Яңылыҡтар

АЛТЫН БИТЛЕК-2018: ЯҘҘЫҢ ТӘҮГЕ ФЕСТИВАЛЕ

Театр сәнғәтендә ниһайәт көтөп алынған ҙур ваҡиға - «АЛТЫН БИТЛЕК» Милли премия – фестивале башланды. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «АНТИГОНА» спектакле «Алтын битлек-2018» Рәсәй милли театраль премияһына 7 номинацияла билдәләнеүен күптән яҙып үткән инек. 22 мартта, беҙҙең театрыбыҙ «Антигона» спектакле менән А.С.Пушкин исемендәге Рәсәй дәүләт академия драма театрында сығыш яһаясаҡ.  

Тулыраҡ
КИЛ ӘЛЕ, КИЛ ӘЛЕ, СӘМЛЕ ЯРЫШ КҮР ӘЛЕ!..

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә, 2018 йылдың 8 мартында, тик һеҙҙең өсөн барлыҡ коллектив ҡатнашлығында ҙур театрлаштырылған тамаша – «Сәмле ярыш-баттл» концертын тәҡдим итәбеҙ. Өлкән артистарҙы театр йәштәре үҙенсәлекле ярышҡа саҡыра – театрҙа кем төп ролдәрҙә уйнарға тейеш, тамашасылар ҡайһы быуын артистарын нығыраҡ ярата, кемгә ҡайнар алҡыштар яуа? Был бәйгелә һәр

Тулыраҡ
БАЛЛЫ, ТИРӘКЛЕ БАЛТИРӘК — ПРЕМЬЕРА!

18  һәм 20 март М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль - Ангиза Ишбулдынаның "Кеҫәлле ярҙа" пьесаһы буйынса "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы. Спектаклдең премьераһына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әлеге ваҡытта театрҙың ҙур залында репетициялар бара. Режиссер - Алмас Әмиров. … Ауыл юл уртаһында түгел, йылғаның арғы яғында ултыра. Бында бөтә нәмә бар

Тулыраҡ
ГҮЗӘЛ ЯХИНА МЕНӘН ОСРАШЫУ

Бөгөн, 27 февраль «Рәсәй.Башҡортостан» телеканалының «Рәсәй» медиа-үҙәгендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» романының авторы Гүзәл Яхина менән осрашыу үтте. Сарала шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахманов ҡатнашты. «Өфөгә килеүем минең өсөн бик күптән көтөп алынған ваҡиға ине, әлеге ваҡытта түҙемһеҙлек менән спектаклде көтәм» - тине, Гүзәл

Тулыраҡ
ҒАИЛӘ МЕНӘН ТЕАТРҒА

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының республикабыҙҙың «Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар» йәмғиәте менән берлектә Ғаилә йылына арнап ойошторолған шәп проекты дауам итә. 24 февраль сәхнәлә бәләкәстәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Итекле бесәй» әкиәте, ә фойела оҫталыҡ дәрестәре, мауыҡтырғыс уйындар, күңелле бәйгеләр ойошторолдо.  

Тулыраҡ
26 ФЕВРАЛЬ — ӘНҒӘМ АТНАБАЕВТЫҢ ХӘТЕР КИСӘҺЕ!

2018 йылдың 26 ФЕВРАЛЕНДӘ 19.00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортстандың халыҡ шағиры, драматург, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына - 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтәсәк. "…Мин был ерҙе матурларға тыуҙым, Һәм күрергә тыуҙым Гүзәллектең күккә үрләүен…" – шағирҙың ошо юлдары хәҙер инде девиз булараҡ ҡабул ителә, ул

Тулыраҡ
ГҮЗӘЛ ЯХИНА МЕНӘН ОСРАШЫУҒА САҠЫРАБЫҘ

27 февраль «Рәсәй. Башҡортостан» телеканалының «Рәсәй» медиа-үҙәгендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» романының авторы Гүзәл Яхина менән осрашыу үтәсәк. Сарала шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахманов ҡатнаша. Башлана: 13.30 сәғәттә Аккредитация мотлаҡ! Һорауҙар буйынса: театрҙың әҙәби-драматик бүлегенә (347)272-39-30, gafury_lit@mail.ru мөрәжәғәт итә ала

Тулыраҡ
РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ПРЕЗИДЕНТЫН ҺАЙЛАУ!

ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР! ҺЕҘҘЕ, 2018 ЙЫЛДЫҢ 18 МАРТЫНДА  РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫН ҺАЙЛАРҒА САҠЫРАБЫҘ! Кәрәкле бар мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған. http://bashkortostan.izbirkom.ru/

Тулыраҡ
САРА БУРАНБАЕВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ ҮТТЕ

16 февраль, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. “Шатлыҡтарҙы бүлешкән һайын улар арта бара” – тигән халыҡ шағиры. Сара Әбделхәй ҡыҙы ла ғүмеренең матур миҙгелен үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршланы. Матур гөлләмәләр, иң изге теләктәр, ҡайнар хистәр

Тулыраҡ
МАТБУҒАТ САРАЛАРЫ ИҒТИБАРЫНА!

21 ФЕВРАЛЬ М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Салауат дәүләт Башҡорт драма театрының Өфөлә үтәсәк юбилей гастролдәренә арналған пресс-конференцияһы уҙғарыла. Аккредитация һәм һорауҙар буйынса Салауат театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире Динә Бәшироваға мөрәжәғәт итергә. Тел.: 8-917-796-20-10, e-mail: +79177962010@yandex.ru. Сара 10.00 сәғәттә башлана.

Тулыраҡ