Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

«Ҡалдырма, әсәй! » тиҙҙән театр сәхнәһендә

Йәш журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың шул исемле повесы һуңғы йылдар әҙәбиәтендә, айырыуса йәштәр ижадында, һаҙағай утындай ялтлап һиҫкәндереп, ғәм уятып, зиһендәрҙе яҡтыртып ебәргән сағыу бер күренеш булды. Бөгөнгө йәш үҫмерҙәр, улай ғына ла түгел, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған балалар тормошо темаһына күләмле әҫәрҙәр әлеге көндә бик һирәк. Был әҫәрҙең Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булыуы ла

Тулыраҡ
Изгелек эшләү — иң файҙалы доға. 16 ғинуар — сәхнәлә «Мулла»

Театр 96 -сы ижад миҙгеленең икенсе яртыһына аяҡ баҫты. Йылды матур уңыштар, күтәренке кәйеф менән башлап ебәрҙе коллектив. Яңы йыл каникулдарында тамашасының олоһона ла, кесеһенә лә төрлө спектаклдәр тәҡдим итте. 30 ғинуар — сәхнәлә Туфан Миңнуллин псьесаһы буйынса «Мулла» драматик хикәйәһе. Был спектаклде бик күп тамашасыларыбыҙ, шул иҫәптән республиканың төрлө ҡала һәм райондары халҡы ла

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн театрыбыҙҙың иҡтисад буйынса директор урынбаҫары, баш бухгалтер Зөлфиә Хәзимөхәмәт ҡыҙының күркәм юбилей байрамы. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Лилиә Каширина, министрлыҡтың бюджет иҫәбе, отчетлылыҡ һәм контроль бүлеге начальнигы Гүзәл Волкова, планлаштырыу, иҡтисад һәм финанслаү бүлеге начальнигы Елена Зуева юбилярҙы тыуған көнө менән ҡотланы һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы. Шулай

Тулыраҡ
Сәхнә йәмдәре — «Тамаша биҙәге»

Яңы йылдан һуң рухи күтәренкелектә һәм яңы уй-ниәттәр, яҡты өмөттәр менән дауам иткән 96-сы ижад миҙгеленә йәм өҫтәп 15 ғинуар көнө театрыбыҙҙа күркәм, тантаналы ваҡиға булды: «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы алдынан республикабыҙҙың мәҙәни тормошон киң яҡтыртып барыусы «Тамаша» журналы «Тамаша биҙәге» конкурсында еңеүселәрҙе билдәләне. Башҡорт академия драма театры сәхнә оҫталары араһында йыл дауамында

Тулыраҡ
Мөнир Ҡунафин. «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы»

15 ғинуарҙа коллектив йәш автор, билдәле журналист, «Шоңҡар» Башҡортостан йәштәре журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы» пьесаһы менән танышты. Милли драматургияла үҙ көсөн һынап ҡараған һәм билдәле бер уңышҡа ирешкән һәр кем өсөн шатлана театр, иң мөһиме, йәш авторҙың һәр һүҙенә иғтибарлы. Был юлы ла Мөнир Ҡунафиндың бик тә үҙенсәлекле пьесаһын (жанры —

Тулыраҡ
«Тамаша» биҙәге кем булыр?

Республиканың мәҙәниәте һәм сәнғәте тураһындағы «Тамаша» журналы 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының иң уңышлы тип табылған ижади эштәрен билдәләй. 15 ғинуар театрҙың ҙур залында «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклы алдынан журнал хеҙмәткәрҙәре «Иң яҡшы ир-ат роле», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш», «Иң яҡшы йәш башҡарыусы»

Тулыраҡ
Яңы йыл менән, дуҫтар!

Хөрмәтле дуҫтар, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ! Һеҙҙе Яңы 2016 йыл һәм Раштыуа Байрамдары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Етеп килгән Яңы йыл һәр ҡайһыбыҙөсөн дәшатлыҡ-ҡыуаныстарға бай һәм имен булһын! Барлыҡ изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ, ҡуйған маҡсаттарығыҙтормошҡа ашһын! Киләһе йылда ла Һеҙҙе спектаклдәребеҙҙә көтөп ҡалабыҙ! Әкрен генә йомшаҡҡарҙар яуа, Күңелдәргә сафлыҡ, моңһалып. Яңы йылда һаулыҡ, бәхет килһен, Ҡышҡы

Тулыраҡ
2015 йылдың һөҙөмтәләре

Яңы йылды ҡаршы алыр миҙгелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены академия драма театры 2015 йылдың иң мөһим ваҡиғаларына байҡау яһай Яңы спектаклдәр Үткән йылда 7 яңы спектакль сәхнәгә сыҡты: Б.Бикбай һәм Х.Ирғалиндың «Ҡаһым түрә» драмаһы, Ж.-Б.Мольерҙың «Һаран» комедияһы, Э.Йәһүҙиндың «Йүгер, Харис, йүгер» комедияһы, М.Бағаевтың «»Ике төш драмаһы, А.Волковтың «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы»

Тулыраҡ
«Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы», Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу

Театр һәр миҙгелдә кескәй тамашасылар өсөн Яңы йыл байрамы ойоштора. Шыршы тирәләй Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары менән осрашыу балаларҙың көтөп алған тамашаһы. Ә иң мөһиме, сәхнәлә кескәйҙәрҙе Яңы йыл әкиәте көтә. Был юлы балаларға А. Волковтың «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» (Волшебник изумрудного города) тигән әҫәре буйынса спектакль тәҡдим ителә. Режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев. «Зөбәржәт

Тулыраҡ
Самрау ҡанаттарында Маугли урманына

Бер ваҡыт джунглиға кеше балаһы килеп эләгә. Инә Бүре малайҙы хайуандарға йәберләргә бирмәй, үҙенең балалары менән бергә тәрбиәләп үҫтерә. Маугли баһадир кәүҙәле булып буй еткерә, джунглиҙа дуҫтары ла табыла. Тик бына юлбарыҫ Шер-Хан менән ҡырағай эт Табаки ғына Мауглиҙы джунглиға ҡабул итергә теләмәй… Театр янында эшләп килгән «Самрау» балалар студияһының сираттағы премьераһы ваҡиғалары был, —

Тулыраҡ
Йософ һөйләй ҡисса

Иң түҙемһеҙләнеп көтөп алған спектаклебеҙҙең – Ҡол Ғәлиҙең «Йософ ҡиссаһы» нигеҙендә Юныс Сафиуллин инсценировкаһындағы «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәтенең – премьераһы үтте. Тамашасылар залы шығырым тулы, спектаклгә килештереп әйткәндә, әфлисун төшөр урын да юҡ! Шулай ҙа, әфлисундар, Мысыр ҡатындарының ҡулдарынан тәгәрләп төштө. Йософтоң күркәмлеген күреп, ҡатындарҙың баштары әйләнгәйне бит… «Йософ һәм Зөләйха»ның матурлығына тамашасыларҙың да

Тулыраҡ
Нурлы ҡояш, тулған ай һәм ун бер йондоҙ…

19 декабрҙә йылдың һуңғы премьераһы! «Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли, Ю.Сафиуллин нсценировкаһы, режиссеры – Олег Ханов) — бөйөк фекер эйәһе Ҡол Ғәлиҙең «Йософ китабы» буйынса спектаклдең донъя күреүе республикабыҙҙың сәнғәт һәм әҙәбиәт һөйөүселәренә затлы, мәртәбәле Яңы йыл бүләге буласаҡ. Быуаттар аша беҙгә килеп еткән «Йософ ҡиссаһы»ның сәхнәбеҙҙә рийәүәт итеп һөйләнеүе, улай ғына ла түгел төп

Тулыраҡ