Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
13ноябрь
ПРОМЕТЕЙ

Яңылыҡтар

«Әлифбанан бер себеш»кә күп кәрәкме?

А.Кивиряхктың «Әлифбанан бер себеш» моноспектаклендә күптән бындай хәл булғаны юҡ ине әле! Театрҙың Бәләкәй залы тамашасылар менән шығырым тулы булды. Халыҡ шау-гөр килеп, сәскә гөлләмәләре тотоп, тамашаны түҙемһеҙләнеп көтә. Шаршау артынан ипләп кенә спектаклдә төп һәм ерҙән бер ролде башҡарыусы Алмас Әмиров күҙәтә тегеләрҙе. Өсөнсө ҡыңғырау сыңланы, тамашасыларҙан кеҫә телефондарын һүндереүҙәре һоралды, һәм сәхнәгә Мәүлит

Тулыраҡ
Боронғо грек әҫәренән хәҙерге заман драматургияһына табан

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының бер аҙнаға эксперименталь майҙансыҡҡа әүреле тураһында яҙғайныҡ инде. 16 ноябрҙән Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабоаторияһында ҡатнашыусылар билдәле режиссер, Вс.Мейерхольдтың «биомеханикаһы» буйынса белгес Искәндәр Саҡаев менән шөғөлләнеп, көс-дәрт һәм белем тупланы. Ә бөгөн иһә драматургтар менән эш башланды. 14 авторҙың пьесаларын Олег Ханов, Владимир Жеребцов, Айһылыу Сәғитова

Тулыраҡ
«Бәхетле һандар» кемгә эләгер?

Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандағы «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы («Россия Культура Башкортостан») дуҫтары һәм партнерҙары менән берлектә «Бәхетле һандар» акцияһын иғлан итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла был сараға ихлас ҡушыла. Яңы йылға тиклем театр кассаһынан билет алған кешегә бүләккә телеканалдың кеҫә календары биреләсәк. Уның артында һандар теҙмәһе яҙылған. Башҡортостандағы «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалының иртәнге эфирында

Тулыраҡ
Ҡәләмдәрен ослай йәш драматургтар

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер аҙнаға эксперименталь майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Театрҙа хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабораторияһы уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы, Башҡортостан Республикаһы хәҙерге заман драматургияһы үҙәге менән берлектә был сара инде икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Тәүге этаптарҙа семинарҙың эксперттары рәүешендә билдәле театр эшмәкәрҙәре: театр белгесе

Тулыраҡ
Олжас Жанайдаров менән осрашыу

15 ноябрҙә сәхнәлә «Джут» (Һуңғы йәйләү ) спектакле барҙы. Премьеранан һуң өсөнсө спектаклгә Мәскәүҙән пьесаның авторы Олжас Жанайдаров килгәйне. Ҡыҙыҡһыныусан, аралашырға яратҡан, әүәҫ әңмәсе - утыҙ биш йәшлек Олжас баш ҡалабыҙ Өфөлә бер көн булып, ике төн уҙғарҙы. Пьсесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Джут» спектаклен ҡараны, спектакль хаҡында фекерҙәре менән, донъяға ҡарашы, шәхесе хаҡында

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Роза Кәримованы ҙур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бөтә ғүмерен, бар һәләтен башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә бағышлаған күренекле сәхнә оҫтаһы Роза Шәйхетдин ҡыҙына йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, йәшлек дәрте, шатлыҡлы көндәр һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Башҡорт сәхнәһенең аҡсарлығы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

Тулыраҡ
Киләһе яҙ «Алтын битлек»кә

Театрҙың «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури. А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсценировкаһы, режиссёры - Айрат Абушахманов, рәссамы - А.Нестеров, композиторы - И.Яхин, пластика - С.Асҡарова, Р.Абушахманов, рәссам-яҡтыртыусы - И.Саяхов, хормейстер - А.Хәсбиуллина, халыҡ йолалары буйынса консультант - А.Ғәйнуллина) «Алтын битлек-2016 » (Золотая маска) фестиваль - Милли премияһында ҡатнашасаҡ театрҙар исемлегенә ингән (Мәскәү). Был юлы Рәсәйҙең иң абруйлы театр фестивалендә илдең

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

Республикабыҙҙың күренекле сәхнә оҫтаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовҡа – 75 йәш! Юбилейың менән, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы! Ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, илһамлы тормош, ейәндәр шатлығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Заһир Суфиян улы 1940 йылдың 1 ноябрендә Күгәрсен районы Вәлит ауылында тыуған. Йомағужа урта мәктәбенән һуң, 1960 йылда Өфө сәнғәт

Тулыраҡ
Ҡанатлы күңел

29 октябрҙә театрҙа шағирә Гөлфиә Юнысованың ижад кисәһе булды. «Ғүмер үҙе – серле, моңло...» тип аталған кисәлә шағирәнең тормош асылы, йәшәү сере тирәләй уйланыуҙары нигеҙендә тыуған шиғырҙары, йырҙары яңғыраны. Театр артистары уҡыуында шағирәнең әһәмиәтле, уйландырғыс шиғырҙыры уғата зауыҡлы яңғыраны. Гөлфиә Юнысованың сәхнәгә һәр сығыуынан замана ҡатын - ҡыҙы рухы, тормошто, кешеләрҙе яратыу хистәре, йәшлек дәрте

Тулыраҡ
Ғүмер үҙе – серле, моңло, –

ти Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияhы лауреаты, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған шағирә Гөлфиә Юнысова. Шағирәнең үҙ уҡыусылары менән күҙгә-күҙ осрашып, улар алдында ижад емештәре менән уртаҡлашып, шиғыр һәм йыр байрамдары үткәреү ике яҡҡа ла файҙалы һәм фәһемле матур бер йолаға әүерелде. Шағирәнең ижад юлына тағы ла бер ҡат

Тулыраҡ
Малай, Инә болан һәм Аҡ пароход

28 октябрь - сәхнәлә «Аҡ пароход»! «... Спектаклдең художестволы биҙәлеше лә заманса, бер стилгә ҡоролған, төрлө алымдар ҡулланылған. Мәҫәлән, ҡом графикаһы, ҡурсаҡтар... Драматик сюжетты театр оркестрының “тере” яңғырашы төрлө көй һәм тауыштар менән оҙата бара. Хикәйәсе (Ф. Ғарипов, А. Ҡунаҡбаев) үҙе үк бер-бер артлы киләсәк ваҡиғаларҙы бәйән итә. Шулай итеп, оркестр янында ултырған был хикәйәсе

Тулыраҡ
Осҡон- ялҡынлы шәхес

20 октябрҙә театрыбыҙҙа мәшһүр драматург Туфан Миңнуллиндың хәтер кисәһе уҙҙы. Унда Башҡортостан һәм Татарстан театрҙары әҙиптең пьесалары буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр уйнаны, уны белгән замандаштары, яҡындары хәтирәләр менән уртаҡлашты. Тамашасы кисәнән бик йылы тәьҫораттар менән таралышты.

Тулыраҡ