Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

ҺИС ҠАСАН ҺҮНМӘҪ…

31 октябрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә - тамашасыларҙың көтөп алған спектакле - «Руди - never off...» (never off – инглизсәнән һис ҡасан һүнмәҫ, тигәнде аңлата) спектакле күрһәтеләсәк. Бөтә донъяға билдәле, легендар балет бейеүсеһенең автобиографияһына, уның хаҡында замандаштарының һәм ижадташтарының иҫтәлегенә нигеҙләнеп ҡуйған был сәхнә әҫәрен режиссер, сценарий авторы Айрат Абушахманов.

Тулыраҡ
ТЕАТРҘА СӘХНӘ ХӘРӘКӘТЕ БУЙЫНСА ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСТӘРЕ ҮТӘСӘК

26-30 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә Рәсәй театр сәнғәте академияһы педагогы, каскадер, беҙҙең яҡташыбыҙ Роберт Йылҡыбаев сәхнә хәрәкәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Был сарала З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм дә шулай уҡ республиканың барлыҡ театрҙарынан актерҙар саҡырылған. "Актерҙар менән беҙ махсус күнекмәләр өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, шулай уҡ

Тулыраҡ
ХАЛЫҠ ШАҒИРЫН ИҪЛӘП

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мостафа Сафа улы Кәримовтың тыуған көнөн билдәләмәй ҡалмай. Быйыл да халыҡ шағирының «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса ҡуйылған спектаклен көндөҙ һәм кис күрһәтте. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев залда ултырған тамашасыларҙы тәбрикләне: «Ысынлап та, бөгөн иҫтәлекле һәм тантаналы көн. Һәм бигерәк тә был залда үҙ

Тулыраҡ
ФИДАН ҒАФАРОВТЫҢ БЕНЕФИС СПЕКТАКЛЕ ҮТТЕ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер кискә байрамса осрашыу урынына әүрелде. “Бәхет хаҡы” спектакле лә бик күркәм сара – легендар шәхес, сәхнә йондоҙо һәм Башҡорт театрының иң популяр актеры Фидан Сафа улы Ғафаровтың юбилейы уңайынан уйналды. Әйтергә кәрәк, спектакль сәхнәлә 92-се тапҡыр, һәм премьералағылай залда алма төшөр урын юҡ. Фидан Сафа улы илле йыл

Тулыраҡ
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, МОСТАЙ КӘРИМ!

Бөгөн, 19 октябрь Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла халҡыбыҙҙың яратҡан улы, бөйөк аҡыл эйәһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған ҙур сара уҙҙы. Был сарала беҙҙең Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры арстистары ла ҡатнашты. Бик күп шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә 20 октябрь театрыбыҙҙың сәхнәһендә «Ай тотолған төндә» спектакле

Тулыраҡ
ЯҢЫ ЙЫЛҒА — ЯҢЫ ӘКИӘТ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижади төркөмө бәләкәй тамашасыларыбыҙ өсөн Яңы йылға бүләк әҙерләй башланы. Бөгөн театрыбыҙҙың көрән залында режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев Дюла Урбандың «Бар сысҡандар ҙа сыр ярата» тип аталған әкиәте менән таныштырҙы. Театр сәхнәһендә был пьеса «Mouse story» (Сысҡандар мажараһы) тигән исем менән сығасаҡ. Эйе - эйе, аптырамағыҙ, тап шулай

Тулыраҡ
БҮРӘТ ТЕАТРЫ БЕҘҘӘ ҠУНАҠТА

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектаклен бөгөн "Ульгэр" Бүрәт дәүләт ҡурсаҡ театры ла ҡарай. Бүрәт театры Башҡортостанға «Ҙур гастролдәр» Федераль программаһы сиктәрендә үткәрелгән гастролдәре менән килгән. Әлбиттә, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ойоштороусылар – ә улар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – республикабыҙҙың йөҙөҡ ҡашы булған тамаша аша милли йолаларыбыҙ, йыр-бейеүҙәребеҙ, туған телебеҙ менән таныштырырға

Тулыраҡ
«АҒИҘЕЛ ҠЫҘЫ» КИТАП-АЛЬБОМЫНЫҢ ИСЕМ ТУЙЫ

«Мостай Кәримдең әйткәне булыр: «Яҡшы аттар менән затлы ҡатындарҙың бер рухтан яралыуы тураһында мин ғүмер буйы тылҡыным. Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы үҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмай, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына». Актриса Илсөйәр Ғәзетдинованың илаһи тәбиғәтенә

Тулыраҡ
МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНӘ БАҒЫШЛАП

«Башҡорт театры менән беҙ бер йылда тыуғанбыҙ – 1919-ҙа... яҙмышыбыҙ ҙа беҙҙең уртаҡ... », - тип яҙған Мостай Кәрим үҙенең иҫтәлектәрендә. Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо, бөйөк аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың яратҡан улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арнап, 20 октябрҙә  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаждемия драма театры сәхнәһендә «Ай тотолған төндә» спектакле күрһәтеләсәк (режиссеры

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты хөрмәтле коллегабыҙ ИРСАЕВА НУРИЯ ИСХАҠ ҡыҙын 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек, яңынан- яңы ролдәр, ижад үрҙәре алҡыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Аҡ бәхеттәр менән атһын таңдарығыҙ, Ҡояш көлһөн һәр саҡ Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә. Уңыштар, оҙон ғүмер, һаулыҡ

Тулыраҡ
ЯҢЫ ПЬЕСА УҠЫЙБЫҘ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрының ижади төркөмө яңы пьеса өҫтөндә эш башланы. Бөгөн театрҙың көрән залында Алехандро Касонаның "Ағастар баҫып үлә" пьесаһын уҡыйбыҙ. "Испан драматургының әҫәре беҙҙең театрыбыҙҙың ҡан йөрөшөнә тап килә. Был - мелодрама. Башҡортсаға Фаҡил Мырҙаҡаев тәржемә итте. Алдан уҡ әйтеп ҡуям: пьесалағы бөтә ролдәр ҙә шәп", - тип артистарҙың кәйефтәрен күтәрҙе

Тулыраҡ
13-СӨ ЙОМА КИС: ТЕАТР ТУРАҺЫНДА ӘҢГӘМӘ

"ТЕАТР+" проекты сиктәрендә 13 октябрҙә "Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" спектакле тураһында фекер алышырбыҙ. Спектаклде Ярослава Пулинович пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов сәхнәгә сығарған. Бала сағынан уҡ донъяның асы-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы замана ҡатын-ҡыҙына әүерелдерә. Йәше күптән инде 50-гә яҡынлашҡан ханым үҙенән күпкә йәш кеше менән йәшәй, уның өсөн

Тулыраҡ