашасыларҙың күңел байрамына әйләнде. Тамаша — йыр-моңға, юморға, ҡотлауҙарға бик бай булды. Рәмзиә Ислам ҡыҙының яҙған шиғырғар шәлкемен кисә барышында театрыбыҙ артистары уҡып ишеттерҙе. Юбилярҙы ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниет минстры урынбаҫары Рәйес Алтынбаев,

Тулыраҡ
КӨЛКӨ КӨНӨ УҢАЙЫНАН «КҮҢЕЛЛЕ КУЛИСА»

Кисә Б.Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Халыҡ-ара театр һәм 1 апрель Көлкө көнө уңайынан «Күңелле кулиса» («Веселая кулиса») — фестивале уҙҙы. Был күңелле тамаша 2000 йылдан башлап уҙғарыла. Быйыл был сара 18-се тапҡыр ойошторолдо. Һәр йылдағыса юмор фестивален Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров алып барҙы. Фестивалдең режиссеры Фирғәт Ғарипов, сценарий авторы Динара Ҡәйүмова. Үәт, беҙҙең башдрамдар!

Тулыраҡ
«ДЖУТ» (Һуңғы йәйләү) — АКЦИЯ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тик 4 апрель «ДЖУТ» (Һуңғы йәйләү) спектакленә акция ойоштора. Олжас Жанайдаровтың бәләкәй сәхнәлә үтәсәк «ДЖУТ» (Һуңғы йәйләү) спектакленә барлыҡ урындарға ла билет хаҡы  ни бары 150 һум тора. Ашығығыҙ! «Джут» документаль драмаһында бер үк ваҡытта ике төрлө ваҡиға һүрәтләнә. Береһе — бөгөнгө көндә Мәскәүҙә, шул аслыҡты башынан

Тулыраҡ
6 АПРЕЛЬ — РӘМЗИӘ ХИСАМОВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

6 апрель М.Ғафури исменедәге башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһе үтәсәк. Актрисаның матур ғүмер байрамына арналған кисә тамашасыларҙың күңел байрамына әйләнәсәк. Тамашала — спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр-моң, юмор, ҡотлауҙар. Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһендә танылған сәхнә йондоҙҙары: Юнир Ҡоланбаев, Нурия Ирсаева, Суфия Ҡорбанғәлиева, Алһыу Бәхтиева, Гөлфиә Рафиҡова, Артур Кәбиров һәм дә М.Ғафури

Тулыраҡ
ХӘТЕР АКЦИЯҺЫ ҮТТЕ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алды майҙанында Кемерово ҡалаһындағы ҡот осҡос фажиғәлә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу акцияһы үтте, күккә йөҙләгән аҡ шарҙар осоролдо. «Ауыр… Был юғалтыуҙарҙы бер нисек тә кире ҡайтарып булмай… Бергәләшеп акциялар булһа ла ойоштороп, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашып, улар менән нисек булһа ла үҙебеҙҙең бергә икәнлегебеҙҙе күрһәтһәк, бәлки, уларҙың ҡайғыларын әҙ

Тулыраҡ
КЕМЕРОВОЛА ҺӘЛӘК БУЛҒАНДАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ АКЦИЯ

Бөгөн 18.00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алды майҙанында Кемерово ҡалаһындағы фажиғәле һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә акция ойошторола, күккә аҡ шарҙар осорола. Теләгәндәр акцияға ҡушыла ала.

Тулыраҡ
ҠАЙҒЫБЫҘ УРТАҠ БЕҘҘЕҢ….

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы бөтә ил халҡы менән берлектә Кемерево ҡалаһында фажиғәле һәләк булыусыларҙың туғандарының, яҡындарының, дуҫ-иштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Был ҡот осҡос фажиғә һәр беребеҙҙең йөрәктәренә ут һалды, күңелдәребеҙҙе телгеләне. Ғүмерҙәре аяныслы өҙөлгән балаларҙың, уларҙың уҡытыусыларының, тотош ғаиләләрҙең йәндәре йәннәттә булһын. Бөтә ил халҡы һеҙҙе уйлап бергә илай. Иҫән ҡалғандарға,

Тулыраҡ