Яңылыҡтар

ҠОТЛАЙБЫҘ! «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле — «Алтын битлек-2019» лауреаты!

Бөгөн, 16 апрелдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле 25-се тапҡыр уҙғарылған  «Алтын битлек» («Золотая Маска») Милли премия – фестиваленең лауреаты булды! Тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙең Ҙур Театрында уҙҙы.             «Алтын битлек»те алырға сәхнәгә театрыбыҙҙың директоры Иршат Файзуллин, спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов, рәссам Альберт Нестеров, яҡтыртыу буйынса

Тулыраҡ
«Туғанлыҡ» фестиваленә бағышланған пресс-конференцияға саҡырабыҙ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 апрелдә 14.30 сәғәттә  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры фойеһында «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестиваленә бағышланған пресс-конференцияға үтәсәк. Спикерҙар: фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова, режиссер Айрат Абушахманов. Тулыраҡ мәғлүмәт: Туганлык-2019.

Тулыраҡ
БЫЛ АҘНАЛАҒЫ СПЕКТАКЛДӘР

Был аҙнала М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә 7 спектакль үтәсәк: 16 апрель 19:00 сәғ. – «СЫҢҒЫҘХАНДЫҢ АҠ БОЛОТО» (БЕЛОЕ ОБЛАКО ЧИНГИСХАНА), С.Айытматов, Е.Баранчикованың инсц, ҡуйыусы-режиссер – Мөсәлим Күлбаев. 17 апрель 19:00 сәғ. – «МУЛЛА», Т. Миңнуллин, режиссер – Айрат Абушахманов. 18 апрель 19:00 сәғ. – «БӘХЕТ ХАҠЫ» (ЦЕНА СЧАСТЬЯ), Х. Мөҙәрисова, режиссер –

Тулыраҡ
Мәскәүгә! «Алтын битлек»кә!

Бөгөн, 15 апрелдә, театрыбыҙҙың директоры Иршат Файзуллин, режиссер Айрат Абушахманов, рәссам Альберт Нестеров, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Саяхов, актриса Римма Ҡаһарманова «Алтын битлек» Рәсәй милли театраль премияһына Мәскәүгә юлланды. Сөнки иртәгә, 16 апрелдә 19:00 сәғәттә, Ҙур театрҙың сәхнәһендә Премияға лайыҡ булыусыларҙы билдәләйҙәр. Йола буйынса «Алтын битлек» сайтында (https://www.goldenmask.ru/ ) тура эфирҙа еңеүселәрҙе яҙып барасаҡтар. Иҫегеҙгә

Тулыраҡ
ҠӘҘЕРЛЕ ТАМАШАСЫЛАР, ҺЕҘҘЕ СОЦИОЛОГИК ҺОРАУЛАМАЛА ҠАТНАШЫРҒА САҠЫРАБЫҘ!

Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылында тамашасылар араһында Беренсе социологик һораулама үткәрелә. Һорауламаны интернет селтәрҙәрендә Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы менән берлектә Дәүләт сәнғәт белеме институты үткәрә. Һорауламала ҡатнашырға саҡырабыҙ: https://forms.gle/hM9SKwjqt1sp1vVT8/ 

Тулыраҡ
Фирҙәүес Хисаметдинова менән ижади осрашыу

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт телебелгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Ким Әхмәтйәнов исемендәге, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор ФИРҘӘҮЕС ҒИЛМЕТДИН ҡыҙы ХИСАМЕТДИНОВА менән осрашты. Ижади осрашыуҙы ойоштороу Айрат Абушахмановтың яңы

Тулыраҡ
Матбуғат хеҙмәткәрҙәре иғтибарына!

«Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестиваленә бағышланған пресс-конференцияға саҡырабыҙ! Пресс-конференция театр фойеһында 18 апрелдә 14.30 сәғәттә башлана. Спикерҙар: фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова, режиссер Айрат Абушахманов. Аккредитация: (347) 272-39-30, gafury_lit@mail.ru Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Туғанлыҡ» фестивале Өфөлә 23-се майҙан 30-сы майға тиклем уҙғарыла.

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Башҡортостан Республикаһың мәҙәниәтен һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм актив йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өсөн 10 апрель «Башҡортостан» дәүләт концерт залында юбилей уңайынан үткәрелгән концертында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы СӘҒИҘУЛЛА ИСМӘҒИЛ улы БӘЙЕГЕТОВ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде!

Тулыраҡ
Олег Ханов Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде

Бөгөн Олег Закир улы Ханов күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ПОЧЕТ ГРАМОТАһы менән бүләкләнде!

Тулыраҡ
Олег Закир улы Ханов М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе вазифаһында эшен туҡтатты

Бөгөн, 2019 йылдың 11 апрелендә, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Рәсәй Дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Олег Закир улы Ханов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе вазифаһында эшен туҡтатты. Театрҙың художество етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин тәғәйенләнде.

Тулыраҡ
Йыһат Солтанов менән ижади осрашыу

Бөгөн, 10 апрелдә, театрҙың ижади төркөмө яҙыусы, башҡорт журналистикаһы ветераны, яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тарихи-публицистик әҫәрҙәр авторы Йыһат Әҙеһәм улы Солтанов менән осрашты. Бындай осрашыуҙарҙы үткәрергә тигән уй Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы өҫтөндә эшләү мәлендә тыуған. Пьесаны, әҫәрҙә һүрәтләнгән осорҙо тәрәнерәк өйрәнеү йәһәтенән ойошоторолдо был сара. Киләсәктә филология фәндәре докторы, лингвист, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова

Тулыраҡ