Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

ТИҘҘӘН ПРЕМЬЕРА!

“Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” – был һорауға яуапты кемдер таба, кемдер тапмай… Флорид Бүләковтың ошо исемле трагикомедияһы 17, 18 мартта сәхнәгә сыға. Әлеге ваҡытта спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев артистар менән репетициялар үткәрә, ул Флорид Бүләковтың пьесаһын сәхнәләштереүҙә үҙенә генә хас көтөлмәгән алымдар ҡулланып, егерме биш йыл элек тәүге тапҡыр нәҡ беҙҙең театрҙа донъя күргән әҫәргә заманса күҙлектән ҡарап,

Тулыраҡ
Артур Кәбировтың «ут биреп торған сағы»

“Заман башҡа –заң башҡа” тиһәләр ҙә, әммә бөгөн дә мөхәббәткә, изгелеккә дан йырлаған сәхнә әҫәрҙәрен тамашасылар көтөп ала. Эйе, заман үҙгәрә, ваҡыт үҙгәрә, геройҙар үҙгәрә, әммә һәр бер быуындың үҙенең яратҡан геройы сәхнәгә сыға. Бөгөнгө көндә лә, өлкән быуынға алмашҡа йәштәр килә. Йәштәребеҙ ҙә – талантлы, дәртле, сағыуҙар һәм сәхнәгә, ижадҡа тоғролар. Бөгөнгө көндә популяр

Тулыраҡ
Тиҙҙән Ватанды һаҡлаусылар көнө!

Был көндө беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәрҙе ҡотлайбыҙ, уларға бүләктәр бирәбеҙ, бәләкәй генә байрам әҙерләйбеҙ. Ә ир-егеттәр байрамы алдынан һеҙҙе театрҙа көтәбеҙ, күрешеп, аралашып, йәнле әңгәмәлә ҡатнашып ҡайтырға саҡырабыҙ һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! “Театр –ул фекерҙәштәрҙең байрамса осрашыу урыны” икәнен иҫкә алһаҡ, 21 февралдә уҙасаҡ осрашыу ҙа һеҙгә байрам кәйефе бүләк итер, күңелегеҙҙе байытыр, тип ышанабыҙ. Йыр-моңға, юморға,

Тулыраҡ
“Нәркәс”те күрегеҙ!

17, 18 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 2001 йылда Илдар Ғиләжев сәхнәләштергән “Нәркәс” мелоромантик трагедияһын яңыртылған вариантта тәҡдим итәсәк. Ошо уңайҙан бөгөн театрҙа пресс-конференция үтте. Унда спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Илдар Ғиләжев (Мәскәү), яңыртылған вариантты тергеҙеүҙә режиссер вазифаһын үтәгән Хөрмәтулла Үтәшев, композитор Урал Иҙелбаев һәм төп геройҙарҙы башҡарыусылар ҡатнашты. Яңыртылған вариантта Нәркәс

Тулыраҡ
Миңзәләнең бәхет серҙәре

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей бенефисы үҙе кеүек үк шаян, күңелле һәм сағыу үтте. «Миңзәләне эҙләйбеҙ» тип аталды ул. Төрлө ҡиәфәттәрғә инеп, тамашасыларҙың иҫтәрен килтергән актриса-ханымды эҙләне сыщиктар. Тәки таптылар, ләкин ғәҙел судъя: «Сәстәре менән сәхнә иҙәндәрен һепереп, үпкәһе менән сәхнә туҙанын йотҡаны өсөн, юлһыҙ юлдарҙан һикерә-һикерә гастролдәргә йөрөгәне өсөн, һыуыҡ клубтарҙа ла сығыш

Тулыраҡ
Апрелдә – Ҡазанға!..

Апрель айында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға ижади сәфәргә сыға — алмаш гастролдәр, һәр ваҡыттағыса, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре: “Ҡаһым түрә” (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин инсц., режиссеры – О.Ханов) драмаһы, “Ул бит кисә ине” (А.Әхмәтғәлиева, режиссеры – А.Абушахманов) лирик комедияһы,

Тулыраҡ
«Хыялға ҡаршы» Белоретҡа юллана

  Театрыбыҙҙың иң популяр сәхнә әҫәренең береһе“Хыялға ҡаршы” спектакле 9 февралдә Белорет районы Инйәр ҡасабыһына юллана. Әйтергә кәрәк, был спектакль алыҫ араларҙы яҡынайтырға әүәҫләнгән.  Иҫегеҙҙәме, ул 2016 йылда Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сәргә» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: «Иң яҡшы актер ансамбле» һәм «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр

Тулыраҡ
Моңо һәр саҡ беҙҙең менән

31 ғинуар театрыбыҙҙа актер, йырсы, режиссер, үҙенән һуң моңло йырҙар, үҙенсәлекле сәхнә образдары, спектаклдәр ҡалдырып, арабыҙҙан иртә киткән Арыҫлан Йәнбәковтың хәтер кисәһе үтте. Кисәлә Арыҫландың сәхнәләштәре, дуҫтары, яҡындары ҡатнашты. Экранда Арыҫландың йырҙарына клиптар, «Моң булып ҡайтырман…» документаль фильмынан өҙөктәр күрһәтелде. Фильмды артистың ҡатыны Розалия Йәнбәкова әҙерләгән. Арҫлан бик ипле, тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ юморға

Тулыраҡ
Алексей Бартошевич: «Антигона» — бына тигән заманса спектакль

Сәнғәт фәндәре докторы, профессор, Шекспир ижады буйынса белгес Алексей Вадимович Бартошевичтың Өфөгә ижади командировкаһы программаһы шаҡтай тығыҙ булһа ла ул театрыбыҙҙың өс спектаклен ҡарарға өлгөрҙө. «Әлифбанан бер себеш» һәм «Антигона» хаҡында үҙ фекерен әйтте. Журналистар һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты студенттары, уҡытыусылары, театр белгестәре менән осрашты. Ҙур ихласлыҡ менән М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илдар Сәйетовты 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Илдар Ширҡәт улына ҡоростай сәләмәтлек, матур яңы ролдәр, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Тулыраҡ
Театр ҡунаҡханаһы: беҙҙән бер пар, Һеҙҙән нисә дуға?

Театрҙың иң гүзәл, күҙ яуын алырлыҡ йыһаздар менән биҙәлгән Көҙгөлө залында уҙа тамашасы менән театрыбыҙҙың билдәле сәхнә оҫталары, күренекле шәхестәре менән осрашыуҙар. Ошо күркәм урын үҙе үк тамашасыны ижадсының сәхнә һәм тормош юлы, ролдәре, театр, сәхнә, йәшәйеш ҡиммәттәре хаҡында йәнле һөйләшеүгә этәрә, осрашыуға килгән театр һөйөүселәргә яратҡан артисы менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшергә, уға теләктәрен еткерергә,

Тулыраҡ
Танылған театр белгесе Алексей Бартошевич менән осрашыу

Бөгөн илебеҙҙең баш ҡалаһынан танылған театр белгесе Алексей Бартошевич килеүе тураһында әйтеп үткәйнек инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 26 ғинуар театрҙың Бәләкәй залында «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле күрһәтеләсәк. Башлана 15 сәғәттә. Инеү ирекле. Спектаклдән һуң А.В.Бартошевич менән осрашыу үтәсәк. Кисен театр белгесе Жан Ануйҙың «Антигона» драмаһын ҡарамаҡсы. Спектаклдән һуң фекер алышыу ойошторола.  

Тулыраҡ