Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Яҡты рухы ҡалды күңелдә

Арабыҙҙан халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе – шағирә, тәржемәсе, уҡытыусы, актив йәмәғәтсе, ысын мәғәнәһендә тәрбиәсе Рәсимә Миндебулат ҡыҙы Ураҡсина китте. Рәсимә Миндебулат ҡыҙы Башҡорт академия драма театры өсөн 2002 йылда Мәскәүҙең М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училщеһына уҡырға ебәрелгән махсус курстың кураторы һәм уҡытыусыһы булды. Ошо төркөмдөң 2007 йылда уҡыуҙы тамамлап ҡайтып республикабыҙҙың театр сәнғәтенә яңы

Тулыраҡ
Алға, « … Ҡара юрға»!

Быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүгә 27 эш тәҡдим ителгән булһа, күптән түгел шуларҙың 12-һе конкурста артабан ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. Һайлап алынғандар араһында театрыбыҙҙың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклында (башҡорт халыҡ эпосы буйынса Т.Ғарипова, реж. О.Ханов) ролдәрҙе сәнғәт юғарылығында башҡарыуға ирешкән өс йәш актер: Руслан Хайсаров (Ҡара юрға), Ирада

Тулыраҡ
Йәйге ялдан һуң йәнә ижадҡа

Труппаның быйылғы йәйге ялы тамам. Бөгөн, йәғни 21 августта йәнә эш башланы коллектив, яңы миҙелдең тәүге йыйылышы үтте. Алдағы миҙгелдә башҡарылаһы эштәр, яңы пландар менән театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов таныштырҙы. Олег Закир улы билдәләүенсә, миҙгел ваҡиғаларға бик бай, бихисап яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эштәр күп буласаҡ. Яңы авторҙар, классика, халыҡ ижады өлгөләре нигеҙендә ҡуйылған спектаклдәр

Тулыраҡ
Сентябрҙә ҡунаҡтар көтәбеҙ!

Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының Өфөләге быйылғы гастролдәре 10-17 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Өфө “Нур” Татар дәүләт драма театры сәхнәләрендә уҙасаҡ. Татар театрының Өфө ҡалаһында беренсе гастролдәре, әле “Сәйәр” труппаһы осоронда, 1910 йылда уҡ булған. Ә бөгөнгө көндә Камал театры традиция буйынса ике йылға бер мәртәбә Башҡортостан тамашасыһына үҙ

Тулыраҡ
Мәҙәни эҙ ҡалдырыу

8 июль. Был көндө сәхнәлә «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһы барҙы. «Ах, һылыу Шәүрәкәй, тәңкәләре, еләндәре — бары күркәм, беҙҙең иш!..», — тине сәхнәлә еңгәйҙәр сулпыларын сыңлатып үҙ мәшәҡәттәрен башҡарғанда эргәлә генә кемдер ҡаҙаҡ телендә. Был тамашасы — ошо көндө Өфөлә асылған ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары ҡунаҡтары ине. Ә зал тын да алмай инде нисәнсе ҡат

Тулыраҡ
Never Off — актерҙар, театр һәм саммиттар девизы

«Өфөнөң йәме – халыҡтың ғәме» тиҙәр баш ҡаланы биҙәп, сағыу уттары менән әллә ҡайҙан тамашасыны үҙенә саҡырып ултырған театрыбыҙҙы. Ә туған Башҡортостаныбыҙҙа оло ваҡиға барған был көндәрҙә театр икеләтә ҡупшы һәм ылыҡтырғыс. Тышҡы яҡтан күҙҙең яуын алғаны өсөн түгел, ә иң мөһиме, сәхнәһендә ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары көндәрендә юғары ҡунаҡтарға һәм Өфө халҡына башҡа

Тулыраҡ
Театр — донъяның юғары ҡунаҡтарына

Оҙаҡламай Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттары уҙасаҡ. «Уның һөҙөмтәһендә баш ҡалабыҙ донъяла киңерәк билдәлелек аласаҡ һәм эшҡыуарҙар, туристар ағымы ла көсәйәсәк», — ти белгестәр. Республикбыҙ халҡы Башҡортостандың һәм Өфөнөң халыҡ-ара кимәлдәге абруйын күтәреү йәһәтенән бындай ҙа ҙур сараның юғары кимәлдә, һәр яҡлап лайыҡлы уҙыуын теләй һәм быға булышлыҡ итә. ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына

Тулыраҡ
Өфөлә «ART UFA – 2015» художество форумы уҙғарыла.

12 июнь 19.00 сәғ. Өфөнөң Күргәҙмәләр (ВДНХ – ЭКСПО) комплексында «ART UFA – 2015» художество форумын рәсми асыу була. Форумды ойоштороусылар: – Күргәҙмәләр комплексы (ВДНХ – ЭКСПО), «Мәрхәмәт» хәйриә фонды, Өфө ҡала администрацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы. ВДНХ – ЭКСПО комплексы майҙанында һынлы сәнғәт һәм графика, биҙәү-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәренән, Башҡортостанда һәм унан ситтә билдәле

Тулыраҡ
Хәтер һәм ҡайғы көнө

1941 йылдың 22 июнь таңында немец фашистары илде бомбаға тота башлағас та, сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша. Немец тарихсылары яҙыуынса, һөжүм итеүселәр фанатик рәүештә алышҡан совет һалдаттары тарафынан ныҡ ҡырыла. Фашистар ҡәлғәне 8 сәғәт эсендә алырға күҙ аллаһа ла, беҙҙең 30-ҙан ашыу милләт кешеһенән

Тулыраҡ
«Ихлас» мәсетендә ихлас уҡыуҙар

15 июнь көнө Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә Әҙәбиәт йылы уңайынан билдәле шағирә Дилә Булгакова әҫәрҙәре буйынса әҙәби — драматик уҡыуҙар уҙғарылды. Был сара театрыбыҙҙың художество етәксеһе Олег Ханов һәм «Ихлас» мәсетенең имамы Мөхәммәт хәҙрәт башланғысы менән ойошторолдо. Мәсеттәге был сараның изге рамазан айы алдынан уҙғарылыуы кисәгә тағы ла илаһи йәм өҫтәне. Дилә Булгакованы беҙ иң тәүҙә

Тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамованы республикабыҙҙың театр сәнғәте өлкәһендә яулаған юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булыуы менән бөтә йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңынан- яңы ролдәр, ныҡлы һаулыҡ, илһамлы тормош теләйбеҙ!

Тулыраҡ