Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Яңы спектаклдәргә әҙерлек башланды

Яҙ айҙары театр коллективы өсөн бик әүҙем башланды. Әлеге ваҡытта бер юлы өс премьераға әҙерлек бара. Олег Закир улы Ханов “Сәйер миссис Севидж” (Джон Патрик) комедияһына репетициялар үткәрә башланы. Төп ролдә Гөлли Мөбәрәкова уйнаясаҡ. Америка драматургының был әҫәре заманында рус теленә тәржемә ителеп, бөтә СССРҙа киң танылыу яулаған, башҡорт театрында тәүге тапҡыр ҡуйыла. Айрат Әхтәм

Тулыраҡ
«Хыялға ҡаршы» Урал аръяғына юллана

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” повесы буйынса ҡуйылған “Хылға ҡаршы”спектакле (А.Ишбулдина инсц.) менән Урал аръяғы райондары буйлап гастролгә сыға. 20 апрель – Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәҙәниәт үҙәгендә, 21 апрель – Баймаҡ мәҙәниәт һарайында, 22 апрель – Сибай дәүләт драма театрында, 23 апрель – Әбйәлил районы Асҡар мәҙәниәт

Тулыраҡ
Гөрләп премьера үтте

17 һәм 18 мартта театрҙа Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…» спектакленең (реж. И.Ҡаҙаҡбаев) премьераһы үтте. Түбәндә премьераның беренсе көнөнән фоторепортаж тәҡдим итәбеҙ. ҺӨЙӘҺЕҢМЕ — ҺӨЙМӘЙҺЕҢМЕ…

Тулыраҡ
Абдулла + Фатима = Мөхәббәт!

15 март — «Һөйәһеңме- һөймәйһеңме…» премьераһы алдынан театрыбыҙҙа матбуғат конференцияһы булды. Спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев, театрҙың художество етәксеһе, төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Олег Ханов спектаклдең ҡуйылышына, пьесаға ҡағылышлы журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. «Спектаклдә бөгөнгө ваҡыт сағыла, тормоштоң иң изге төшөнсәләре, мөхәббәт хаҡында һүҙ бара. Флорид Бүләковтың пьесалары беҙҙең репертуарҙа һис шикһеҙ булырға тейеш», — тине

Тулыраҡ
Тиҙҙән — ПРЕМЬЕРА!

17  һәм 18 март М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль — Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…» трагикомедияһы. Был пьесаны сәхнә ярата, Башҡортостанда ла, унан ситтә лә бик күп уйналды. Тамашасыға таныш булған был тарихты йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев нисегерәк итеп еткерер икән? Иҫләйһегеҙме, көтмәгәндә-уйламағанда Абдулланың төшөнә Әжәл кереп ҡурҡыта. Күргәндәрен

Тулыраҡ
Театрҙың художество етәксеһе директорҙы тәғәйенләне

Бөгөн, 7 мартта, театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов театрҙа яңы етәксе вазифаһын — театрҙың директорын — булдырыу тураһындағы приказға ҡул ҡуйҙы. Был вазифаға элек художество етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән Иршат Фәйзуллин тәғәйенләнде. Тейешле үҙгәрештәр театрҙың Уставына һәм штат расписаниеһына индерелде. Театрҙың директорына административ-хужалыҡ эштәре йөкмәтелә, ә театр менән дөйөм идара итеү элеккесә художество етәксе тарафынан

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижади проекттарҙы ғәмәлғә ашырыу өсөн бүленгән миллионлы гранттарын алыусыларҙың исемлеге иғлан ителде. 16 ижади коллектив араһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла бар. Беҙҙең  «Театраль Өфө» ижади проектыбыҙ конкурсты уңышлы үтеп 9 млн. һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Проект сиктәрендә «Театр яҙы» Республика фестивале һәм «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙарҙың Халыҡ-ара фестивален

Тулыраҡ
«Джут» (Һуңғы йәйләү) – Мәскәүгә китте. Алда — Маска Плюс!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Джут» («Һуңғы йәйләү») драмаһының сәхнә күреүе республикабыҙҙың ғына түгел, ә тотош илдең театр сәнғәтендә һиҙелерлек ваҡиға булғайны. Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән йәш, әммә исеме ярайһы билдәле Рәсәй драматургы Олжас Жанайдаровтың был пьесаһы тәү нәүбәттә үҙенең тетрәндергес темаһы, киң фәлсәфәһе менән арбай. Спектаклдең режиссеры — Айрат Абушахманов. Уҙған йыл премьераһы «Джут»

Тулыраҡ
Шәүрә Дилмөхәмәтова юбилей кисәһенә саҡыра

10 март Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллинаның юбилей бенефисы! Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанында уҡ, уларҙың курсы өсөн уҡытыусылары, танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән диплом спектаклендә “Апалы-һеңлеле өсәү” (А.Чехов) драмаһындағы Ирина роле – Шәүрә Ишмулла ҡыҙының театр сәхнәһендәге тәүге аҙымы ла ул. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә эш башлаған йәш актриса Әлфинур (“Хушығыҙ, хыялдарым!”, Ә.Атнабаев),

Тулыраҡ
Иғтибар!

Хөрмәтле тамашасылар! 1 март  «Бер мәл санаторийҙа…» комедияһы урынына «Ул бит кисә ине» лирик комедияһы күрһәтеләсәк. Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ. Алынған билеттар ғәмәлдә ҡала.

Тулыраҡ