Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Һаумы, Аҡтау! Ҡаҙағстанға – Халыҡ-ара театр фестиваленә!

Театрыбыҙҙың Ҡаҙағстан Республикаһының мәҙәниәт министрлығынан 25-31 октябрҙә Аҡтау ҡалаһында уҙасаҡ Урта Азия илдәренең V Халыҡ — ара театр фестиваленә саҡырыу алыуы хаҡында алдан хәбәр иткәйнек инде. Хатта: «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Урта Азия халыҡтары театрҙарының V фестивалендә ҡатнашыуы ике ил араһындағы мәҙәни бәйләнеште тағы ла нығытыр ине», — тиелгәйне. Саҡырыу ихлас

Тулыраҡ
Яҡты рухы ҡалды күңелдәрҙә

Башҡортостандың театр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Арабыҙҙан күренекле сәнғәт эшмәкәре, театр белгесе Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы китеп барҙы. Әминә Кәшфи ҡыҙы бөтә ғүмерен милли театр сәнғәтен үҫтереүгә бағышланы, сәнғәттең үҙенсәлекле тармағы — театр белеме өлкәһендә хеҙмәт итте һәм ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр һөнәренә тоғро ҡалып, үҙе оҙаҡ йылдар (1956-82 й.й.) әҙәбиәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарған туған

Тулыраҡ
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Театрҙың 2- се ҡатында урынлашҡан музей залдарында мауыҡтырғыс күргәҙмәләр эшләй. Залдарҙың береһендә театрыбыҙҙа оҙаҡ йылдар рәссам- бутафор булып эшләгән талант эйәһе Анатолий Жучковтың шәхси кргәҙмәһе бара. А.Жучков шиғри тәбиғәтле, ижади шәхес, инде ике тиҫтәгә яҡын театрҙа спектаклдәр өсөн, ғәжәйеп бай фантазияһын һәм йөрәк йылыһын ҡушып, үҙ ҡулдары менән бутафор әйберҙәр : һуғыш ҡоралдары, тимерҙән һалдат

Тулыраҡ
«…Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ»

Шағирҙың тыуған яғынан рухланып һәм илһамланып 19 октярбҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең тыуған яғы Шишмә районы Шишмә ҡасабаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллығы һәм шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған «…Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ» тигән ҙур театраль тамаша булды. Театрҙың Шишмәлә ойошторған был сараһы ысын мәғәнәһендә Мостайҙың бөйөк

Тулыраҡ
Хөрмәтле тамашасылар !

Артист ауырып китеү сәбәпле 2014 йылдың 23 октябрендә «Бирнәһеҙ ҡыҙ» драмаһы урынына «Ҡара йөҙҙәр» спектакле уйнала. Билеттар яраҡлы. Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ.

Тулыраҡ
«…тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ» 19 октябрь — Шишмәлә ҙур байрам

Бөйөк кешеләрҙән кемдер әйткән: үҙегеҙ баҫып үҫкән үләндәргә бағығыҙ.

Тулыраҡ
Мәскәү гастролдәренә — «5»!

8-12 октябрҙә Мәскәүҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәре үтте. Ижади сәфәр театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арналды. Гастролдәр аншлаг менән барҙы. Коллектив А.Райкин исемендәге «Сатирикон» театры сәхнәһендә беренсе тапҡыр сығыш яһаны һәм тамаша залы һәр көн тулы булды. Баш ҡала тамашасыһы, унда йәшәгән яҡташтарыбыҙ театрҙы бик йылы ҡабул

Тулыраҡ
Ҡаҙағстандан шатлыҡлы хәбәр

Ошо көндәрҙә театр Ҡаҙағстан Республикаһының мәҙәниәт министрлығынан 2014 йылдың 25-31 октябрендә Актау Урта Азия илдәренең V Халыҡ — ара театр фестиваленә саҡырыу алды. Хатта: « Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Урта Азия халыҡтары теарҙарының V фестивалендә ҡатнашыуы ике ил халҡы араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе тағы ла нығытыр ине», — тиелә. Саҡырыуҙы ихлас ҡабул

Тулыраҡ
Баш ҡала гастролдәре

8 октябрҙә Мәскәүҙең «Сатирикон» театры сәхнәһендә Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәре башланды. Сығыштар Мәҙәниәт йылы һәм театрҙың 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолдо. Мәскәү тамашасыһына, баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙға театр үҙ репертуарынан заманса, мауыҡтырғыс, премьера спектаклдәрен һәм ҙур концерт тәҡдим итә. Гастролдәрҙе асыу тантанаһындағы тәбрикләү һүҙендә Константин Райкин былай тине: Башҡорт академия драма театры

Тулыраҡ
Юбилей гастролдәребеҙ тәүге тапҡыр Мәскәүҙең «Сатирикон» театрында

Мәскәү тамашасыһы, баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙ театр репертуарынан иң мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы спектаклдәр күрәсәк. «Сатирикон» театры сәхнәһе бик үҙенсәлекле һәм гастролдәрҙең тап ошо сәхнәлә үтеүе театр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был сәхнәлә сығыш яһау һәр кем өсөн дәрәжә. Бында мәшһүр Аркадий Райкин ижад иткән (театр уның исемен йөрөтә), бөгөн уның улы Константин Райкин уйнай. Башҡорт академия

Тулыраҡ
Сәхнәлә «Ҡара йөҙҙәр»

4 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында милли әҙәбиәтебеҙ классигы Мәжит Ғафури повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектакленең премьераһы булды. Режиссер Айрат Абушахманов Мәжит Ғафуриҙың киң билдәле повесына заманса яңғыраш биргән. Ҡуйыусы-рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин, пластика – Сулпан Асҡарова һәм Ринат Абушахманов. Йолалар буйынса консультант – Асия Ғәйнуллина, хормейстер –

Тулыраҡ
4 октябрь – Премьера! Сәхнәлә — «Ҡара йөҙҙәр»!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың төп әҫәрҙәренең береһе – “Ҡара йөҙҙәр” повесы.

Тулыраҡ